Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Сығыу 29 - Изге Яҙма


Ҡаһинлыҡҡа бағышлау

1 Минең ҡаһиндарым булһындар өсөн, Һарун менән улдарын бына ни рәүешле изгеләндерергә тейешһең. Бөтә ағзалары теүәл бер башмаҡ менән ике һарыҡ тәкәһе ал.

2 Сөсө икмәк, зәйтүн майына баҫылған күмәс, зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына сөсө көлсәләр ал – улар бөтәһе лә иң яҡшы бойҙай ононан бешерелһен.

3 Уларҙы бер кәрзингә һал да үгеҙ һәм ике һарыҡ менән бергә Миңә алып кил.

4 Һарунды улдары менән Осрашыу сатыры ауыҙына килтер ҙә уларҙы һыу менән йыуындыр.

5 Һарунға кейемдәрен – күлдәген, эфод аҫтына ябынсаһын, эфодын һәм түшлеген кейҙер. Билен эфод билғауы менән быу.

6 Һарундың башына сәллә кейҙер, сәлләгә изгелек тажын беркет.

7 Шунан мәсехләү йолаһын башҡар: мәсех майы алып, Һарундың башына ҡой.

8 Һарундың улдарын алып кил һәм уларға күлдәк кейҙер,

9 билдәрен билғау менән быу, баштарына бәйҙәрен бәйлә. Мәңгелек ҡағиҙә булараҡ, ҡаһинлыҡ вазифаһы Һарунға һәм уның улдарына бирелә – һин уларҙы ҡаһинлыҡҡа ошо рәүешле бағышларһың.

10 Үгеҙҙе Осрашыу сатыры алдына алып кил. Һарун менән улдары ҡулдарын үгеҙҙең башына ҡуйһын.

11 Үгеҙҙе Осрашыу сатыры ауыҙында, Раббы хозурында, сал.

12 Ҡанына бармағыңды манып ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөрт, ҡалған ҡанды ҡорбан усағының төбөнә түк.

13 Үгеҙҙең эске ағзаларын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн һәм майы менән бергә ике бөйөрөн алып, уларҙы ҡорбан усағында яндыр.

14 Үгеҙҙең ите менән тиреһен, уның нәжесен тупламдан ситкә сығарып яндыр. Был – гонаһ ҡорбаны.

15 Шунан һарыҡ тәкәһенең береһен алып кил. Һарун менән улдары ҡулдарын уның башына ҡуйһын.

16 Тәкәне сал һәм уның ҡанын һәр яҡлап ҡорбан усағына һирпеп сыҡ.

17 Тәкә түшкәһен киҫәктәргә тура. Уның эс-ҡарынын һәм тояҡтарын йыуып, башының һәм бүтән өлөштәренең өҫтөнә һал да

18 тәкәне ҡорбан усағында яндыр. Раббы өсөн тотош яндырыу ҡорбаны, Уға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.

19 Икенсе һарыҡ тәкәһен ал. Һарун менән улдары ҡулдарын уның башына ҡуйһын.

20 Тәкәне сал. Тәкәнең бер аҙ ҡанын алып Һарундың һәм уның улдарының уң ҡолаҡтары осона, уң ҡулдарының баш бармағына һәм уң аяҡтарының баш бармағына һөрт. Ҡанды ҡорбан усағының яҡ-яғына һирпеп сыҡ.

21 Шунан ҡорбан усағы өҫтөндәге ҡанды һәм мәсех майын алып, уларҙы Һарундың өҫтөнә, уның кейемдәренә, шулай уҡ Һарун улдарының өҫтөнә һәм уларҙың кейемдәренә һирп. Ана шулай Һарун һәм уның кейемдәре, Һарун улдары һәм уларҙың кейемдәре изгеләндерелһен.

22 Һарыҡ тәкәһенең майын һәм ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн һәм майы менән бергә ике бөйөрөн ал. Был тәкә ҡаһинлыҡҡа бағышлау ҡорбаны булғанлыҡтан, уның артҡы уң ботон ал.

23 Раббы хозурына ҡуйылған сөсө икмәкле кәрзиндән бер икмәк, зәйтүн майына баҫылған бер күмәс һәм бер йоҡа көлсә ал.

24 Быларҙың бөтәһен дә Һарундың һәм уның улдарының ҡулына һал һәм, һелкетмә ҡорбан булараҡ, Раббы хозурында күтәреп күрһәт.

25 Шунан барыһын да уларҙың ҡулынан ал да тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә ҡорбан усағында яндыр. Раббыға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.

26 Һарунды бағышлау ҡорбаны итеп килтерелгән һарыҡ тәкәһенең түшен ал да уны, һелкетмә ҡорбан булараҡ, Раббы хозурында өҫкә күтәреп күрһәт. Был – һинең өлөшөң.

27 Һарун менән уның улдарын ҡаһинлыҡҡа бағышлағанда ҡорбан ителгән һарыҡ тәкәһенең күтәреп күрһәтелгән түш итен һәм саҙаҡа итеп килтерелгән артҡы ботон – изгеләндер.

28 Исраил халҡы ҡорбан малының ошо өлөштәрен Һарунға һәм уның улдарына бирергә тейеш, сөнки был уларҙың мәңгелек өлөшө. Исраилдарҙың татыулыҡ ҡорбандарынан Раббыға саҙаҡа был.

29 Һарундың изге кейемдәре үҙенән һуң улдарына ҡалыр: уларҙы ошо кейемдә мәсехләп, ҡаһинлыҡҡа бағышларҙар.

30 Һарун урынына ҡаһин булып изге урында хеҙмәт итер өсөн Осрашыу сатырына кергән улы рәттән ете көн был кейемдәрҙе кейһен.

31 Бағышлау ҡорбаны итеп салынған һарыҡ тәкәһенең итен ал да изге урында бешер.

32 Һарун үҙ улдары менән бергә был итте һәм кәрзиндә ятҡан икмәкте Осрашыу сатыры ауыҙында ашаһын.

33 Уларҙы ҡаһинлыҡҡа бағышлағанда һәм изгеләндергәндә гонаһтарынан паклау өсөн килтерелгән ҡорбандарҙы улар үҙҙәре ашарға тейеш. Сит кеше быны ашай алмай, сөнки ул нәмәләр – изге.

34 Әгәр ҙә бағышлау ҡорбанының ите йәки икмәге иртәнгә тиклем ҡалһа, ҡалғанының бөтәһен дә яндыр. Быны бер кем дә ашарға тейеш түгел, сөнки ул – изге.

35 Һарунға һәм уның улдарына ҡарата Мин һиңә ҡушҡандарҙың барыһын да үтә. Уларҙы ҡаһинлыҡҡа бағышлау ете көн дауам итһен.

36 Көн һайын, пакланыу өсөн, гонаһ ҡорбаны булараҡ бер үгеҙ килтер. Ҡорбан усағын пакла һәм изгеләндереү өсөн уны мәсехлә.

37 Ете көн ҡорбан усағын пакландыр һәм изгеләндер, шулай итеп ҡорбан усағы изгеләрҙән-изге булыр. Уға ҡағылған бөтә нәмә лә изгегә әйләнер.


Ғибәҙәт ҡылыу ҡағиҙәләре

38 Көн һайын даими рәүештә ҡорбан усағында бер йәшлек ике тәкә бәрәсте ҡорбанға килтер.

39 Береһен – иртәнсәк, икенсеһен кис ҡорбан ит.

40 Беренсе һарыҡ менән бергә, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә ҡул менән һығылған зәйтүн майына бутап, эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онон һәм һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә түкмә ҡорбан тәҡдим ит.

41 Икенсе бәрәсте, иртәнге кеүек, икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән кис ҡорбан ит. Раббыға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.

42 Был тотош яндырыу ҡорбанын Осрашыу сатырына ингән урында, Раббы хозурында, быуындан-быуынға, даими рәүештә килтерегеҙ. Мин унда исраилдар менән осрашырмын, һинең менән һөйләшермен.

43 Унда Мин Исраил халҡы менән осрашырмын һәм был урын Минең шөһрәтем менән изгеләнер.

44 Мин Осрашыу сатырын һәм ҡорбан усағын изгеләндерермен, Миңә ҡаһин булып хеҙмәт итһендәр өсөн, улдары менән Һарунды изгеләндерермен.

45 Мин Исраил халҡы араһында төйәкләнермен һәм уларҙың Аллаһы булырмын.

46 Һәм улар, араларында төйәкләнер өсөн уларҙы Мысырҙан алып сыҡҡан Аллалары Раббы икәнемде белер. Мин – уларҙың Аллаһы Раббымын!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan