Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Яхъя 18 - Изге Яҙма


Ғайсаны ҡулға алыу
( Маҫ 26:47-75 ; 27:11-14 ; Мрк 14:43-72 ; 15:2-5 ; Лк 22:47-62 ; 23:2-5 )

1 Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, Ғайса Үҙенең шәкерттәре менән Ҡидрон үҙәнен үтеп, шундағы баҡсаға барып инде.

2 Ғайса шәкерттәре менән йыш ҡына шунда йыйылғанлыҡтан, был урынды хыянатсы Йәһүҙә лә белә ине.

3 Бына ул, римлыларҙың ғәскәри төркөмөн һәм Алла йортоноң баш ҡаһиндар менән фарисейҙар тарафынан ебәрелгән һаҡсыларын эйәртеп, шунда килде. Улар факелдар, яҡтыртҡыстар һәм ҡоралдар тотҡайны.

4 Ғайса, Үҙе менән ни буласағын белеп, уларға ҡаршы сыҡты. – Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны.

5 Тегеләр Уға: – Назаралы Ғайсаны, – тип яуап бирҙе. – Ул – Мин, – тине Ғайса. Хыянатсы Йәһүҙә лә улар менән шунда тора ине.

6 Ғайса: «Ул – Мин», – тигәс, тегеләр артҡа сигенеп, ергә йығылып китте.

7 Ғайса йәнә: – Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны. Улар: – Назаралы Ғайсаны, – тине.

8 – Мин һеҙгә: «Ул – Мин», – тип әйттем бит инде, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә һеҙгә Мин кәрәк икән, янымдағы кешеләрҙе сығарып ебәрегеҙ.

9 Ул быларҙы: «Һин Миңә биргәндәрҙең береһен дә юғалтманым», – тигән һүҙҙәре тормошҡа ашһын өсөн әйтте.

10 Шимғон Петрустың ҡылысы бар ине. Ул уны һурып сығарҙы ла, иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның уң ҡолағын сабып өҙҙө. Хеҙмәтсенең исеме Малхос ине.

11 Ғайса Петрусҡа: – Ҡылысыңды ҡыныңа тығып ҡуй! Атам биргән туҫтаҡтан эсмәҫ инемме ни? – тине.

12 Рим ғәскәриҙәре, уларҙың башлығы һәм йәһүдтәр тарафынан ебәрелгән Алла йорто һаҡсылары Ғайсаны тотоп бәйләне.

13 Тәүҙә Уны шул йылда иң баш ҡаһин булған Ҡаяфастың ҡайныһы Ханнас янына алып барҙылар.

14 Йәһүдтәргә: «Бөтөн халыҡҡа ҡарағанда, бер кешенең үлеүе хәйерлерәк булыр», – тип кәңәш биргән кеше шул Ҡаяфас ине.

15 Шимғон Петрус һәм тағы бер шәкерт Ғайса артынан эйәрҙе. Был шәкерт, баш ҡаһин менән таныш булғанлыҡтан, Ғайса менән бергә баш ҡаһиндың ихатаһына инә алды,

16 ә Петрус ҡапҡа янында тышта тороп ҡалды. Бер аҙҙан баш ҡаһиндың танышы булған теге шәкерт кире сыҡты. Ҡапҡа һаҡлаусы ҡыҙ менән һөйләшеп, ул Петрусты эскә алып инде.

17 Шунда ҡапҡа һаҡлаусы хеҙмәтсе ҡыҙ Петрустан: – Һин дә анау Кешенең шәкертеме әллә? – тип һорағас, ул: – Юҡ, – тине.

18 Һалҡын булғанлыҡтан, хеҙмәтселәр усаҡ яғып йылынып тора ине. Петрус та килеп улар менән бергә йылынды.

19 Иң баш ҡаһин Ғайсанан шәкерттәре һәм нимәләргә өйрәтеүе тураһында һорашты.

20 – Мин асыҡтан-асыҡ, бөтә кеше алдында һөйләнем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Йәһүдтәр һәр ваҡыт йыйылған ғибәҙәтханала һәм Алла йортонда өйрәттем, йәшеренеп бер ни ҙә һөйләмәнем.

21 Ниңә Минән һорайһығыҙ? Минең һүҙемде ишеткән кешеләрҙән һорағыҙ. Улар Минең нимә һөйләгәнемде белә.

22 Ғайса шулай тигәс, Уға яҡын торған һаҡсыларҙың береһе Уның яңағына килтереп һуҡты: – Иң баш ҡаһинға Һин шулай яуап бирәһеңме?

23 Ғайса уға: – Ялған һөйләгән булһам, ялғанлығын иҫбат ит. Әгәр дөрөҫөн һөйләйем икән, ниңә Миңә һуғаһың? – тине.

24 Шунан Ханнас Ғайсаны бәйләнгән килеш иң баш ҡаһин Ҡаяфасҡа ебәрҙе.

25 Шунда йылынып торған Шимғон Петрустан: – Һин Уның шәкерттәренең береһе түгелме? – тип һоранылар. – Юҡ, – тип инҡар итте Петрус.

26 Иң баш ҡаһиндың хеҙмәтселәренең береһе, ҡолағын Петрус сабып өҙгән кешенең туғаны: – Мин һине ул Кеше менән бергә баҡсала күрҙем түгелме һуң? – тип һораны.

27 Петрус тағы инҡар итте. Тап ошо ваҡытта әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.

28 Ғайсаны Ҡаяфас янынан өлкә башлығының һарайына алып килделәр. Был иртә менән булды. Йәһүдтәр һарайға инмәне, сөнки инһәләр, таҙарыныуҙары боҙолоп, Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнаша алмаҫтар ине.

29 Пилатос үҙе улар янына сыҡты: – Был Кешене нимәлә ғәйепләйһегеҙ?

30 Тегеләр уға: – Әгәр ҙә Ул енәйәтсе булмаһа, беҙ Уны һинең хөкөмөңә тотоп килтермәгән булыр инек, – тип яуап бирҙе.

31 – Уны алып китеп, үҙегеҙҙең ҡанунығыҙ буйынса хөкөм итегеҙ, – тине Пилатос. Йәһүдтәр: – Беҙҙең кемде лә булһа үлем язаһына тарттырырға хоҡуғыбыҙ юҡ, – тинеләр.

32 Был иһә Ғайсаның Үҙенең нисек үләсәгенә ишара итеп әйткән һүҙҙәре тормошҡа ашһын өсөн әйтелде.

33 Пилатос һарайына ҡабат инде һәм Ғайсаны саҡыртып: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны.

34 – Һин быны үҙең генә әйтәһеңме, әллә Минең хаҡта башҡалар һөйләнеме? – тине Ғайса.

35 – Мин йәһүдме ни? Һине миңә Үҙ халҡың һәм баш ҡаһиндар тапшырҙы. Һин нимә эшләнең? – тине Пилатос.

36 – Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел. Әгәр был донъяныҡы булһа, Минең кешеләрем Мине йәһүдтәргә бирмәҫ өсөн көрәшерҙәр ине. Юҡ, Минең Батшалығым бындағы түгел, – тип яуапланы Ғайса.

37 – Тимәк, Һин Батшаһың, шулаймы? – тине Пилатос. Ғайса уға: – Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тип яуапланы.

38 – Нимә ул – хәҡиҡәт? – тип һораны Пилатос һәм, ошо һүҙҙе әйткәс, яңынан йәһүдтәр алдына сыҡты. Уларға: – Мин был кешелә бер ниндәй ҙә ғәйеп күрмәйем.

39 Йолағыҙ буйынса Ҡотҡарылыу байрамында бер тотҡондо азат итәм. Йәһүдтәр Батшаһын азат итеүемде теләйһегеҙме? – тине.

40 Шунда барыһы ла: – Уны түгел! Бараббасты! – тип ҡысҡырҙы. Бараббас иһә юлбаҫар ине.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan