Титусҡа 2 - Изге ЯҙмаИманлыларға нәсихәт 1 Һин иһә хаҡ тәғлимәткә тура килгәндәрҙе вәғәзлә: 2 оло ирҙәр айыҡ аҡыллы, ихтирамға лайыҡ, тотанаҡлы булһын, иманда, мөхәббәттә, сыҙамлылыҡта ныҡ торһон; 3 өлкән йәштәге ҡатындар, ысын иманлы кешеләргә хас булғанса, үҙҙәрен әҙәпле тотһон, ғәйбәт һөйләмәһен, эскелеккә бирелмәһен, яҡшылыҡҡа өйрәтһен; 4-5 Алла һүҙенә хурлыҡ килмәһен өсөн, йәштәргә ирҙәрен, балаларын яратырға тигән аҡыл бирһен, тотанаҡлы, саф, йорт-ҡураһы тураһында хәстәрлекле, яҡшы күңелле, үҙ ирҙәренә күндәм булһын. 6 Ир-егеттәрҙе лә һәр нәмәлә тотанаҡлы булырға өйрәт. 7 Уларға бөтә яҡшы эштәрҙә лә яҡшы өлгө күрһәт, ә өйрәткәндә намыҫыңа тоғро һәм етди бул, 8 телмәрең дөрөҫ һәм кире ҡаҡмаҫлыҡ булһын. Шулай ҡаршы килеүселәр бер ниндәй ҙә насар һүҙ әйтерлек урын тапмайынса оятҡа ҡалыр. 9 Ҡолдар һәр нәмәлә хужаларына буйһонһон, ярарға тырышһын, бәхәсләшмәһен, 10 урлашмаһын тип нәсихәт бир, улар һәр йәһәттән үҙҙәренең тоғро булыуҙарын күрһәтергә тейеш. Шулай итеп, улар Ҡотҡарыусыбыҙ Алла тәғлимәтенең күркәмлеге булып торасаҡ. 11 Алла тарафынан бөтә кешеләрҙе ҡотҡарыусы мәрхәмәт күрһәтелде. 12 Был мәрхәмәт, аллаһыҙлыҡты һәм донъяуи нәфселәрҙе кире ҡағып, беҙҙе был донъяла тотанаҡлы, ғәҙел булырға һәм Аллаға ихлас табынырға өйрәтә. 13 Шул уҡ ваҡытта беҙ ҡыуаныслы өмөтөбөҙ – бөйөк Аллабыҙ ҙа, Ҡотҡарыусыбыҙ ҙа булған Ғайса Мәсихтең шөһрәте күренеүен көтәбеҙ. 14 Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте. 15 Быларҙың барыһы тураһында һөйләгәндә, нәсихәт биргәндә һәм фашлағанда, хакимлыҡтың һәр төрөн файҙалан. Һине бер кем дә һанға һуҡмай тормаһын. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia