Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Сығыу 3 - Изге Яҙма


Алланың Мусаны саҡырыуы

1 Муса ҡайныһы, мидйән ҡаһины Итроның һарыҡтарын көтә ине. Бер көн ул, көтөүен йыраҡ сүлгә ҡыуып, Алла тауы Хоревҡа барып сыҡты.

2 Унда Раббының фәрештәһе уға сәнскәкле ҡыуаҡ араһынан ялҡын булып күренде. Муса ҡыуаҡтың ялҡынланып яныуын, әммә янып бөтмәүен күрҙе.

3 – Барып ҡарайым әле, – тине ул үҙ-үҙенә. – Был ни хикмәт? Нишләп ҡыуаҡ янып бөтмәй?

4 Раббы, Мусаның яҡын килгәнен күреп, ҡыуаҡ эсенән: – Муса, Муса! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тине тегеһе.

5 Алла: – Бында яҡын килмә. Аяҡ кейемеңде сис, сөнки һин баҫып торған урын – мөҡәддәс ер, – тине. Шунан Ул Мусаға:

6 – Мин – атаңдың Аллаһы, Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһымын, – тине. Муса, Аллаға ҡарарға ҡурҡып, битен ҡапланы.

7 Раббы Мусаға: – Халҡымдың Мысырҙа ни ҡәҙәр яфаланғанын күрҙем, ҡарауылсылар ҡыҫырыҡлауынан иңрәгәндәрен ишеттем! Уларҙың ни тиклем интеккәнен беләм.

8 Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.

9 Эйе, Исраил халҡының аһ-зарҙары Миңә килеп етте: уларҙың мысырҙарҙан иҙелгәндәрен күреп-белеп торам.

10 Шуға күрә лә, бар! Мин һине фирғәүен янына ебәрәм: халҡым исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡ!

11 – Фирғәүенгә барып, Исраил халҡын Мысырҙан алып сығырға мин кем һуң? – тип һораны Муса Алланан.

12 Алла уға: – Мин һинең менән булырмын. Һине Минең ебәреүемә шундай билдә булыр: халыҡты Мысырҙан сығарғанда ошо тауҙа Миңә ғибәҙәт ҡыласаҡһығыҙ, – тине.

13 Муса Аллаға былай тине: – Бына мин Исраил халҡына килермен дә: «Мине һеҙгә ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы ебәрҙе», – тиермен. Улар: «Уның исеме кем?» – тип һораһа, нимә тип яуап ҡайтарырмын?

14 Алла Мусаға былай тине: – Бар Булыусы Мин. Исраил халҡына: «Мине һеҙгә Мин – Бар Булыусы ебәрҙе», – тип әйт.

15 Алла йәнә Мусаға: – Исраил халҡына: «Мине һеҙгә ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы, Яҡуптың Аллаһы Йәһүә ебәрҙе», – тип әйт. Был Минең мәңгелек исемем. Мине быуындан-быуынға шул исем менән белерҙәр.

16 Бар, Исраил аҡһаҡалдарын йый ҙа уларға тапшыр: Раббы, ата-бабаларығыҙ Аллаһы – Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп Аллаһы миңә күренде һәм: «Мин һеҙгә илтифат иттем. Мысырҙа башығыҙға төшкән яфаларҙың барыһын да күрҙем.

17 Шуға күрә һүҙ бирәм: һеҙҙе Мысырҙа сиккән михнәттәрҙән ҡотҡарам; ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә – һөт менән бал ағып ятҡан ергә алып барам».

18 Исраил аҡһаҡалдары һине тыңлар. Улар һинең менән бергә Мысыр батшаһына барыр. Һеҙ уға: «Беҙгә Раббы – ғивриҙәр Аллаһы күренде. Инде беҙгә өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит», – тип әйтерһегеҙ.

19 Әммә беләм, Мысыр батшаһы, әгәр бер ҡөҙрәтле ҡул мәжбүр итмәһә, һеҙгә китергә рөхсәт бирмәйәсәк.

20 Ҡулымды һонормон да, төрлө хикмәттәр ҡылып, Мысырҙы язалармын – шунан һуң ул һеҙҙе ебәрер.

21 Мин шулай итермен: мысырҙарҙа һеҙгә ҡарата миһырбан тойғоһо уятырмын. Унан буш ҡул менән китмәҫһегеҙ.

22 Һәр ҡатын күршеһенән йәки яҡын-тирәлә йәшәгән башҡа ҡатындарҙан алтын-көмөш әйберҙәр, кейем һорап алыр. Һеҙ улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы шулар менән биҙәрһегеҙ. Мысырҙан бай табыш менән китерһегеҙ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan