Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Сығыу 25 - Изге Яҙма


Изге сатыр өсөн иғәнәләр

1 Раббы Мусаға былай тине:

2 – Исраил халҡына Минең өсөн иғәнә йыйырға ҡуш: кем нимә теләй, шуны бирһен.

3 Һин уларҙан түбәндәге әйберҙәрҙе ал: алтын, көмөш, баҡыр,

4 зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн еп, сиратылған нәфис етен еп һәм кәзә дебете,

5 ҡыҙылға буялған һәм иләнгән һарыҡ тәкәһе тиреһе, йоҡа итеп эшкәртелгән күн, сәрүәр ағасы,

6 майшәм өсөн зәйтүн майы, мәсех майы һәм төтәтеү майы өсөн хуш еҫле матдәләр,

7 эфод менән баш ҡаһин түшлеген биҙәр өсөн тирәсәгә кейҙереп ҡуя торған оникс һәм башҡа аҫыл таштар.

8 Исраил халҡы Минең өсөн Изге торлаҡ ҡорһон, һәм Мин улар араһында төйәкләнермен.

9 Торлағым Изге сатырҙы һәм ундағы бөтә нәмәне Мин һиңә күрһәтәсәк өлгө буйынса эшлә.


Килешеү һандығы

10 Сәрүәр ағасынан бер һандыҡ эшләһендәр: буйы ике терһәк ярым, иңе һәм бейеклеге терһәк ярым булһын.

11 Уны эстән дә, тыштан да саф алтын менән көплә, ситтәрен алтын менән ҡаймала.

12 Дүрт алтын дүңгәләк ҡойоп, уларҙы һандыҡтың дүрт тояғына беркет: ике дүңгәләк – һандыҡтың бер яғынан, икәүһе икенсе яғынан булһын.

13 Сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшләп, уларҙы алтын менән көплә

14 һәм, һандыҡты ҡолғаға ултыртып йөрөтөр өсөн, уларҙы һандыҡтың ике яғындағы дүңгәләктәргә кейҙер.

15 Был ҡолғалар һәр саҡ һандыҡтың дүңгәләктәренә кейҙерелгән булһын – уларҙы һурып алырға ярамай.

16 Мин һиңә бирәсәк килешеү таҡтаташтарын һандыҡ эсенә һал.

17 Һандыҡҡа саф алтындан гонаһтарҙан паклау ҡапҡасы яһа. Уның буйы ике терһәк ярым, иңе терһәк ярым булһын.

18 Ҡапҡастың ике осона, алтындан сүкеп, ике кируб эшлә.

19 Кирубтарҙың береһе – бер, икенсеһе икенсе оста булһын һәм ҡапҡас менән бер бөтөндө тәшкил итһен.

20 Кирубтарҙың ҡанаттары, өҫкә йәйелеп, һандыҡ ҡапҡасын ҡаплап торһон. Улар бер-береһенә йөҙҙәре менән ҡапма-ҡаршы торһон һәм ҡапҡас өҫтөнә ҡараһын.

21 Һандыҡтың эсенә Мин һиңә бирәсәк килешеү таҡтаташтарын һал да ҡапҡасын яп.

22 Һинең менән осрашҡан саҡта Мин ана шунда, һандыҡ ҡапҡасы өҫтөндә, ике кируб араһында булырмын һәм һинең аша бойороҡтарымды Исраил халҡына еткерермен.


Изге икмәк ҡуя торған өҫтәл

23 Сәрүәр ағасынан бер өҫтәл эшлә: буйы ике терһәк, иңе бер терһәк һәм бейеклеге терһәк ярым булһын.

24 Уны саф алтын менән көплә һәм сит-ситтәрен алтын менән ҡаймала.

25 Ситтәренә ус аяһы бейеклегендә эргәлек эшлә һәм уны алтын менән ҡаймала.

26 Дүрт алтын дүңгәләк яһап, уларҙы өҫтәлдең дүрт мөйөшөнә, аяҡтары тәңгәленә беркет.

27 Дүңгәләктәрҙе эргәлек янына урынлаштыр; өҫтәлде күсереп йөрөтөргә кәрәк булғанда, уларға ҡолға кейҙереләсәк.

28 Өҫтәлде күсереп йөрөтөр өсөн ҡолғаларҙы сәрүәр ағасынан эшлә лә уларҙы алтын менән көплә.

29 Өҫтәлгә ҡуйыр өсөн саф алтындан тәрилкәләр, сеүәтәләр, түкмә ҡорбандар өсөн ҡомғандар һәм кәсәләр эшлә.

30 Һәр ваҡыт Минең хозурыма өҫтәл өҫтөнә изге икмәк ҡуй.


Шәмдәл

31 Саф алтындан сүкеп, шәмдәл эшлә. Уның нигеҙен, һабағын, кәсәләрен, бөрөләрен һәм таждарын бер бөтөн итеп тоташтыр.

32 Уның бер яғынан – өс, икенсе яғынан – өс, йәмғеһе алты ботаҡ булһын.

33 Алты ботаҡтың һәр береһендә бөрөләре һәм таждары менән баҙам сәскәһенә оҡшаған өсәр кәсә булһын.

34 Шәмдәлдең һабында бөрөләре һәм таждары менән баҙам сәскәһенә оҡшаған дүрт кәсә булһын.

35 Ике ботаҡ аҫтында бер бөрө, икенсе ике ботаҡ аҫтында бер бөрө, өсөнсө ике ботаҡ аҫтында бер бөрө – шәмдәлдең бөтә алты ботағы аҫтында ла шулай булырға тейеш.

36 Кәсәнең бөрөләре лә, ботаҡтар ҙа – шәмдәл менән бер бөтөн: һәммәһе лә саф алтындан сүкелгән булһын.

37 Ете майшәм эшлә һәм, шәмдәл алдын яҡтыртыу өсөн, уларҙы шәмдәл өҫтөнә ҡуй.

38 Филтә ҡыҫҡыстар һәм һоҫҡолар саф алтындан булһын.

39 Шәмдәлгә һәм уның кәрәк-ярағына бер талант саф алтын тотон.

40 Ҡара уны, барыһын да тап һиңә тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan