Яхъя 10 - Изге ЯҙмаҒайса – яҡшы көтөүсе 1 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем һарыҡ аҙбарына ҡапҡа аша түгел, башҡа юл менән инә, ул – ҡараҡ һәм юлбаҫар. 2 Ә ҡапҡанан ингән кеше һарыҡтарға көтөүсе була. 3 Һаҡсы уға ҡапҡа аса, һарыҡтар уның тауышын таный һәм ул, һарыҡтарын исемдәре менән саҡырып, уларҙы алып сыға. 4 Үҙенең бөтә һарыҡтарын алып сыҡҡас, алдан атлай, һарыҡтары артынан эйәреп бара, сөнки уның тауышын таныйҙар. 5 Ә ят кешегә улар эйәрмәй, тауышы таныш булмағас, унан ҡасып китәләр. 6 Ғайса ошо кинәйәле хикәйәтте һөйләне, ләкин тыңлаусылар Уның нимә хаҡында һөйләгәнен аңламаны. 7 Ғайса иһә һүҙен дауам итте: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин – һарыҡтар өсөн ҡапҡамын. 8 Минән алда килгәндәрҙең бөтәһе лә ҡараҡ һәм юлбаҫар ине, һарыҡтар уларҙы тыңламаны. 9 Мин – ҡапҡамын. Кем Минең аша инә, шул ҡотолор. Инер, сығыр һәм үҙенә көтөүлек табыр. 10 Ҡараҡ ул урлау, үлтереү һәм һәләк итеү өсөн генә килә. Мин иһә уларға тормош, тулы мәғәнәһендә тормош бирергә килдем. 11 Мин – яҡшы көтөүсе: яҡшы көтөүсе һарыҡтары өсөн йәнен фиҙа ҡыла. 12-13 Ә ялланғаны – ысын көтөүсе түгел. Ул, һарыҡтар үҙенеке булмағанлыҡтан, уларҙы ҡайғыртмай: бүре килгәнен күреп, һарыҡтарҙы ташлап ҡаса; бүре, һөжүм итеп, һарыҡтарҙы тамаҡлап китә. 14-15 Мин – яҡшы көтөүсемен. Ата – Мине, Мин Атаны таныған кеүек, Мин Үҙемдең һарыҡтарымды таныйым, улар Мине таный. Мин һарыҡтарым өсөн йәнемде фиҙа ҡылам. 16 Минең был аҙбарҙа булмаған бүтән һарыҡтарым да бар. Уларҙы ла алып килергә тейешмен. Улар Минең тауышымды тыңлаясаҡ, һәм бер көтөү, бер көтөүсе булыр. 17 Атам Мине шуның өсөн ярата: Мин Үҙемдең йәнемде ҡабаттан алыу өсөн бирәм. 18 Йәнемде Минән бер кем дә тартып алмай, Мин уны Үҙем бирәм. Йәнемде бирергә лә, кире алырға ла хакимлығым бар. Был бойороҡто Мин Атамдан алдым. 19 Был һүҙҙәр арҡаһында йәһүдтәр араһында йәнә бәхәс ҡупты. 20 Араларынан күпселек: – Уға ен эйәләшкән, Ул һаташа. Ниңә Уны тыңлайһығыҙ? – тине. 21 Башҡалары иһә: – Былар – ен эйәләшкән кеше һүҙҙәре түгел. Ен һуҡырҙың күҙен аса аламы ни? – тинеләр. Йәһүдтәрҙең Ғайсаны ҡабул итмәүе 22 Ҡыш етте. Йәрүсәлимдә Яңырыу байрамы ине. 23 Ғайса Алла йорто янындағы Сөләймән айуаны буйлап йөрөгән саҡта, 24 йәһүдтәр Уның тирәһенә йыйылды. – Һин түҙемлегебеҙҙе ҡасанға тиклем һынарға уйлайһың? Әгәр Мәсих икәнһең, беҙгә асыҡ итеп әйт, – тинеләр. 25 Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Мин һеҙгә әйткәйнем инде, әммә һеҙ ышанманығыҙ. Атам исеменән башҡарған эштәрем Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыла. 26 Әммә һеҙ ышанмайһығыҙ, сөнки Минең һарыҡтарым түгелһегеҙ. 27 Минең һарыҡтарым Минең тауышымды ишетә, Мин дә уларҙы таныйым һәм улар Минең артымдан бара. 28 Мин уларға мәңгелек тормош бирәм. Улар бер ҡасан да һәләк булмаясаҡ, уларҙы бер кем дә Минән тартып ала алмаясаҡ. 29 Уларҙы Миңә биргән Атам һәммәһенән дә бөйөк. Атамдың ҡулынан тартып алырға бер кемдең дә хәленән килмәй. 30 Мин һәм Ата – бербеҙ. 31 Йәһүдтәр, Уны үлтерергә теләп, тағы ҡулдарына таш алды. 32 – Мин һеҙгә Атам тарафынан күп яҡшы эштәр күрһәттем. Шуларҙың ҡайһыһы өсөн Мине таш менән бәреп үлтерергә теләйһегеҙ? – тине Ғайса. 33 Йәһүдтәр Уға: – Беҙ Һине яҡшы эштәрең өсөн түгел, ә көфөр һөйләүең, кеше булыуыңа ҡарамаҫтан, Үҙеңде Алла итеп күрһәтеүең өсөн үлтерергә теләйбеҙ, – тинеләр. 34 Ғайса уларға шулай яуап бирҙе: – Алланың «„Һеҙ – илаһтарһығыҙ“, – тинем Мин» тигән һүҙҙәре ҡанунығыҙҙа яҙылған түгелме? 35 Ә Изге Яҙманы юҡҡа сығарып булмай. Әгәр ҙә Алла һүҙе бирелгәндәр илаһ тип аталған икән, 36 «Мин – Алла Улы» тигән мәлдә нисек һеҙ Миңә «көфөр һөйләйһең» тип әйтә алаһығыҙ? Мине Алла Үҙе изге хеҙмәт өсөн айырып алып, был донъяға ебәрҙе бит. 37 Әгәр Атамдың эштәрен башҡармаһам, Миңә ышанмағыҙ. 38 Ә инде башҡарам икән, Минең Үҙемә ышанмаһағыҙ, ҡылған эштәремә ышанығыҙ! Ана шунда инде һеҙ Атамдың – Миндә, ә Минең Атамда икәнлеген аңларһығыҙ һәм белерһегеҙ. 39 Улар Ғайсаны тағы эләктерергә тырыштылар, әммә Ул ҡулдарынан ысҡынып китеп барҙы. 40 Ғайса ҡабат Иордан аръяғына, элек Яхъя һыуға сумдырып йөрөгән урынға юл тотто һәм шунда ҡалды. 41 Уның янына килеүселәр күп булды, улар бер-береһенә: – Яхъя бер генә мөғжизә лә күрһәтмәгәйне, әммә Яхъяның Уның тураһында әйткәндәре бөтәһе лә дөрөҫ, – тине. 42 Унда күптәр Ғайсаға инанды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia