Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Сығыу 23 - Изге Яҙма


Ғәҙеллек тураһында ҡанун

1 Ялған хәбәр таратма. Хөкөм иткәндә, ялған шаһитлыҡ биреп, яман кешене яҡлама.

2 Нахаҡ эштә күпселеккә эйәрмә; хөкөм барышында шаһитлыҡ биргәндә, күпселеккә эйәреп, ғәҙелһеҙлек ҡылма.

3 Хөкөм иткәндә ярлыға ярлы булғаны өсөн генә өҫтөнлөк бирмә.

4 Дошманыңдың аҙашып йөрөгән үгеҙен йәки ишәген осратһаң, хужаһына алып барып бирергә тейешһең.

5 Үҙеңде күрә алмаған кешенең йөк артмаҡлаған ишәге йығылғанын күрһәң, шул көйө ҡалдырма, хужаһына уны торғоҙорға ярҙам ит.

6 Ярлының дәғүәһен тикшергәндә, башҡаларҙы хөкөм иткәндәге кеүек үк, ғәҙел бул.

7 Ялған эштән алыҫ тор. Ғәйепһеҙҙе һәм хаҡлыны үлемгә дусар итмә, сөнки Мин ундай яуызлыҡ ҡылған әҙәмде аҡламайым.

8 Ришүәт алма, сөнки ришүәт күҙлеләрҙе һуҡырайта, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә.

9 Килмешәкте йәберләмә. Сит-ят ерҙә нисек ҡыйын икәнен беләһегеҙ – Мысырҙа үҙегеҙ килмешәк булдығыҙ.

10 Алты йыл ереңә орлоҡ сәс һәм уңыш йый,

11 ә етенсе йылына уны эшкәртмә, ял иттер. Уның емештәрен халҡыңдың ярлылары ашаһын, ҡалғаны менән ҡыр йәнлектәре ризыҡланһын. Йөҙөм ағастары менән зәйтүн ағастарына ҡарата ла шуны эшлә.

12 Алты көн эшлә, етенсе көндө эшләмә, үгеҙең дә, ишәгең дә ял итһен, ҡолиәңдең улы ла, килмешәк тә хәл йыйһын.

13 Мин әйткәндәрҙең бөтәһен дә үтәгеҙ. Бүтән илаһтарҙы иҫкә алмағыҙ: уларҙың исеме бер ваҡытта ла ауыҙығыҙҙан сыҡмаһын.


Өс ҙур байрам

14 Йыл һайын өс тапҡыр Минең хөрмәтемә байрам үткәрегеҙ.

15 Һеҙгә ҡушҡанымса, авив айының тәғәйен көндәрендә ете көн сөсө икмәк ашап, Сөсө икмәк байрамын билдәлә. Сөнки ошо айҙа Мысырҙан сыҡтығыҙ. Бер кем дә Минең хозурыма буш ҡул менән килмәһен.

16 Үҙең сәскән баҫыуҙың тәүге уңышын йыйғас, Ураҡ байрамын үткәр. Йыл аҙағында, баҫыуҙан бөтә уңышты йыйып алғас, Уңыш йыйыу байрамын үткәр.

17 Шул рәүешле, йылына өс тапҡыр бөтә ирҙәр Хакимығыҙ Раббы хозурына баҫырға тейеш.

18 Миңә килтерелгән ҡорбандың ҡанын әсе икмәк менән бергә тәҡдим итмә. Байрамда Миңә килтерелгән ҡорбандың майы иртәнсәккә тиклем ҡалмаһын.

19 Ерең биргән тәүге уңыштың иң яҡшыһын Аллаң Раббының йортона алып кил. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермә.


Алланың вәғәҙәһе һәм күрһәтмәләре

20 Ҡара, Мин һинең алдан фәрештә ебәрәм, ул һине юлда һаҡлап йөрөтөр һәм һиңә тип әҙерләгән ергә алып барыр.

21 Уның әйткәндәрен иғтибар менән тыңла, ҡарышлашма. Мин уны Үҙ исемемдән ебәрҙем, шуға күрә, башбаштаҡлығыңды ғәфү итмәҫ.

22 Әгәр ҙә һин уны тыңлаһаң һәм әйткәндәремдең һәммәһен дә үтәһәң, Мин дошмандарыңдың дошманы, һиңә ҡаршыларҙың ҡаршыһы булырмын.

23 Минең фәрештәм алдыңдан барыр һәм һине әмөриҙәр, хиттиҙәр, перизиҙәр, ҡәнғәниҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә килтерер. Мин был халыҡтарҙы юҡ итермен.

24 Уларҙың илаһтарына баш эймә һәм ғибәҙәт ҡылма, был халыҡтарҙың йолалары буйынса эш итмә. Уларҙың илаһтарын юҡ ит һәм табыныу бағаналарын емер.

25 Аллаң Раббыға ғибәҙәт ҡыл – шулай эшләһәң, ашаған икмәгеңде һәм эскән һыуыңды фатихалармын, һине ауырыу-сирҙәрҙән аралармын.

26 Шул саҡта һин йәшәгән ерҙә балаһы төшкән, түлһеҙ ҡалған бер ҡатын да булмаҫ. Мин һиңә оҙон ғүмер бирермен.

27 Мин һинең алдан дәһшәтемде ебәрермен. Юлыңда осраған барса халыҡтарҙы ҡаушатырмын, бөтә дошмандарыңды һине күрер-күрмәҫтән ҡасырға мәжбүр итермен.

28 Һинең алдан траштар ебәрермен, ул хиууиҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе һәм хиттиҙәрҙе ҡасырға мәжбүр итер.

29 Ләкин Мин уларҙы бер юлы, бер йылда ғына ҡыуып ебәрмәм, юҡһа ер кешеһеҙ ҡалып, һине кейек-януар баҫыр.

30 Мин был халыҡтарҙы әкренләп ҡыуып таратырмын – һин инде, ишәйеп киткәс, тотош илгә хужа булырһың.

31 Мин һиңә Ҡамышлы диңгеҙҙән алып Евфрат йылғаһына ҡәҙәр йәйелеп ятҡан ерҙәрҙе бирермен, бер яҡтан ул пелештиҙәр диңгеҙе, икенсе яҡтан сүл менән сикләнер. Был ерҙәге халыҡтарҙың бөтәһен дә ҡулыңа тапшырырмын, һәм һин уларҙы алдыңдан ҡыуып ебәрерһең.

32 Уларҙың үҙҙәре менән дә, илаһтары менән дә килешеү төҙөмә!

33 Был халыҡтар һинең ерҙә йәшәргә тейеш түгел. Юҡһа улар һине Миңә ҡаршы гонаһҡа этәрер. Уларҙың илаһтарына табыныу – һинең өсөн тоҙаҡ булыр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan