Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Яхъя 20 - Изге Яҙма


Ғайсаның терелеүе
( Маҫ 28:1-10 , 16-20 ; Мрк 16:1-18 ; Лк 24:1-12 , 36-49 )

1 Аҙнаның беренсе көнөндә таң менән, әле ҡараңғы ваҡытта уҡ, магдалалы Мәрйәм ҡәбер янына килде һәм ҡәбер ауыҙындағы таштың ауҙарылғанын күрҙе.

2 Ул Шимғон Петрусҡа һәм теге, Ғайса яратҡан, шәкерткә йүгереп барҙы. Уларға: – Хакимыбыҙҙы ҡәберҙән алып киткәндәр. Ҡайҙа һалғандарын белмәйбеҙ, – тине.

3 Петрус менән әлеге шәкерт ҡәбер янына китте.

4 Улар икеһе лә йүгереп барҙы, әммә шәкерт Петрусты уҙып, алданыраҡ барып етте.

5 Эйелеп эскә ҡарағас, ул шунда ятҡан кәфенде күрҙе, ләкин ҡәбер эсенә инмәне.

6 Уның артынса Шимғон Петрус та килеп етте. Ул, мәмерйә эсенә инеп, унда ятҡан кәфенде

7 һәм Ғайсаның башына уралған яулыҡты күрҙе. Әммә яулыҡ кәфен менән бергә түгел, ә урап ҡуйылғанса, үҙ урынында айырым ята ине.

8 Шунда ҡәбер янына алданыраҡ йүгереп килгән шәкерт тә эскә инде, ул барыһын да күрҙе һәм ышанды.

9 Улар Ғайсаның үленән тереләсәге тураһында Изге Яҙмала әйтелгәнде аңламайҙар ине әле.

10 Шунан һуң шәкерттәр өйҙәренә ҡайтты.

11 Ә Мәрйәм ҡәбер янында илап ҡалды. Ул илай-илай ҡәбер эсенә эйелеп ҡараны һәм

12 унда аҡтан кейенгән ике фәрештәне күрҙе. Уларҙың береһе Ғайсаның кәүҙәһе ятҡан урындың баш тәңгәлендә, икенсеһе аяҡ осонда ултыра ине. Улар:

13 – Эй ҡатын! Ниңә илайһың? – тип һоранылар. – Хакимымды алып киткәндәр, ә ҡайҙа ҡуйғандарын белмәйем, – тине Мәрйәм.

14 Шулай тигәндән һуң боролоп, артында баҫып торған Ғайсаны күрҙе, әммә Уны таныманы.

15 – Һеңлекәш, ниңә илайһың? Кемде эҙләйһең? – тине уға Ғайса. Мәрйәм Уны баҡсасы тип уйлап: – Әфәндем! Уны һин алып сыҡҡан булһаң, ҡайҙа ҡуйғаныңды әйт, мин Уны алайым, – тине.

16 Ғайса уға: – Мәрйәм! – тип өндәште. Мәрйәм, әйләнеп ҡарап, йәһүдсә: – Раббуни (йәғни Остаз)! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

17 – Миңә теймә! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына олғашманым. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Минең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына олғашам».

18 Магдалалы Мәрйәм шәкерттәргә барып: – Мин Хакимыбыҙҙы күрҙем, – тине һәм Ғайса әйткәндәрҙе һөйләп бирҙе.

19 Шәкерттәр шул көндө, йәғни аҙнаның беренсе кисендә, йәһүдтәрҙән ҡурҡып, өй ишектәрен бикләп, йыйылып ултыра ине. Шунда Ғайса килеп инде. Ул уртаға баҫып: – Именлек һеҙгә! – тине.

20 Быны әйткәс, ҡулдарын һәм ҡабырғаһын күрһәтте. Шәкерттәр Раббыларын күреп бик ҡыуанды.

21 Ғайса тағы: – Именлек һеҙгә! – тип ҡабатланы. – Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм.

22 Шулай тип, һулышын уларға өрҙө: – Изге Рухты ҡабул итегеҙ!

23 Кемдең гонаһтарын ғәфү итһәгеҙ, шуныҡы ғәфү ителер; кемдекен ғәфү итмәйһегеҙ, шуныҡы ғәфү ителмәҫ, – тине.


«Күрмәйенсә инанғандар бәхетле»

24 Ғайса килгәндә ун икенең береһе, Игеҙәк ҡушаматлы Томас, улар янында юҡ ине.

25 Башҡа шәкерттәр уға: – Беҙ Хакимыбыҙҙы күрҙек! – тинеләр. Ә Томас уларға: – Уның ҡулдарындағы ҡаҙаҡтан алған яраларын күрмәйенсә, шул яраларға бармағымды, ҡабырғаһындағы йәрәхәткә ҡулымды тейҙереп ҡарамайынса, ышанмаясаҡмын, – тип яуапланы.

26 Бер аҙна үткәс, шәкерттәр тағы бергә йыйылды. Был юлы Томас та улар менән бергә ине. Ишек бикле булһа ла, Ғайса килеп инде һәм уларҙың уртаһына баҫып: – Именлек һеҙгә! – тине.

27 Унан Томасҡа: – Бармағыңды бында һуҙ ҙа ҡулдарыма ҡара. Ҡулың менән ҡабырғамдағы йәрәхәткә ҡағыл! Шикләнмә, ә ышан, – тине.

28 – Минең Раббым һәм минең Аллам! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Томас.

29 Ғайса уға: – Һин Мине күргәнгә күрә ышандың. Күрмәйенсә инанғандар ни тиклем бәхетле, – тине.

30 Ғайса шәкерттәре алдында был китапта яҙылмаған башҡа бик күп мөғжизәләр ҙә күрһәтте.

31 Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына инаныуығыҙ өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә йәшәү булһын өсөн яҙылды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan