Сығыу 38 - Изге ЯҙмаТотош яндырыу ҡорбаны усағының яһалыуы 1 Бесалил тотош яндырыу ҡорбаны өсөн сәрүәр ағасынан буйы ла, иңе лә биш терһәк, бейеклеге өс терһәк булған дүрткел ҡорбан усағы эшләне. 2 Ҡорбан усағының дүрт мөйөшөнә лә уның менән бер бөтөн итеп дүрт мөгөҙ эшләне. Ҡорбан усағының өҫтөн баҡыр менән көпләне. 3 Ҡорбан усағы өсөн бөтә кәрәк-яраҡ: көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпеү сеүәтәләре, сәнскеләр һәм һоҫҡолар эшләне. Уларҙың бөтәһе лә баҡырҙан ине. 4 Ҡорбан усағы өсөн селтәрле баҡыр рәшәткә яһаны һәм уны ҡорбан усағының һыры аҫтына, усаҡтың уртаһына етеп торорлоҡ итеп нығытты. 5 Ҡолғалар өсөн дүрт дүңгәләк ҡойоп яһаны һәм уларҙы баҡыр рәшәткәнең дүрт мөйөшөнә беркетте. 6 Ҡолғаларҙы сәрүәр ағасынан эшләне һәм уларҙы баҡыр менән көпләне. 7 Ҡорбан усағын күсереп йөрөтөр өсөн, ҡолғаларҙы ҡорбан усағының ситтәрендәге дүңгәләктәргә кейҙерҙе. Ҡорбан усағын ҡыуыш эсле итеп таҡтанан яһаны. Баҡыр йыуынғыстың яһалыуы 8 Ул шулай уҡ Осрашыу сатырына ингән ерҙә хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙар бүләк иткән баҡыр көҙгөнән йыуынғыс һәм уның таяуын эшләне. Изге сатыр ихатаһының яһалыуы 9 Изге сатырҙы уратып ихата эшләне. Ихатаның көньяҡ тарафының оҙонлоғо йөҙ терһәк булып, унда сиратылған нәфис етендән һуғылған шаршауҙар эленде. 10 Шаршауҙар өсөн төптәре баҡыр, ырғаҡтары һәм беркеткестәре көмөш булған егерме бағана яһаны. 11 Ихатаның төньяҡҡа ҡараған яғы ла шулай уҡ йөҙ терһәк булды, был яҡ өсөн дә шаршауҙар, егерме бағана һәм егерме баҡыр төп яһалды. Бағаналағы ырғаҡтар һәм беркеткестәр көмөштән ине. 12 Ихатаның көнбайыш яғынан ун төптә ултырған ун бағанаға эленгән илле терһәк оҙонлоғондағы шаршау һуҙыла. Бағаналағы ырғаҡтар һәм беркеткестәр көмөштән ине. 13 Көнсығыш яғы илле терһәк оҙонлоғо ине. 14 Ихата ҡапҡаһының бер яғында өс төпкә ултыртылған өс бағанаға эленгән ун биш терһәк оҙонлоғондағы шаршау килә. 15 Ихата ҡапҡаһынан икенсе яҡҡа ла өс төпкә ултыртылған өс бағанаға эленгән ун биш терһәк оҙонлоғондағы шаршау китә. 16 Ихата әйләнәһендәге бөтә шаршау – сиратылған нәфис етендән, 17 бағана аҫтындағы төптәр – баҡырҙан, бағаналағы ырғаҡтар һәм беркеткестәр көмөштән ине. Бағана баштары көмөш менән көпләнгән. Ихатаның бөтә бағаналары ла көмөш беркеткестәр менән тоташтырылған. 18 Ихатаның ҡапҡаһы өсөн ҡорма егерме терһәк оҙонлоғондағы төрлө төҫтәге – зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән эшләнеп, нағыш менән биҙәлгәйне. Уның иңе, ихата шаршауы һымаҡ, биш терһәк ине. 19 Уның дүрт баҡыр төпкә ултыртылған дүрт бағанаһы, көмөш ырғаҡтары бар ине. Бағана баштары көмөш менән көпләнгәйне; ундағы беркеткестәр ҙә көмөш ине. 20 Изге сатырҙың бөтә ҡаҙыҡтары һәм ихата әйләнәһендәге шаршау ҡаҙыҡтары баҡырҙан ине. Ҡулланылған алтын, көмөш һәм баҡырҙың күләме 21 Бына Изге сатыр – Килешеү сатырын – төҙөүгә киткән сығымдарҙы Мусаның бойороғо буйынса Һарун ҡаһиндың улы Иҫамар етәкселегендә левиҙәр иҫәпләп сығарған исемлек. 22 Йәһүҙә ырыуынан Хурҙан тыуған Ури улы Бесалил Раббы Мусаға бойорғандарҙың барыһын да эшләне. 23 Был эштә уға Дан ырыуынан Ахисамахтың улы Оһолиав ярҙам итте. Ул семәрләү, һыр-биҙәктәрҙе уйлап сығарыу, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн, сиратылған нәфис етен менән эш итеү оҫталығына эйә булған кеше ине. 24 Изге торлаҡ төҙөүгә тотонолған алтын – күтәреп күрһәтелгән саҙаҡа алтыны – изге шекелгә күрә егерме туғыҙ талант та ете йөҙ утыҙ шекел булды. 25 Йәмғиәт иҫәбенә ингәндәрҙән йыйылған көмөш изге шекелгә күрә йөҙ талант та бер мең ете йөҙ етмеш биш шекел тәшкил итте. 26 Егерме йәштән алып иҫәпкә индерелгән һәр кемдән – алты йөҙ өс мең дә биш йөҙ илле кешенән – берәр беҡа, йәғни изге шекелгә күрә ярты шекел түләнде. 27 Изге сатыр бағаналарына һәм пәрҙә бағаналарына төп ҡойоуға йөҙ талант, йәғни һәр төпкә бер талант көмөш китте. 28 Ҡалған бер мең ете йөҙ етмеш биш шекел көмөш иһә бағаналарҙың ырғаҡтарын, беркеткестәрен яһауға, бағана баштарын көпләүгә тотонолдо. 29 Күтәреп күрһәтелгән саҙаҡа итеп етмеш талант һәм ике мең дүрт йөҙ шекел баҡыр килтерелгәйне. 30 Унан Осрашыу сатырына инер юлдағы бағаналар өсөн төптәр, рәшәткәһе һәм йыһаздары менән бергә баҡыр ҡорбан усағы, 31 ихата әйләнәһенә эленгән шаршау һәм ихата ҡапҡаһы өсөн бағана төптәре, шулай уҡ Сатыр һәм ихата әйләнәһендәге шаршау өсөн ҡаҙыҡтар эшләнде. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia