Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Яхъя 12 - Изге Яҙма


Бейт-Әниәлә Ғайсаға май һөртөү
( Маҫ 26:6-13 ; Мрк 14:3-9 ; Лк 7:37-39 )

1 Ҡотҡарылыу байрамына алты көн ҡалғас, Ғайса Бейт-Әниәгә килде. Был – Ғайса үлемдән терелткән Әлғазар йәшәгән ауыл ине.

2 Унда Ғайса хөрмәтенә табын йыйҙылар. Марта өҫтәл тәрбиәләп йөрөнө, ә Әлғазар Ғайса һәм башҡа ҡунаҡтар менән бергә табында ултырҙы.

3 Мәрйәм, бер ҡаҙаҡ бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард майы алып килеп, Ғайсаның аяҡтарына һөрттө, шунан үҙенең сәсе менән ҡоротоп алды. Өй эсе майҙың хуш еҫе менән тулды.

4 Шунда Ғайсаның шәкерттәренең береһе, Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот:

5 – Ниңә был майҙы өс йөҙ динарға һатып, фәҡирҙәргә өләшеп бирмәҫкә ине инде? – тип ҡуйҙы.

6 Ул быны фәҡирҙәр тураһында ҡайғыртҡандан түгел, ә ҡараҡ булғаны өсөн әйтте. Уртаҡ аҡса янсығын йөрөтөү уның вазифаһында ине, һәм ул йыш ҡына унан үҙ ихтыяжына аҡса ала торғайны.

7 Ғайса былай яуапланы: – Мәрйәмде тыныслыҡта ҡалдыр! Ул был хуш еҫле майҙы Мине ерләү көнөнә һаҡларға тейеш ине.

8 Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә янығыҙҙа гел булмам.

9 Ул арала бер төркөм йәһүдтәр, Ғайсаның Бейт-Әниәлә икәнлеген белеп, шунда йыйылды. Улар Ғайса өсөн генә түгел, Ул терелткән Әлғазарҙы күрергә тип тә килгәйне.

10 Баш ҡаһиндар иһә Әлғазарҙы ла үлтерергә ҡарар итте,

11 сөнки уның арҡаһында күп йәһүдтәр килеп, Ғайсаға инана башлағайны.


Ғайсаның тантаналы рәүештә Йәрүсәлимгә инеүе
( Маҫ 21:4-9 ; Мрк 11:7-10 ; Лк 19:35-38 )

12 Икенсе көндө байрамға йыйылған күп һанлы халыҡ төркөмө, Ғайсаның Йәрүсәлимгә килеүен ишеткәс,

13 хөрмә ботаҡтары алдылар ҙа: – «Һосанна! Раббы исеме менән Килеүсе, Исраил Батшаһы мөбәрәк булһын!» – тип ҡысҡырып ҡаршыларға сыҡтылар.

14 Ғайса, бер ишәк табып шуға атланды һәм барыһы ла Изге Яҙмала әйтелгәнсә тормошҡа ашты:

15 «Ҡурҡма, Сион-ҡыҙ. Күрәһеңме, йәш ишәккә атланып, һинең Батшаң килә».

16 Шәкерттәре ул саҡта быны аңламаны, Ғайса шөһрәт алғандан һуң ғына Изге Яҙмала Уның хаҡында шулай яҙылған булыуын һәм Уны шулай ҡаршы алыуҙарын хәтерҙәренә төшөрҙө.

17 Әлғазарҙы ҡәберҙән сығарып терелткән саҡта Ғайса менән булған кешеләр был хәл тураһында һөйләне.

18 Халыҡ, Ғайсаның ошондай мөғжизә ҡылғанын ишеткәнгә күрә, Уны ҡаршы алырға сыҡҡайны.

19 Фарисейҙар иһә үҙ-ара: – Күрәһегеҙме, ҡулыбыҙҙан бер нәмә лә килмәй. Бөтә кеше Уға эйәрә, – тиеште.


Ғайсаның Үҙенең нисек үләсәген белгертеүе

20 Байрамда Аллаға табынырға килеүселәр араһында гректар ҙа бар ине.

21 Улар, Галилеялағы Бейт-Сайданан булған Филиппус янына килеп: – Әфәндем, беҙ Ғайсаны күрергә теләйбеҙ, – тип үтенде.

22 Филиппус был хаҡта Әндриасҡа әйтте, үтенесте икәүләп Ғайсаға еткерҙеләр.

23 Ғайса: – Әҙәм Улының шөһрәт ала торған ваҡыты етте! – тип яуапланы. –

24 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ергә төшкән бойҙай бөртөгө үлмәһә, шул килеш ҡалыр, ә үлһә, ҙур уңыш килтерер.

25 Кем үҙ йәнен ярата, шул уны юғалтыр; әммә был донъяла үҙ йәненә нәфрәтләнгән кеше уны мәңгелек тормош өсөн һаҡлар.

26 Кем Миңә хеҙмәт итергә теләй, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа булһам, хеҙмәтсем дә шунда булыр. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам хөрмәт күрһәтәсәк.

27 Инде күңелем борсоулы. Нимә тип әйтәйем? «Атам! Мине был сәғәттән ҡотҡар!» – типме? Ләкин Мин тап ошо сәғәт өсөн килдем дә.

28 Атам! Исемеңдең шөһрәтен күрһәт. Шул ваҡыт күктән: – Күрһәттем һәм күрһәтәсәкмен! – тигән ауаз ишетелде.

29 Шунда торған һәм быны ишеткән халыҡ: «Күк күкрәне», – тиеште, ә ҡайһы берәүҙәр: «Уның менән фәрештә һөйләште», – тине.

30 Быға Ғайса: – Был ауаз Минең өсөн түгел, һеҙҙең өсөн булды, – тине. –

31 Был донъяны хөкөм итер ваҡыт етте, хәҙер был донъяның хакимы ҡыуыласаҡ.

32 Мин, ерҙән күтәрелгәс, барлыҡ кешеләрҙе Үҙемә тартасаҡмын.

33 Ул быны Үҙенең ниндәй үлем менән үләсәген белгертеп әйтте.

34 Халыҡ Уға: – Беҙгә ҡанундан Мәсихтең мәңге ҡаласағы билдәле. Нисек Һин, Әҙәм Улы күккә күтәрелергә тейеш, тип әйтә алаһың? Кем Ул Әҙәм Улы? – тип яуапланы.

35 Ғайса: – Яҡтылыҡтың һеҙҙең менән булырына бик аҙ ваҡыт ҡалды. Үҙегеҙҙе ҡараңғылыҡ баҫҡанғаса, яҡтыла йөрөп ҡалығыҙ, сөнки ҡараңғыла йөрөүсе ҡайҙа барғанын белмәй.

36 Яҡтылыҡ һеҙҙең менән булғанда, яҡтылыҡҡа ышанығыҙ, шул саҡта һеҙ яҡтылыҡ балалары булырһығыҙ, – тине. Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса, китеп, уларҙың күҙенән юғалды.


Халыҡтың Ғайсаға ышанмауы

37 Ғайса халыҡ алдында шул тиклем күп илаһи мөғжизәләр күрһәтһә лә, Уға ышанманылар.

38 Сөнки Ишағыяһ пәйғәмбәрҙең: «Раббым! Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды? Раббының ҡөҙрәте кемгә асылды?» – тигән һүҙҙәре тормошҡа ашырға тейеш ине.

39 Улар ышана алманы, сөнки, Ишағыяһ әйткәнсә:

40 «Күҙҙәре менән күрмәһендәр, йөрәктәре менән аңламаһындар өсөн Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте, йөрәктәрен ҡатырҙы. Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар – Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».

41 Ишағыяһ был һүҙҙәрҙе Ғайсаның шөһрәтен алдан күргәнгә әйткән; Уның тураһында һөйләгән.

42 Хәйер, башлыҡтарҙың да күбеһе Уға инанғайны инде, ләкин үҙҙәрен фарисейҙар ғибәҙәтхананан айырыр тип ҡурҡып, быны белдермәнеләр.

43 Улар Алланан килгән данға ҡарағанда, кешеләр алдындағы данды артығыраҡ күрҙе.

44 Ғайса көслө тауыш менән: – Миңә инанған кеше Минең Үҙемә түгел, ә Мине Ебәргәнгә инана, – тине. –

45 Мине күргән Мине Ебәргәнде күрә.

46 Миңә инаныусылар ҡараңғылыҡта ҡалмаһын өсөн, Мин донъяға яҡтылыҡ булып килдем.

47 Кемдер Минең һүҙҙәремде ишетеп тә, үтәмәй икән, уны хөкөм итмәйем, сөнки Мин донъяға хөкөм итергә түгел, ә донъяны ҡотҡарырға килдем.

48 Мине кире ҡағып, һүҙемде ҡабул итмәгән кешенең үҙ хөкөмсөһө бар: уны ҡиәмәт көнөндә Мин әйткән һүҙ хөкөм итәсәк.

49 Мин Үҙемдән һөйләмәнем, ә нимә һөйләргә, нимә әйтергә кәрәклеге хаҡында Мине ебәргән Атам бойороҡ бирҙе.

50 Мин Уның бойороғо мәңгелек тормош килтереүен беләм. Шулай итеп, нимә һөйләһәм дә, һәр һүҙҙе нәҡ Атам ҡушҡанса һөйләйем.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan