Сығыу 30 - Изге ЯҙмаХуш еҫ төтәтеү өсөн ҡорбан усағы 1 Сәрүәр ағасынан хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы эшлә. 2 Ул буйы менән иңе – берәр терһәк, бейеклеге ике терһәк ҙурлығында дүрткел булһын. Мөгөҙҙәре ҡорбан усағы менән бер бөтөндө тәшкил итһен. 3 Уның өҫтөн, ян-яҡтарын һәм мөгөҙҙәрен саф алтын менән көплә, ситтәрен алтын менән ҡаймала. 4 Ике алтын дүңгәләк эшлә һәм ҡорбан усағын күсереп йөрөтөргә ҡолға кейҙереп ҡуйыр өсөн уларҙы, ситтәре буйлап, ҡайма аҫтына беркетеп ҡуй. 5 Сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшлә һәм уларҙы алтын менән көплә. 6 Был ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдындағы пәрҙә ҡаршыһына – һинең менән осрашҡан ваҡытта Мин тораһы ҡапҡас ҡаршыһына ҡуй. 7-8 Һарун һәр көн иртәнсәк майшәмдәрҙе рәтләргә һәм һәр кис уларҙы тоҡандырырға килгәнендә, ошо ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтһен. Раббы алдында ошолай хуш еҫ төтәтеү даими рәүештә, быуындан-быуынға башҡарылырға тейеш. 9 Был ҡорбан усағында башҡа төрлө хуш еҫ төтәтеү ҙә, тотош яндырыу ҡорбаны ла, икмәк саҙаҡаһы ла, түкмә ҡорбан да башҡармағыҙ. 10 Йылына бер тапҡыр Һарун ҡорбан усағының мөгөҙҙәрен гонаһ ҡорбанының ҡаны менән пакландырһын. Быуындан-быуынға йылына бер тапҡыр ҡорбан усағын пакландырыу йолаһын башҡарырға кәрәк. Был ҡорбан усағы – Раббы өсөн изгеләрҙән-изге. Изге сатыр һалымы 11 Раббы Мусаға былай тине: 12 – Һин Исраил халҡының иҫәбен алған саҡта, һәр кем үҙе өсөн Раббыға йолом аҡсаһы бирһен. Шул сағында уларға, иҫәпкә алынғанда, бәлә янамаҫ. 13 Иҫәпкә алынған һәр кем, изге шекелгә күрә ярты шекел (шекелдә – егерме гера) көмөш индерһен; был ярты шекел – Раббыға саҙаҡа. 14 Егерме йәше тулған һәм унан өлкән һәр кем иҫәпкә алынғанда Раббыға ошондай саҙаҡа килтерһен. 15 Раббыға йәнегеҙ өсөн йолом аҡсаһы итеп ошо саҙаҡаны килтергәндә, бай ярты шекелдән күп, ә ярлы ярты шекелдән кәм бирмәһен. 16 Исраил халҡынан ошо йолом аҡсаһын йыйып ал да уны Осрашыу сатырындағы хеҙмәтте башҡарыуға тотон. Был йолом Раббыға исраилдарҙы иҫкә төшөрөү, уларҙың йәндәрен паклау өсөн булыр. Баҡыр йыуынғыс 17 Раббы Мусаға былай тине: 18 – Йыуыныу өсөн баҡыр һауыт эшлә. Уның таяуы ла баҡыр булһын. Уны Осрашыу сатыры менән ҡорбан усағы араһына ҡуй ҙа һыу тултыр. 19 Һарун менән улдары аяҡ-ҡулдарын шул һыу менән йыуһын. 20 Осрашыу сатырына ингән һайын улар йыуынырға тейеш, шул сағында үлмәҫтәр. Раббыға хеҙмәт итеп ут ҡорбаны килтереү өсөн ҡорбан усағына яҡынлашыр алдынан да 21 улар аяҡ-ҡулдарын йыуһын, юғиһә харап булырҙар. Һарун һәм уның нәҫелдәре өсөн быуындан-быуынға, мәңгелек ҡағиҙә был. Мәсех майы 22 Раббы Мусаға былай тине: 23 – Иң хуш еҫле матдәләр: биш йөҙ шекел шыйыҡ мирра, унан ике тапҡыр кәмерәк – ике йөҙ илле шекел еҫле дәрсен, ике йөҙ илле шекел хуш еҫле ҡамыш, 24 биш йөҙ шекел кассия (бөтәһе лә изге шекелгә күрә), шулай уҡ бер һин зәйтүн майы ал. 25 Ошоларҙан, хушбуй әҙерләгәндәге һымаҡ, изге мәсех майы яһа. Был мәсех майы изге. 26 Уны Осрашыу сатырына, Килешеү һандығына, 27 бөтә һауыт-һабалары менән өҫтәлгә, бөтә кәрәк-ярағы менән шәмдәлгә, хуш еҫ төтәтеү өсөн тәғәйенләнгән ҡорбан усағына, 28 тотош яндырыу ҡорбаны усағына һәм уның әйберҙәренә, йыуынғыс менән уның таяуына һөрт. 29 Быларҙың һәммәһен дә изгеләндер – улар изгеләрҙән-изгегә әйләнер. Был әйберҙәргә ҡағылған һәр нәмә изге булыр. 30 Миңә ҡаһинлыҡ итһендәр өсөн, Һарун менән улдарын да мәсехләп изгеләндер. 31 Исраил халҡына әйт: «Быуындан-быуынға был изге мәсех майы бары Мин Раббы өсөн ҡулланыласаҡ. 32 Уны ғәҙәти кешенең тәненә һөртөргә ярамай, ошондай май әҙерләмәгеҙ. Ул изге – һеҙҙең өсөн изге булып ҡалһын! 33 Үҙе өсөн ошондай ҡатнашма эшләгән йәки уны бүтәндәргә һөрткән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр». Хуш еҫле ҡатнашма 34 Раббы Мусаға былай тине: – Тигеҙ күләмдә бына ошондай хуш еҫле матдәләр ал: шехелеҫты һәм натаф, хелбана, ладан сайырҙарын ал. 35 Уларҙан, хушбуй әҙерләгәндәге һымаҡ, хуш еҫле ҡатнашма яһа. Ул тоҙланған, таҙа һәм изге булһын. 36 Уның бер аҙын ваҡ ҡына итеп төй ҙә Мин һинең менән осраша торған Осрашыу сатырына, Килешеү һандығы алдына, ҡуй. Был хуш еҫле ҡатнашма һеҙҙең өсөн изгеләрҙән-изге булыр. 37 Үҙегеҙ өсөн бындай ҡатнашма эшләмәгеҙ: ул һеҙҙең өсөн Раббының изгеһе булһын. 38 Еҫен үҙе еҫкәр өсөн бындай ҡатнашма эшләгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia