Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Сығыу 5 - Изге Яҙма


Муса менән Һарундың фирғәүенгә ҡаршы көрәшеүе

1 Бынан һуң Муса менән Һарун, фирғәүенгә барып, былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы һиңә: «Халҡымды ебәр – сүлдә Минең өсөн байрам яһаһын!» – тип әйтә.

2 Әммә фирғәүен: – Уны тыңлап, Исраил халҡын сығарып ебәрергә, кем һуң ул Раббы? Мин ул Раббыны белмәйем һәм Исраил халҡын ебәрмәйем, – тип яуапланы.

3 – Беҙгә ғивриҙәр Аллаһы күренде, – тине Муса менән Һарун. – Өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит – юҡһа ул беҙҙе йә ҡырғын менән ҡырыр, йә ҡылыс менән юҡ итер.

4 Әммә Мысыр батшаһы уларға былай тине: – Муса, Һарун! Ниңә һеҙ халыҡты эштән айырып йөрөйһөгөҙ? Эшегеҙҙә булығыҙ.

5 Шунан фирғәүен: – Ҡарағыҙ, илдә халҡығыҙ күпме, ә һеҙ уларҙы эштән айыраһығыҙ, – тип өҫтәне.

6 Шул уҡ көндө фирғәүен ҡарап эшләтеүселәргә лә, мөдирҙәргә лә:

7 – Элек һеҙ кирбес һуғыр өсөн һалам бирә инегеҙ. Инде бирмәгеҙ – әйҙә, һаламды үҙҙәре эҙләп тапһын, – тип бойорҙо. –

8 Ә кирбесте әүәлге күләмдә һуҡһындар – кәметмәгеҙ. Юҡһа улар ялҡауланды, шуға күрә «барып Аллабыҙға ҡорбан килтерәбеҙ» тип сүлгә ебәреүемде талап итәләр.

9 Күберәк эш бирегеҙ – эшләһендәр, буш һүҙ тыңлап йөрөмәһендәр.

10 Фирғәүен янынан сыҡҡас, ҡарап эшләтеүселәр менән мөдирҙәр халыҡҡа барып: – Фирғәүен бынан ары һеҙгә һалам бирмәҫкә ҡушты, – тип белдерҙеләр. –

11 Һаламды үҙегеҙ ҡайҙан табаһығыҙ, шунан алығыҙ, кирбесте элеккенән кәм һуҡмағыҙ.

12 Шул көндән башлап исраилдар, тотош Мысыр буйлап йөрөп, һалам урынына баҫыуҙан ҡамыл йолҡа башланы.

13 Ҡарап эшләтеүселәр иһә: – Кирбесте көн һайын һаламығыҙ бар саҡтағы күләмдә һуғығыҙ, – тип талап итте.

14 Фирғәүендең ҡарап эшләтеүселәре Исраил халҡынан булған мөдирҙәрҙе: «Ниңә һеҙ кисә һәм бөгөн көн һайын һуғырға тейешле кирбес һанын элекке күләмдә һуҡмайһығыҙ?» – тип туҡмай башланы.

15 Исраилдарҙан булған мөдирҙәр фирғәүенгә ялыу итергә китте: – Ниңә һин беҙ ҡолдарың менән шулай итәһең?

16 Беҙ ҡолдарыңа һалам бирмәйҙәр, ә кирбес һуғырға ҡушалар! Беҙ ҡолдарыңды туҡмайҙар! Былай ҡыланып, һинең кешеләр үҙ өҫтөнә ғәйеп ала, – тинеләр.

17 Фирғәүен иһә: – Һеҙ артыҡ ялҡауланып киттегеҙ, шуға ла: «Әйҙә, Раббыға барып ҡорбан килтерәйек», – тиһегеҙ.

18 Барығыҙ, эшләгеҙ! Һеҙгә һалам бирмәйәсәктәр, ә кирбесте элек күпме һуҡҡанһығыҙ, әле лә шул тиклем һуғырға тейешһегеҙ, – тине.

19 «Көн һайын һуғырға тейешле кирбес һанын кәметмәгеҙ» тигәнде ишеткәс, мөдирҙәр иңдәренә төшкән бәләне аңланы.

20 Фирғәүен янынан сыҡҡас, үҙҙәрен көтөп торған Муса менән Һарунға:

21 – Һеҙҙең нимә эшләгәнегеҙҙе Раббы Үҙе күрһен, Ул һеҙҙе Үҙе хөкөм итһен. Һеҙҙең арҡала фирғәүен менән уның хеҙмәтселәре беҙҙе күрә алмаҫ булды. Беҙҙе үлтерһендәр өсөн уларҙың ҡулдарына ҡылыс тотторҙоғоҙ, – тинеләр.

22 Муса ҡабат Раббыға мөрәжәғәт итте: – Эй бөйөк Хакимым! Ниңә Һин был халыҡты шул тиклем ғазапҡа дусар итәһең, ниңә мине бында ебәрҙең?

23 Мин, фирғәүенгә килеп, Һинең исемеңдән телмәр тота башлағандан бирле, ул был халыҡҡа нығыраҡ ҡаныға. Һин иһә Үҙ халҡыңды ҡотҡарыр өсөн бер нәмә лә эшләмәнең.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan