Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Вәғәзсе 5 - Изге Яҙма

1 Уйламай һөйләмә, йөрәгең дә Алла алдында һүҙ әйтергә ашыҡмаһын: Алла күктә, ә һин – ерҙә, шуға күрә һүҙең аҙ булһын.

2 Хәстәре күптең төшө буталыусан, ахмаҡтың һүҙе кәрәгенән күп булыусан.

3 Аллаға нәҙер әйткәнһең икән, вәғәҙәңде тиҙ үтә, сөнки Ул ахмаҡтарға илтифат итмәй. Вәғәҙә иткәнеңде үтә.

4 Вәғәҙә биреп тә үтәмәгәнсе, вәғәҙә бирмәүең яҡшыраҡ.

5 Ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙәр гонаһҡа килтермәһен, Алла илсеһе алдында: «Был – яңылышлыҡ булды!» – тип әйтмә. Юҡһа Алла, әйткәнеңә асыуланып, ҡулыңдың эшен юҡҡа сығарыр.

6 Күп төш күреүҙә, күп һүҙ һөйләгәндәге ише, файҙаһыҙ нәмәләр бар: Алланан ҡурҡ.

7 Ниндәйҙер төбәктә ярлының ҡыҫырыҡланыуын, хаҡлыҡ һәм ғәҙеллектең юҡлығын күрһәң, быға ғәжәпләнмә; һәр бер түрәнең өҫтөнән унан юғарырағы, уларҙың өҫтөнән тағы ла юғарырағы бар.

8 Ер бөтә кешеләргә лә ярҙам итә, хатта батша ла баҫыуҙан алынған уңыш иҫәбенә йәшәй.

9 Көмөш яратҡан – көмөшкә, байлыҡ яратҡан байлыҡҡа туймаҫ. Был да – буш мәшәҡәт.

10 Байлыҡ артҡан һайын уны ҡулланыусылар ҙа арта. Байлыҡ эйәһенә унан ни файҙа? Байлығына ҡарап ҡына ҡәнәғәтләнергә ҡала.

11 Көн оҙоно эшләгәндең, аҙ ашағанмы ул, күп ашағанмы, йоҡоһо тыныс, ә бай байлығын хәстәрләп йоҡонан ҡала.

12 Ҡояш аҫтында шундай бер яман фажиғә күрҙем мин: йыйылған байлыҡ хужаһына зыян килтерә.

13 Эшендәге уңышһыҙлыҡ арҡаһында ул бар байлығын юғалта, тыуған улына бер нәмә лә ҡалдыра алмай.

14 Кеше әсә ҡарынынан нисек сыҡһа, үлгәс тә был донъянан шулай китә. Нисек килгән, барыһын да ҡалдырып, шулай китә, көс түгеп ирешкән хеҙмәт емешенән уның ҡулында алып китерлек бер нәмәһе лә булмаясаҡ.

15 Был бик яман фажиғә: кеше нисек килгән булһа, шулай китә. Елгә осҡан ауыр хеҙмәтенән уға ни файҙа?

16 Ғүмер буйы ҡараңғынан тороп ризыҡланып, көндәрен ҡайғы-хәсрәт, ауырыу һәм асыу эсендә үткәрергә мәжбүр.

17 Мин шуны аңланым: кеше өсөн Алла биргән ҡыҫҡа ғына ғүмере дауамында ашау-эсеү һәм был ҡояш аҫтындағы ауыр хеҙмәтенән йәм табып йәшәү яҡшы икән, сөнки был – уның тәҡдире.

18 Әгәр ҙә Алла берәй кешегә байлыҡ һәм мөлкәт бирһә, һәм уларҙан файҙаланыу, үҙ өлөшөн алып, ауыр хеҙмәтенән ләззәт табыу мөмкинлеген бирһә, был – Алланың бүләге.

19 Бындай кеше ғүмер көндәренең иҫәбе хаҡында бик уйланып бармай, сөнки Алла уның күңелен шатлыҡ-ҡыуаныс менән тултыра.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan