Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Яхъя 1 - Изге Яҙма


«Һүҙ Кеше булды»

1 Иң башта Һүҙ булған. Һүҙ Алла менән булған, һәм Һүҙ Алла булған.

2 Һүҙ иң элек үк Алла менән булған.

3 Бар нәмә Һүҙ аша яратылған, һәм яратылған бер нәмә лә Унан башҡа барлыҡҡа килмәгән.

4 Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләр өсөн яҡтылыҡ булған.

5 Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡта балҡый. Ҡараңғылыҡ яҡтылыҡты йота алмаған.

6 Алла тарафынан Яхъя исемле кеше ебәрелгәйне.

7 Ул шаһит булып килде. Уның арҡаһында барыһы ла был Яҡтылыҡҡа инанһын өсөн, шаһитлыҡ ҡылырға килде.

8 Ул үҙе Яҡтылыҡ түгел ине, әммә Яҡтылыҡ тураһында шаһитлыҡ ҡылырға ебәрелде.

9 Һәр кемде яҡтыртыусы ысын Яҡтылыҡ донъяға килде.

10 Ул донъяла бар ине, ләкин донъя, Уның аша яратылыуына ҡарамаҫтан, Уны таныманы.

11 Ул Үҙенекеләр янына килде, әммә улар Уны ҡабул итмәне.

12 Ә Үҙен ҡабул итеп, Үҙенә инанғандарға Ул Алла балалары булырға хоҡуҡ бирҙе.

13 Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм әҙәм теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы.

14 Һүҙ Кеше булды ла арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның шөһрәтен – Атаның берҙән-бер Улында булған шөһрәтен күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.

15 Яхъя Уның хаҡында шаһитлыҡ ҡылып: «Минән һуң Килеүсе минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине» тип һөйләгәнем – бына Ул Үҙе, – тип ҡысҡырып иғлан итте.

16 Уның сикһеҙ мәрхәмәтенән беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ.

17 Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде.

18 Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Атаға һыйынған берҙән-бер Улы асып бирҙе.


Яхъяның шаһитлыҡ ҡылыуы
( Маҫ 3:1-12 ; Мрк 1:2-8 ; Лк 3:1-18 )

19-20 Йәһүд хакимдары Йәрүсәлимдән ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе Яхъяға уның кемлеген һорарға ебәргәс, ул яуап биреүҙән баш тартманы. Йәшермәйенсә, асыҡтан-асыҡ: – Мин Мәсих түгел, – тип шаһитлыҡ итте.

21 – Кем һуң һин? Ильясмы? – тип һоранылар. – Юҡ, – тине Яхъя. – Вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәрме? Ул йәнә: – Юҡ, – тип яуапланы.

22 – Улайһа, кем һуң һин? – тип һаман ныҡыштылар. – Беҙҙе бында ебәргән кешеләргә беҙ һинең яуабыңды еткерергә тейешбеҙ. Үҙең тураһында ни әйтерһең?

23 – Мин – Ишағыяһ пәйғәмбәр әйткәнсә: «Раббыға юл турайтығыҙ!» – тип сүлдә яңғыраған тауыш, – тине Яхъя.

24 Улар араһындағы фарисей вәкилдәре:

25 – Һин Мәсих тә, Ильяс та, вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр ҙә булмағас, ни өсөн һыуға сумдырыу йолаһын башҡараһың? – тип һоранылар.

26 Яхъя уларға: – Мин һыуға ғына сумдырам, әммә арағыҙҙа һеҙ белмәгән Берәү бар.

27 Минән һуң килгән Зат – Ул, ә мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен, – тип яуап бирҙе.

28 Был ваҡиғалар Яхъя һыуға сумдыра торған урында – Иордан йылғаһы аръяғындағы Бейт-Әниәлә булды.

29 Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине. –

30 «Минән һуң Берәү килер, Ул минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине», – тип һөйләгәнем – Ул Үҙе.

31 Мин Уны танымай инем, ләкин, Уны Исраил халҡы белһен өсөн, һыуға сумдырыу йолаһын башҡарырға килдем.

32 Яхъя шаһитлыҡ ҡылды: – Мин Уға күктән күгәрсен сүрәтендә Алла Рухы төшөүен һәм Уның өҫтөндә ҡалыуын күрҙем.

33 Мин Уны белмәҫ инем, әммә һыуға сумдырырға тип мине Ебәреүсе: «Кемдең өҫтөнә Рух төшә һәм Унда ҡала, Изге Рухҡа сумдырыусы Шул булыр», – тигәйне.

34 Мин быны күрҙем һәм шаһитлыҡ ҡылам: Ул – Алла Улы.


Ғайсаның беренсе шәкерттәре
( Маҫ 4:18-22 ; Мрк 1:16-20 ; Лк 5:2-11 )

35 Икенсе көндө Яхъя, ике шәкерте менән шул уҡ урында торғанда,

36 үтеп барған Ғайсаны күреп: – Ҡарағыҙ, ана, Алла Бәрәсе, – тине.

37 Уның был һүҙҙәрен ишеткәс, шәкерттәрҙең икеһе лә Ғайса артынан китте.

38 Ғайса, артына боролоп, уларҙың эйәреп килгәнен күрҙе лә: – Һеҙгә нимә кәрәк? – тине. – Рабби (Рабби – «Остаз» тигәнде аңлата), Һин ҡайҙа йәшәйһең? – тип һоранылар.

39 – Әйҙәгеҙ, күрерһегеҙ, – тине Ғайса. Сәғәт дүрттәр тирәһе ине. Улар, Ғайса менән барып, ҡайҙа йәшәгәнен күрҙеләр һәм кискә тиклем Уның янында булдылар.

40 Яхъянан ишетеп, Ғайса артынан эйәргән икәүҙең береһе Шимғон Петрустың ҡустыһы Әндриас ине.

41 Ул, иң тәүҙә ағаһы Шимғонды эҙләп табып, уға: – Беҙ Мәсихте таптыҡ, – тине. Мәсих – «мәсехләнгән Зат» тигәнде аңлата.

42 Ул Шимғонды Ғайса янына алып килде. Ғайса Шимғонға текләп ҡарап: – Һин Яхъя улы Шимғонһың, әммә Кефас тип аталырһың, – тине. Кефас һәм Петрус «ҡая» тигәнде аңлата.

43 Икенсе көндө Ғайса Галилеяға барырға булды. Ул Филиппусты осратып: – Миңә эйәр! – тине.

44 Әндриас менән Петрус кеүек Филиппус та Бейт-Сайда ҡалаһынан ине.

45 Филиппус Наҫанаилды эҙләп табып: – Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине.

46 Наҫанаил иһә быға ҡаршы: – Назаранан йүнле нәмә сығамы ни? – тип яуапланы. – Барайыҡ, үҙең күрерһең, – тине Филиппус.

47 Ғайса, Үҙенә табан килгән Наҫанаилды күреп, уның хаҡында: – Бына ысын Исраил кешеһе, ул алдаша белмәй, – тине.

48 – Һин мине ҡайҙан беләһең? – тине Наҫанаил. – Филиппус саҡырғанға тиклем үк Мин һине инжир ағасы төбөндә күргәйнем, – тип яуапланы Ғайса.

49 Наҫанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Исраил Батшаһы! – тине.

50 – Минең: «Һине инжир ағасы төбөндә күрҙем», – тигәнем өсөн генә ышанаһыңмы? Бынан да күберәкте күрерһең әле, – тип Ғайса

51 һүҙен дауам итте. – Мин һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Күктәрҙең асылыуын, Алла фәрештәләренең Әҙәм Улына төшөүен һәм күтәрелеүен күрерһегеҙ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan