Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Сығыу 31 - Изге Яҙма


Оҫталар тәғәйенләү

1 Раббы Мусаға:

2 – Бел: Мин Йәһүҙә ырыуынан Хурҙан тыуған Ури улы Бесалилды һайлап алып,

3 уға Алла рухы иңдерҙем – зирәк аҡыл һәм һәләт, һәр эштә белем һәм оҫталыҡ бирҙем, – тине. –

4 Ул алтын, көмөш һәм баҡырҙан төрлө әйберҙәр уйлап табыу һәм яһау оҫталығына эйә;

5 тирәсәгә кейҙереү өсөн таш юна, шулай уҡ ағас семәрләй белә – һәр кәсепкә оҫта.

6 Мин уға ярҙамсы итеп Дан ырыуынан Ахисамах улы Оһолиавты ҡуйҙым һәм бөтә оҫталарға ла таһыл бирҙем. Улар Мин һиңә бойорғандарҙың барыһын да эшләр.

7 Осрашыу сатырын, Килешеү һандығын, һандыҡ ҡапҡасын һәм сатырҙың бөтә кәрәк-ярағын,

8 өҫтәлде һәм уның һауыт-һабаһын, саф алтындан шәмдәлде һәм уның бөтә кәрәк-ярағын, төтәтеү өсөн ҡорбан усағын,

9 тотош яндырыу ҡорбаны усағын һәм уның йыһаздарын, йыуынғысты һәм уның таяуын;

10 хеҙмәт атҡарыу өсөн туҡылған кейемдәрҙе – Һарун ҡаһиндың изге кейемдәрен һәм уның улдарының ҡаһинлыҡ кейемдәрен;

11 шулай уҡ мәсех майын, Изге сатырҙа төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһын эшләһендәр. Улар быларҙың барыһын да Мин һиңә бойорғанса эшләргә тейеш.


Шәмбе – ял көнө

12 Раббы Мусаға былай тине:

13 – Һин исраилдарға әйт: «Минең шәмбеләремде һаҡлағыҙ. Шәмбе – Мин, Раббы, һеҙҙе изге булыр өсөн Үҙемә айырып алғанды онотмаһын өсөн, Минең менән һеҙҙең араға быуындан-быуынға ҡуйылған билдә ул.

14 Шәмбене һаҡлағыҙ: ул һеҙҙең өсөн изге. Шәмбене боҙған кеше үлемгә дусар ителергә тейеш, шәмбе көнө эшләгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.

15 Алты көн эшләһендәр, етенсе көн – шәмбе, ял көнө, Раббыға бағышланған изге көн. Шәмбе көнө эшләгән һәр кем үлемгә дусар ителергә тейеш.

16 Исраил халҡы быуындан-быуынға шәмбене һаҡлаһын – был мәңгелек килешеү.

17 Минең менән Исраил халҡы араһында мәңгегә ҡуйылған билдә ул. Сөнки Мин Раббы алты көн эсендә күк менән ерҙе яраттым, етенсе көндө, эште тамамлап, ял иттем».

18 Синай тауында, Муса менән һүҙен тамамлағас, Алла уға Үҙ бармағы менән яҙған ике таҡтаташты – килешеү таҡтаташтарын бирҙе.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan