Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Сығыу 39 - Изге Яҙма


Ҡаһиндар өсөн кейем

1 Раббы Мусаға ҡушҡанса, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән Изге торлаҡта хеҙмәт итер өсөн кейемдәр һәм Һарунға изге кейемдәр әҙерләнеләр.

2 Эфодты зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн епкә һәм сиратылған нәфис етенгә алтын еп ҡушып оҫта итеп эшләнеләр.

3 Бының өсөн алтынды ҡалай һымаҡ итеп йәйҙеләр ҙә еп итеп ҡырҡтылар һәм шуны зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн епкә һәм сиратылған нәфис етенгә ҡуштылар.

4 Эфодты беркетер өсөн ян-яғынан уға ике яурынса тектеләр.

5 Эфодтың билғауы эфод һымаҡ уҡ һуғылды һәм уның менән бер бөтөн булды – ул алтын ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм нәҙек етендән һуғылды. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны.

6 Алтындан биҙәкләп эшләнгән тирәсәгә кейҙереп ҡуйылған оникс таштар әҙерләнеләр; был таштарға, мөһөрҙәге шикелле, Исраил улдарының исемдәре сүкеп яҙылғайны.

7 Уларҙы, Исраил улдары хаҡында иҫтәлек булһын өсөн, эфодтың яурынсаларына беркеттеләр. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны.

8 Эфод шикелле үк, алтын ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән, сиратылған нәфис етендән түшлек оҫталанылар.

9 Түшлек ике ҡатланған туҡыманан буйы һәм иңе бер ҡарыш ҙурлығында дүрткел ине.

10 Унда дүрт рәт аҫыл таштар һалынғайны. Беренсе рәттә – ҡыҙыл яҡут, хризолит һәм зөбәржәт;

11 икенсе рәттә – фирүзә, зәңгәр яҡут һәм алмас;

12 өсөнсө рәттә – яҡут, аҡ аҡыҡ һәм аметист;

13 дүртенсе рәттә – һары яҡут, оникс һәм йәшмә ине. Бөтә таштар ҙа биҙәкле алтын тирәсәгә кейҙерелгәйне.

14 Исраил улдарының исемдәре яҙылған таштар ун ике ине: һәр ташта, мөһөрҙәге шикелле, ун ике Исраил ырыуынан берәүһенең исеме сүкеп яҙылғайны.

15 Түшлек өсөн саф алтындан, бау шикелле ишеп, сылбырҙар эшләнеләр.

16 Биҙәкле ике алтын тирәсә эшләнеләр. Шулай уҡ ике алтын дүңгәләк яһап, уларҙы түшлектең мөйөштәренә беркеттеләр ҙә

17 ике алтын сылбыр ярҙамында

18 ике тирәсәгә тоташтырҙылар, ә әлеге тирәсәләрҙе алғы яҡтан эфодтың яурынсаларына беркеттеләр.

19 Тағы ике алтын дүңгәләк эшләнеләр һәм уларҙы эске яҡтан, эфодҡа ятып торған еренән, түшлектең ике мөйөшөнә беркеттеләр.

20 Тағы ике алтын дүңгәләк эшләп, уларҙы алғы яҡтан яурынсаның түбәнге осона – йөйгә яҡын итеп – эфодтың билғауы өҫтөнән, беркеттеләр.

21 Түшлектең дүңгәләктәре эфодтың дүңгәләктәре менән зәңгәр бау ярҙамында бәйләнгәйне – эфодтың билғауынан өҫтәрәк урынлашҡан түшлек эфодҡа берегеп ятып тора ине. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны.

22 Эфод аҫтынан кейә торған ябынса тотошлай зәңгәр туҡыманан тегелде.

23 Уның уртаһында баштан кейер өсөн уйым яһалды. Туҡыманың сите туҙрамаһын өсөн уйымдың ситтәре яға һымаҡ итеп тегелде.

24 Ябынсаның итәгенә зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл сиратылған йөн ептән анар емеше рәүешендә йоморсалар эшләнеләр.

25 Саф алтындан ҡыңғырауҙар эшләнеләр һәм уларҙы анар емештәре араһына ябынса итәгенә таҡтылар.

26 Ҡыңғырауҙар һәм анар емештәре ҡаһин хеҙмәтен үтәү өсөн тәғәйенләнгән ябынса салғыйы буйлап сиратлашып барҙы. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны.

27 Һарунға һәм уның улдарына нәфис етендән күлдәк тектеләр,

28 нәфис етендән сәллә һәм сиратылған етен ептән баш бәйҙәре эшләнеләр, йоҡа етендән ыштан тектеләр.

29 Сиратылған нәфис етен ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән биҙәкле билғау һуҡтылар. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны.

30 Оҫталар саф алтынды табаҡлап сәскә рәүешендә йәйҙеләр ҙә изгелек тажы эшләнеләр һәм уға, мөһөрҙәге шикелле сүкеп, «Раббыға бағышланған» тигән һүҙҙәрҙе яҙҙылар.

31 Уға, сәллә өҫтөнән беркетер өсөн, зәңгәр бау таҡтылар. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны.

32 Шулай итеп, Изге торлаҡ – Осрашыу сатыры эшләнеп бөттө. Исраил халҡы бөтәһен дә тап Раббы Мусаға ҡушҡанса эшләне.

33 Улар Мусаға Изге сатырҙы, уның япмаһын һәм бөтә кәрәк-ярағын – ҡаптырма, рам, һайғау, бағана һәм төптәрен –

34 шулай уҡ иләнгән һарыҡ тиреһенән япманы һәм йоҡа итеп эшкәртелгән күндән өҫкө ябыуҙы, айырып торған пәрҙәне,

35 Килешеү һандығын, уның ҡолғаларын, ҡапҡасын,

36 өҫтәлде һәм уның һауыт-һабаһын, Раббы хозурына ҡуйыла торған изге икмәкте,

37 саф алтындан эшләнгән шәмдәлде һәм уның өҫтөндә торорға тейешле майшәмдәрҙе, уның бөтә кәрәк-ярағын һәм шәм өсөн майҙы,

38 алтын ҡорбан усағын, мәсех майын, төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһын, сатырға инер юлды ҡаплай торған ҡорманы,

39 баҡыр рәшәткәле баҡыр ҡорбан усағын, уның ҡолғаларын һәм йыһаздарын, йыуынғыс менән уның таяуын,

40 ихата шаршауҙарын, уның бағаналарын һәм аҫтындағы төптәрен, ихата ҡапҡаһына ҡорманы, бауҙарҙы һәм ҡаҙыҡтарҙы, Осрашыу сатырында ғибәҙәт ҡылыуға тәғәйенләнгән бөтә йыһазды,

41 шулай уҡ изге урында хеҙмәт итеү өсөн туҡылған кейем: Һарун ҡаһинға изге кейемдәр һәм уның улдарына ҡаһинлыҡ кейемдәре алып килде.

42 Исраил халҡы бөтәһен дә, Раббы Мусаға нисек ҡушһа, шулай эшләне.

43 Муса улар эшләгәнде ҡарап сыҡты – бөтәһе лә Раббы ҡушҡанса башҡарылғайны. Муса уларға фатиха бирҙе.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan