Сығыу 36 - Изге Яҙма1 – Бесалил, Оһолиав һәм Раббы зирәк аҡыл һәм һәләт күндергән башҡа оҫталар изге урынды эшләгәндә кәрәк булған бөтә нәмәне тап Раббы ҡушҡанса башҡарырға тейеш, – тине Муса. 2 Муса Бесалилды, Оһолиавты һәм Раббы оҫталыҡ күндергән башҡа бөтә оҫталарҙы, эшкә тотонорға теләгән барса кешеләрҙе саҡырып алды. 3 Улар Мусанан изге урынды төҙөү өсөн Исраил халҡы килтергән бөтә саҙаҡаны алды. Ләкин кешеләр иртә һайын үҙ ихтыярҙары менән яңынан-яңы бүләктәр килтереүен дауам итте. 4 Шул саҡ изге урындың эше менән мәшғүл булған барса оҫталар, эштәрен ҡалдырып, Муса эргәһенә килде лә: 5 – Кешеләр Раббы ҡушҡан эш өсөн кәрәк булғандан күберәк килтерә, – тине. 6 Муса бөтә туплам буйлап, ир-ат та, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бүтәнсә изге урын өсөн саҙаҡа килтермәһен, тип иғлан итергә ҡушты. Бынан һуң халыҡ башҡаса иғәнә килтермәне. 7 Сөнки эште тамамлар өсөн етерлек, хатта кәрәк булғандан күберәк йыйылғайны. Изге сатырҙы ҡороу 8 Эш башлаған оҫталар Изге сатырҙы ун шаршауҙан эшләне. Шаршауҙар сиратылған нәфис етендән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һуғылып, уларға оҫта итеп кируб һүрәттәре сигелгәйне. 9 Һәр шаршауҙың буйы егерме һигеҙ, иңе дүрт терһәк булып, бөтә шаршауҙар ҙа бер үлсәмдә ине. 10 Биш шаршауҙы бергә, бер киҫәккә, ҡалған бишәүһен – шулай уҡ бергә беркеттеләр. 11 Беренсе киҫәктең ситке иңе буйлап зәңгәр элмәктәр, икенсе киҫәктең ситке иңе буйлап та шундай уҡ элмәктәр эшләнеләр. 12 Бер киҫәктең ситке иңендә илле һәм икенсе киҫәктең ситке иңендә илле элмәк: бер элмәк ҡаршыһында икенсе элмәк эшләнеләр. 13 Алтындан илле ҡаптырма эшләнеләр. Ҡаптырмалар менән шаршауҙарҙы беркеттеләр ҙә сатырҙы бер бөтөн итеп йыйҙылар – Изге сатыр хасил булды. 14 Изге сатырҙы ҡаплау өсөн кәзә дебетенән һуғылған ун бер япма эшләнеләр. 15 Һәр япманың буйы утыҙ, иңе дүрт терһәк; ун бере лә бер үлсәмдә ине. 16 Шуларҙың бишәүһен бергә, тағы алтауһын бергә беркеттеләр. 17 Бер киҫәктең ситке иңе буйлап илле элмәк һәм икенсе киҫәктең ситке иңе буйлап тағы илле элмәк эшләнеләр. 18 Илле баҡыр ҡаптырма эшләнеләр ҙә, бер бөтөн япма килеп сыҡһын өсөн, ике киҫәкте бер-береһенә беркеттеләр. 19 Сатыр өсөн йәнә ике ҡат япма эшләнеләр: уларҙың береһе ҡыҙыл төҫкә буялған һарыҡ тәкәһе тиреләренән, икенсеһе – тәүгеһенең өҫтөндәгеһе – йоҡа итеп эшкәртелгән күндән ине. 20 Изге сатыр өсөн сәрүәр ағасынан рамдар яһанылар. 21 Һәр рамдың буйы ун терһәк һәм иңе терһәк ярым ине. 22 Рамдарҙы бер-береһенә беркетер өсөн һәр ҡайһыһының ике сығынтыһы бар ине. Изге сатырҙың барлыҡ рамдары ла шул рәүешле эшләнде. 23 Изге сатырҙың көньяҡҡа ҡараған яғы өсөн егерме рам 24 һәм улар аҫтына ҡырҡ көмөш төп – һәр рам аҫтына икешәр төп, уның һәр сығынтыһына бер төп эшләнеләр. 25 Изге сатырҙың икенсе, төньяҡҡа ҡараған яғы өсөн дә егерме рам 26 һәм ҡырҡ көмөш төп – һәр береһенең аҫтына икешәр төп яһанылар. 27 Изге сатырҙың артҡы, көнбайыш яғы өсөн – алты рам, 28 артҡы мөйөштәре өсөн тағы ике рам яһалды. 29 Улар аҫҡы яҡтан икегә айырылған, ә өҫтән (беренсе дүңгәләк торған ерҙән) – бөтөн ине. Бындай рамдар икәү ине. 30 Был һигеҙ рамға ун алты көмөш төп – һәр береһенең аҫтына икешәр төп эшләнеләр. 31 Сәрүәр ағасынан Изге сатырҙың бер яғы буйлап рамдарҙы тоташтырыу өсөн – биш, 32 икенсе яғы буйлап биш һәм уның артҡы, көнбайыш яғы өсөн биш һайғау яһанылар. 33 Уртансы һайғау сатырҙың бер башынан икенсе башына тиклем һуҙылған рамдарҙы тоташтырҙы. 34 Рамдарҙы алтын менән көпләнеләр, уларға, һайғауға нығытыу өсөн, алтын дүңгәләктәр беркеттеләр һәм һайғауҙы алтын менән көпләнеләр. Изге сатырҙың кәрәк-ярағы 35 Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн ептән һәм сиратылған етендән махсус пәрҙә һуҡтылар һәм оҫта итеп кируб һүрәттәре сиктеләр. 36 Уның өсөн сәрүәр ағасынан дүрт бағана эшләп, алтын менән көпләнеләр. Алтын ырғаҡтар яһанылар, бағаналар өсөн көмөштән дүрт төп ҡойҙолар. 37 Сатыр ауыҙын ҡаплап торһон өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән туҡылып, сигелгән бер ҡорма эшләнеләр. 38 Ҡорма өсөн ырғаҡлы биш бағана эшләнеләр. Уларҙың башын һәм беркеткестәрен алтын менән көпләнеләр, шунан улар өсөн баҡырҙан биш төп ҡойҙолар. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia