Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Сығыу 40 - Изге Яҙма


Изге сатырҙы ҡороу һәм изгеләндереү

1 Раббы Мусаға былай тине:

2 – Беренсе айҙың тәүге көнөндә Изге торлаҡты – Осрашыу сатырын ҡор.

3 Уның эсенә Килешеү һандығын индер ҙә уны пәрҙә менән ҡапла.

4 Шунан өҫтәл индер һәм өҫтөнә бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе теҙеп ултырт. Шәмдәл килтер һәм майшәмдәрен ҡуй.

5 Хуш еҫ төтәтә торған алтын ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдына урынлаштыр. Изге торлаҡ ауыҙына ҡорма эл.

6 Ҡорбан яндырыу өсөн тәғәйенләнгән ҡорбан усағын Осрашыу сатыры алдына урынлаштыр.

7 Сатыр менән ҡорбан усағы араһына йыуынғыс ҡуй һәм унда һыу тултыр.

8 Сатырҙы уратып ихата ҡор, ихата ҡапҡаһына ҡорма эл.

9 Шунан мәсех майы ал да Изге сатырға һәм ундағы бар нәмәгә һөрт: сатырҙы һәм уның барса йыһаздарын изгеләндер – улар изге булыр.

10 Шулай уҡ тотош яндырыу ҡорбаны усағына һәм уның бөтә йыһаздарына май һөрт: ҡорбан усағын изгеләндер – ул изгеләрҙән-изге булыр.

11 Йыуынғысҡа һәм уның таяуына май һөрт – уларҙы изгеләндер.

12 Һарун менән улдарын Осрашыу сатыры алдына килтер ҙә һыу менән ҡойондор.

13 Һарунға изге кейемдәрен кейҙер һәм май һөртөп мәсехлә. Минең ҡаһиным булһын өсөн, уны изгеләндер.

14 Улдарын килтер, уларға күлдәк кейҙер.

15 Минең ҡаһиндарым булһын өсөн уларға ла, аталарына һөрткән һымаҡ, май һөрт. Шулай итеп, улар быуындан-быуынға мәңге күсеп бара торған ҡаһинлыҡҡа бағышланыр.

16 Муса бөтәһен дә Раббы ҡушҡанса эшләне.

17 Икенсе йылдың беренсе айының тәүге көнөндә Изге торлаҡ ҡоролдо.

18 Муса сатырҙы ҡорҙо: төптәрен ҡуйҙы, уларҙың өҫтөнә һайғауҙар менән тоташтырып рамдарын тыҡты, бағаналар ҡаҡты,

19 япмаларын япты, ә өҫтән, үҙенә Раббы ҡушҡанса, өҫкө япма менән ҡапланы.

20 Муса килешеү таҡтаташтарын алып килеп һандыҡ эсенә һалды. Һандыҡҡа ҡолғаларҙы беркетеп, өҫтөнә ҡапҡасын ҡуйҙы,

21 Һандыҡты Изге торлаҡҡа индерҙе һәм, Раббы ҡушҡанса, пәрҙә элеп, Килешеү һандығын ҡапланы.

22 Өҫтәлде Осрашыу сатырының эсендә, төньяҡ тарафҡа, пәрҙә алдына ҡуйҙы.

23 Уның өҫтөнә Раббы алдына икмәк һалды. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.

24 Шәмдәлде Осрашыу сатырына, өҫтәл ҡаршыһына, сатырҙың көньяғына ҡуйҙы.

25 Майшәмдәрҙе лә Раббы алдына урынлаштырҙы. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.

26 Алтын ҡорбан усағын Осрашыу сатырында, пәрҙәнең алдында урынлаштырҙы;

27 уның өҫтөндә хуш еҫ төтәтергә ҡуйҙы. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.

28 Сатырға ингән урынға ҡорма элде.

29 Осрашыу сатыры алдына тотош яндырыу ҡорбаны усағын урынлаштырҙы һәм уның өҫтөндә тотош яндырыу ҡорбаны һәм икмәк саҙаҡаһы килтерҙе. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.

30 Осрашыу сатыры менән ҡорбан усағы араһына йыуынғыс ҡуйҙы һәм уға йыуыныу өсөн һыу тултырҙы.

31-32 Муса, Һарун һәм Һарундың улдары, Осрашыу сатырына керергә һәм ҡорбан усағына яҡын килергә кәрәк булғанда, унда аяҡ-ҡулдарын йыуа ине. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.

33 Муса Сатырҙы һәм ҡорбан усағын уратып, ихата ҡорҙо, ихата ҡапҡаһына ҡорма элде. Шулай итеп, Муса эшен тамамланы.


Болоттоң Осрашыу сатырын ҡаплауы

34 Шул саҡ Осрашыу сатырын болот ҡапланы һәм Изге торлаҡ Раббы шөһрәтенең балҡышы менән тулды.

35 Муса Осрашыу сатырына инә алманы, сөнки уны болот ҡаплағайны һәм Изге торлаҡҡа Раббының шөһрәте тулғайны.

36 Сатыр өҫтөнән болот күтәрелгәндә, исраилдар юлға сығыр һәм тәғәйен араны үтер булды.

37 Болот күтәрелмәгәндә иһә, уның ҡалҡҡанын көтөп туҡтап торҙолар.

38 Көндөҙ Изге торлаҡ өҫтөндә Раббы болото торҙо, төнөн болот эсендә ут янды – быны исраилдарҙың һәммәһе лә күрҙе. Улар сәфәрҙә булған осорҙа гелән шулай булды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan