Вәғәзсе 8 - Изге Яҙма1 Кем аҡыллы кеше менән тиңләшер, һәр нәмәнең асылын кем аңлатыр? Аҡыл кешенең йөҙөн нурландыра, сырайының ҡырыҫлығын юя. 2 Батша бойороғон тот, сөнки был һинең Алла алдында биргән антыңа бәрәбәр. 3 Батша хозурынан ситкә сығырға ашыҡма, яман эштәр яҡлы булма, сөнки батша үҙе нимә теләй, шуны эшләй ала. 4 Батшаның һүҙендә көс бар. Кем уға: «Нимә эшләйһең?» – тип әйтә ала? 5 Бойороҡҡа буйһонған кеше яманға тарымаҫ. Аҡыллы һәр нәмәнең мәлен һәм әмәлен белә. 6 Сөнки һәр нәмәнең үҙ мәле һәм әмәле бар. Әммә кешегә күп ауыр хәлдәр кисерергә тура килә. 7 Бер кем дә алда ни булырын белмәй; киләсәктә нимә булырын кем әйтһен? 8 Кешенең елде туҡтатырға ҡөҙрәте етмәгәндәй, үҙенең әжәл көнө өҫтөнән хакимлығы юҡ. Был көрәштә ҡотолоу юлы юҡ, яуызлыҡ яуызды ҡотҡармаҫ. 9 Ҡояш аҫтында ҡылынған эштәрҙең һәр ҡайһыһына илтифат иткәндә, мин быларҙың һәммәһен дә күрҙем. Бер кеше башҡа кеше өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм уға зарар килтерә. 10 Яуыз кешеләрҙе ерләгәнде күргәнем бар. Был әҙәмдәр мөҡәддәс ергә килеп-китер, әммә уларҙы үҙҙәре яуызлыҡ ҡылған ҡалала оноторҙар. Был да – фани. 11 Яман эштәр өсөн яза тиҙ бирелмәгән саҡта, кешеләр енәйәт ҡылыуға әүәҫләнә. 12 Гонаһлы әҙәм йөҙҙәрсә ҡат боҙоҡлоҡ эшләһә лә, оҙаҡ йәшәүе бар, ләкин Алланы хөрмәтләгән, Унан ҡурҡҡан кешегә генә яҡшы булыр – шуны беләм. 13 Залим яҡшылыҡ күрмәҫ, Алланан ҡурҡмағанға күрә, ғүмере күләгәнекеләй ҡыҫҡа булыр. 14 Ер йөҙөндә тағы бер мәғәнәһеҙлек бар: яманға тейеш яза тәҡүә кешенең башына төшә, ә тәҡүәгә лайыҡ игелекте ямандар үҙләштерә. Мин: «Был да фани!» – тинем. 15 Шунан мин күңел асыуҙы өҫтөн ҡуйҙым, сөнки ҡояш аҫтында кеше өсөн ашап-эсеп, күңел асыуҙан да яҡшы нәмә юҡ. Алла биргән ғүмерендә кешегә ауыр хеҙмәтендә ошо ярҙам итер. 16 Аҡыл өйрәнгәнемдә, зиһенемде кешеләрҙең ҡояш аҫтында ғүмер буйы, көнө-төнө, йоҡо белмәй башҡарған эштәрен төшөнөүгә йүнәлткәндә, 17 мин Алланың барлыҡ ғәмәлдәрен күрҙем, кешеләрҙең иһә ҡояш аҫтында башҡарылғанды тулыһынса аңлап бөтөрә алмағанына төшөндөм. Кеше күпме генә аңлайым тип тырышмаһын, барыбер төшөнмәҫ. Хатта аңлайым тигән аҡыл эйәһе лә быға ирешә алмаҫ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia