Вәғәзсе 11 - Изге Яҙма1 Икмәгеңде һыуға ағыҙ, күп көндәрҙән һуң һин уны ҡабат табырһың. 2 Булғаныңды ете, хатта һигеҙ өлөшкә бүлеп тарат, сөнки илдә ниндәй бәлә булырын белмәҫһең. 3 Болот тулышҡас, ергә ямғыр яуҙыра; әгәр ағас көньяҡҡа йәки төньяҡҡа ауһа, ҡайҙа ауған, шул урында ҡала. 4 Ел баҫылғанын көткән кешенең ере сәселмәй ҡалыр, болоттарҙы күҙәткән әҙәм ашлығын йыя алмаҫ. 5 Елдең юлын һәм әсә ҡарынында бала тумалғанын белмәгән кеүек, бар нәмәне яратҡан Алла ғәмәлен дә белә алмаҫһың. 6 Орлоғоңдо иртән иртүк сәсә башла, кискә тиклем ҡулыңа ял бирмә, сөнки ҡайһыһы уңышлы булырын белмәҫһең, бәлки икеһе лә уңышлы булыр. 7 Яҡтылыҡ – матур; ҡояшты күреү күҙҙәр өсөн ләззәтле. 8 Кеше, күпме генә йәшәмәһен, ғүмере буйына шатланып йәшәһен, әммә ҡараңғы көндәрен дә иҫенән сығармаһын, сөнки улар ҙа күп булыр һәм нимә буласаҡ, барыһы ла – фани. 9 Эй егет, йәш сағыңда күңел ас, шатлан да көл. Йөрәгең нимә ҡуша, шуны эшлә, күҙең ҡайҙа әйҙәй, шунда йөрө; әммә бел: быларҙың бөтәһе өсөн дә һиңә Алла алдында хисап тоторға тура килер. 10 Йөрәгеңдән ҡайғы-хәүефтәрҙе ҡыу; тәнеңдән сир-ғазапты алып ташла, сөнки йәшлек һәм ҡара сәстәр ел һымаҡ тиҙ үтеп китә. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia