Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Яхъя 14 - Изге Яҙма


«Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош»

1 – Борсолмағыҙ! Аллаға ышанаһығыҙ икән, Миңә лә ышанығыҙ!

2 Атам йортонда бүлмәләр күп. Шулай булмаһа, һеҙгә урын әҙерләргә китәм, тип әйтмәҫ инемме ни?

3 Барып урын әҙерләгәс, һеҙ ҙә Минең менән бергә булһын өсөн, яңынан килеп, һеҙҙе Үҙ яныма аласаҡмын.

4 Мин бара торған урынға юлды беләһегеҙ.

5 – Хакимым! Һинең ҡайҙа китеүең беҙгә билдәһеҙ, шулай булғас, унда барыр юлды ҡайҙан беләйек? – тине Томас.

6 Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша ғына Атам янына барып була.

7 Мине беләһегеҙ икән, Атамды ла белерһегеҙ. Ошо ваҡыттан башлап һеҙ Уны беләһегеҙ һәм күрҙегеҙ ҙә инде, – тип яуап бирҙе.

8 – Хакимым! Беҙгә Атаны күрһәтһәң, беҙ ҡәнәғәт булырбыҙ, – тине Филиппус.

9 – Филиппус, ни тиклем ваҡыт һеҙҙең менән бергәмен, ә һин Мине белмәйһеңме ни? – тине Ғайса. – Мине күргән кеше Атаны ла күргән була. Нисек инде һин: «Беҙгә Атаны күрһәт», – тиһең?

10 Минең – Атала, Атаның Миндә булыуына ышанмайһыңмы ни? Ә бит һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрҙе Мин Үҙемдән һөйләмәйем, Миндәге Атам Үҙенең эштәрен башҡара.

11 Ышанығыҙ: Мин – Атала, Атам – Миндә. Әйткәндәремә ышанмайһығыҙ икән, ҡылған эштәрем арҡылы ышанығыҙ.

12 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Миңә инанған кеше Мин башҡарған эштәрҙе, хатта уларға ҡарағанда ҙурыраҡтарын да башҡарыр, сөнки Мин Атам янына китәм.

13 Минең исемемдән нимә генә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен; шулай итеп Ата Үҙенең шөһрәтен Улында күрһәтер.

14 Минең исемемдән нимә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен.


Ғайса вәғәҙә иткән Изге Рух

15 Әгәр Мине яратһағыҙ, бойороҡтарымды үтәрһегеҙ.

16 Мин Атамдан һорармын, Ул, мәңге һеҙҙең менән булһын өсөн, һеҙгә бүтән Яҡлаусы бирер.

17 Ул Яҡлаусы – Хәҡиҡәт Рухы. Донъя Уны күрмәгәнгә һәм белмәгәнгә күрә ҡабул итә алмай, ә һеҙ Уны беләһегеҙ, Ул һеҙҙең менән ҡалыр һәм күңелегеҙҙә булыр.

18 Мин һеҙҙе етем ҡалдырмам, ҡабат янығыҙға килермен.

19 Тағы аҙ ғына ваҡыт үткәс, донъя Мине күрмәйәсәк, ә һеҙ күрәсәкһегеҙ. Мин йәшәйем икән, һеҙ ҙә йәшәйәсәкһегеҙ.

20 Шул көндө һеҙ Минең – Атамда, үҙегеҙҙең – Миндә һәм Минең һеҙҙә икәнлегемде белерһегеҙ.

21 Бойороҡтарымды ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә уны яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.

22 Йәһүҙә (Искариот түгел) Унан: – Хакимым! Ни өсөн Һин Үҙеңде донъяға түгел, ә беҙгә күрһәтергә теләйһең? – тип һораны.

23 Ғайса уға былай тип яуап бирҙе: – Мине яратҡан кеше Минең һүҙемде тотор. Ул саҡта Атам да уны яратыр һәм Беҙ, уның янына килеп, уның менән бергә йәшәрбеҙ.

24 Мине яратмаған кеше һүҙемде лә тотмай. Ә бит һеҙ ишетә торған һүҙ – Минән түгел, ә Мине ебәргән Атанан.

25 Мин быларҙы һеҙҙең менән бергә булғанда уҡ әйткәйнем.

26 Ә Минең исемемдән Атам ебәрәсәк Яҡлаусы – Изге Рух – һеҙҙе һәр нәмәгә өйрәтер һәм Мин һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә хәтерегеҙгә төшөрөр.

27 Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырам. Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ донъя биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!

28 Һеҙ Минең: «Һеҙҙән китәм һәм һеҙгә киләсәкмен», – тигәнемде ишеттегеҙ. Әгәр ҙә Мине яратһағыҙ, Атам янына китеүемә ҡыуаныр инегеҙ, сөнки Атам Минән бөйөгөрәк.

29 Мин әйткән хәлдәр тормошҡа ашҡанда, Миңә ышанырһығыҙ тип, был һүҙҙәрҙе һеҙгә хәҙер һөйләйем.

30 Инде һеҙҙең менән бүтәнсә һөйләшә алмам, сөнки был донъяның хакимы килә. Уның Минең өҫтөмдән хакимлығы юҡ,

31 әммә донъя белһен: Мин Атамды яратам һәм Уның Миңә ҡушҡан бойороҡтарының барыһын да башҡарам. Тороғоҙ, бынан китәйек!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan