Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Сығыу 8 - Изге Яҙма


Тәлмәрйендәр

1 Раббы Мусаға: – Бар, фирғәүенгә бар ҙа әйт, Раббы былай ти: «Миңә ғибәҙәт ҡылһын өсөн, халҡымды ебәр.

2 Ебәрмәһәң, бөтә илеңде тәлмәрйен менән тултырам.

3 Йылға-һыуҙарыңда тәлмәрйен мыжғып торор, улар һыуҙан сығып һарайыңа, йоҡо бүлмәңә, ятыр-торор урыныңа кереп тулыр, хеҙмәтселәреңдең, тотош халҡыңдың йорт-ерҙәрен баҫыр, мейесегеҙ, икмәк күнәктәрегеҙ тәлмәрйен менән тулыр.

4 Улар үҙеңә лә, бөтә халҡыңа ла, хеҙмәтселәреңә лә маҙа бирмәҫ».

5 Раббы Мусаға: – Һарунға әйт, таяғын йылғалар, арыҡтар, күлдәр өҫтөнә һуҙһын да тәлмәрйендәрҙе Мысыр еренә сығарһын, – тине.

6 Һарун ҡулын Мысыр һыуҙары өҫтөнә һуҙҙы ла тәлмәрйендәр, һыуҙан сығып, бөтә Мысыр ерен баҫып алды.

7 Сихырсылар ҙа тылсымдары менән шуны эшләне – Мысыр еренә тәлмәрйендәр ебәрҙе.

8 Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырып алды ла: – Раббыға доға ҡылығыҙ, мине лә, халҡымды ла тәлмәрйендәрҙән арындырһын. Шул сағында Исраил халҡын Раббыға ҡорбан килтерергә ебәрермен, – тине.

9 – Һинең өсөн, хеҙмәтселәрең һәм халҡың өсөн ҡасан доға ҡылырға икәнен үҙең әйт. Шунан тәлмәрйендәр һинең яныңдан һәм һарайыңдан китер, бары тик йылғала ғына ҡалыр, – тине Муса.

10 – Иртәгә, – тип яуапланы фирғәүен. – Һин әйткәнсә булыр. Шул саҡта Аллабыҙ Раббының тиңе юҡлығын белерһең, – тине Муса. –

11 Тәлмәрйендәр һинән, һарайҙарыңдан, хеҙмәтселәреңдән, халҡыңдан китер; улар бары тик йылғала ғына ҡалыр.

12 Муса менән Һарун фирғәүен эргәһенән сыҡтылар. Муса Раббынан фирғәүенгә ебәргән бөтә тәлмәрйендәрҙе юҡ итеүен һорап ялбарҙы.

13 Раббы Муса һорағанса эшләне: йорт эстәрендәге, урам буйҙарындағы, баҫыу-яландағы тәлмәрйендәр ҡырылып бөттө.

14 Үлгән тәлмәрйендәрҙе өйөм-өйөм итеп йыйҙылар, ил буйлап һаҫыҡ еҫ таралды.

15 Еңеллек килгәнен күреп, фирғәүен йәнә ҡарышты: Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны.


Себен-серәкәйҙәр

16 Раббы Мусаға: – Һарунға әйт, таяғын күтәреп туҙанлы ергә һуҡһын – тотош Мысыр илендәге саң-туҙан себен-серәкәйгә әйләнер, – тип бойорҙо.

17 Муса менән Һарун шулай эшләне: Һарун таяғын күтәреп туҙанлы ергә һуғыуы булды – кешеләрҙе, мал-тыуарҙы себен-серәкәй һырып алды. Бөтөн Мысыр ерендә саң-туҙан себен-серәкәйгә әйләнде.

18 Сихырсылар ҙа тылсымдары менән себен-серәкәй ҡылып ҡараны – булдыра алманы. Кешеләрҙе лә, мал-тыуарҙы ла себен-серәкәй йонсотто.

19 – Был Алла эше, – тине сихырсылар фирғәүенгә. Ләкин фирғәүен һаман ҡарышты, Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны.


Күгәүендәр

20 Раббы Мусаға былай тине: – Иртәгә иртә таңдан, фирғәүен йылға буйына барған саҡта, уның ҡаршыһына сыҡ та әйт: «Раббы былай тип әйтә, тиген: „Миңә ғибәҙәт ҡылыр өсөн халҡыма китергә рөхсәт ит.

21 Рөхсәт итмәһәң, үҙеңә лә, хеҙмәтселәреңә лә, халҡыңа ла, йорттарыңа ла күгәүендәр юллайым. Бөтә мысырҙарҙың өйөндә, хатта уларҙың аяҡ аҫтындағы тупраҡта күгәүен мыжғыр.

22 Ләкин ул көндө халҡым йәшәгән Гошен ерен айырып ҡуясаҡмын, унда күгәүендең әҫәре лә булмаҫ. Ошонан һин Мин Раббының ул ерҙә булғанын белерһең.

23 Мин Үҙ халҡымды һинең халҡыңдан айырасаҡмын. Был хикмәт иртәгә булыр“».

24 Раббы шулай эшләне лә: фирғәүен һарайын, уның хеҙмәтселәренең йорт-ерен, тотош Мысырҙы ҡара болот булып күгәүен баҫты: күгәүендән ер иңрәне.

25 Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырып: – Барығыҙ, Аллағыҙға ҡорбанды ошо беҙҙең ерҙә килтерегеҙ, – тине.

26 Ләкин Муса: – Улай итә алмайбыҙ, сөнки Аллабыҙ Раббыға килтергән ҡорбанды мысырҙар ерәнгес тип һанай. Улар ерәнгес тип ҡабул иткән ҡорбанды күҙ алдарында ҡылһаҡ, беҙҙе таш бәреп үлтермәҫтәрме? – тип ҡаршы төштө. –

27 Беҙ Аллабыҙ Раббыға, Ул әйткәнсә, өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып ҡорбан килтерергә тейешбеҙ.

28 – Ярай, мин һеҙгә Аллағыҙ Раббыға сүлгә сығып ҡорбан килтерергә рөхсәт итермен, бары тик йыраҡ китмәгеҙ. Минең өсөн дә доға ҡылығыҙ, – тине фирғәүен.

29 – Һинән сығыу менән Раббынан һорармын, иртәгә үк фирғәүен дә, уның хеҙмәтселәре лә, тотош Мысыр халҡы ла күгәүендән арыныр. Фәҡәт фирғәүен алдашыуҙан туҡтаһын, халыҡты Раббыға ҡорбан килтерергә ебәрмәй тормаһын, – тине Муса.

30 Фирғәүендән сыҡҡас та Муса Раббыға ялбарҙы.

31 Раббы уның һорағанын үтәне: фирғәүенде, уның хеҙмәтселәрен, тотош Мысыр халҡын күгәүендән ҡотҡарҙы. Бер күгәүен дә ҡалманы.

32 Ләкин фирғәүен тиҫкәреләнеүен белде: халыҡты был юлы ла ебәрмәне.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan