Сығыу 22 - Изге ЯҙмаМөлкәт тураһындағы ҡанундар 1 Әгәр ҙә берәү үгеҙ йә һарыҡ урлап һуйһа йәки һатһа, урынына үгеҙ өсөн биш үгеҙ, һарыҡ өсөн дүрт һарыҡ бирергә тейеш. 2-4 Бур үҙе килтергән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр ҙә түләрлек хәле булмаһа, уғрылығы өсөн уның үҙен ҡоллоҡҡа һатһындар. Әгәр ҙә урланған мал – үгеҙме ул, ишәкме йәки һарыҡмы – урлаусыла тере көйө табылһа, ҡараҡ бер баш мал урынына икене ҡайтарһын. Әгәр ҙә ҡараҡ, төн ҡараһын файҙаланып, өйгә төшөргә маташҡан саҡта тотолһа, уны үлтергән кеше ғәйепле түгел. Ләкин был хәл ҡояш сыҡҡас булһа, үлтергән кеше ғәйепте үҙе күтәрер. 5 Әгәр ҙә берәү, малын ебәреп, кеше баҫыуын йәки йөҙөм баҡсаһын тапатһа, үҙ баҫыуының иң һәйбәт уңышын һәм йөҙөм баҡсаһының иң яҡшы емешен биреп, зыянды ҡаплаһын. 6 Әгәр ҙә берәйһе яҡҡан ут, сәнскәкле ҡыуаҡтарға тоҡанып, өйөлгән иген эҫкертен, үҫеп ултырған ашлыҡты йәки тотош баҫыуҙы ялҡын ялмап алһа, зыянды ут яҡҡан кеше ҡапларға тейеш. 7 Әгәр бер кеше икенсеһенә аҡса йәки әйбер һаҡларға биреп тороп, был әйберҙәр уның өйөнән ғәйеп булһа, тотолған осраҡта, уғры урланған әйбер хаҡын икеләтә ҡайтарырға тейеш. 8 Әгәр уғрыны таба алмайҙар икән, әйберҙе һаҡлауға алып торған йорт хужаһы, кеше әйберенә ҡул һуҙмауы раҫланһын өсөн, Алла хозурына хөкөмгә баҫырға тейеш. 9 Әгәр ике кеше үгеҙ, ишәк, һарыҡ, кейем-һалым йәки юғалған әйбер тураһында бәхәсләшһә, икеһе лә уны «минеке» тип әйтһә, эш Алла хозурында ҡаралырға тейеш. Алла кемде ғәйепле тип таба, шул ғәйепһеҙенә әйбер хаҡын икеләтә арттырып түләргә тейеш. 10 Әгәр ҙә берәй кеше икенсеһенә ҡарап торорға тип ишәген, үгеҙен, һарығын йәки бүтән төрлө малын биреп торһа һәм шул ваҡыт эсендә мал зыянланһа, имгәнһә йәки бер кем күрмәгәндә уны ҡыуып алып китһәләр, шәһәҙәт ҡылырға шаһиттар булмаһа, 11 малды ҡарарға алған әҙәм, кеше мөлкәтенә хасланмауын раҫлап, Раббы хозурында ант итһен. Мал хужаһы иһә антты ҡабул итергә тейеш. Шулай булғанда был мал өсөн хужаға хаҡ түләнмәй. 12 Ләкин мал унан урланған икән, ҡараған кеше хужаһына зыянды ҡапларға тейеш. 13 Әгәр ҙә малды йыртҡыс талаған булһа, ҡараған кеше, быны иҫбатлап, малдың ҡалған емтеген күрһәтһен – шунда зыянланған мал өсөн түләмәҫ. 14 Әгәр ҙә берәү файҙаланыу өсөн икенсеһенән мал алып торһа, хужаһы булмағанда теге мал имгәнһә йә зыянланһа, алып торған кеше зыянды ҡапларға тейеш. 15 Әгәр ҙә был хәл хужаһының күҙ алдында булһа, зыян ҡаплатылмай, шулай ҙа малды файҙаланған өсөн аҡса түләнгән икән, хужаға башҡаса түләнергә тейеш түгел. Әхлаҡ тураһында ҡанун 16 Әгәр ҙә берәй ир кеше йәрәшелмәгән ғиффәтле ҡыҙҙы алдап, уның менән яҡынлыҡ ҡылһа, ул, ҡыҙҙың атаһына мәһәр түләп, ҡыҙға өйләнергә тейеш. 17 Әгәр ҙә ҡыҙҙың атаһы уны был кешегә бирергә теләмәһә, мәсхәрәләгән ир ҡыҙ өсөн ғиффәтле ҡыҙҙарға тейешле мәһәр аҡсаһын барыбер түләргә тейеш. 18 Сихырсы ҡатынды иҫән ҡалдырмағыҙ. 19 Хайуан менән енси мөнәсәбәткә кергән һәр кеше үлемгә дусар ителһен. 20 Раббынан башҡа илаһтарға ҡорбан килтереүселәр харам ҡылынып юҡ ителергә тейеш. 21 Килмешәкте ҡыҫырыҡлама һәм йәберләмә – үҙегеҙ ҙә Мысыр ерендә килмешәк булдығыҙ. 22 Тол ҡатындарҙы, етем-еһерҙе йәберләмә. 23 Әгәр уларҙы йәберләһәң, улар Миңә ялбарыр һәм Мин уларҙың зарҙарын мотлаҡ ишетермен. 24 Шул саҡ асыуым ялҡынланып, Мин һеҙҙе ҡылыс менән юҡ итермен һәм ҡатындарығыҙ – тол, ә балаларығыҙ етем ҡалыр. 25 Әгәр Минең халҡымдан берәйһе ярлы булып, һин уға үтескә аҡса биреп тораһың икән, риба алыусы булма, унан риба һорама. 26 Яҡыныңдан аманат итеп кейемен алып тораһың икән, ҡояш байығансы ҡайтар – 27 башҡа ябыныр әйбере юҡ уның. Унһыҙ нисек йоҡлаһын ул? Ул Миңә ялбарыр ҙа, уны ишетермен, сөнки Мин мәрхәмәтлемен. 28 Аллаға һүҙ тейҙермә, халҡыңдың башлығын хурлама. 29 Уңышығыҙҙы һәм шарабығыҙҙы Миңә тәҡдим итеүҙе кисектермәгеҙ. Беренсе булып тыуған ир балаларығыҙҙы Миңә бирегеҙ. 30 Малға – эреһенә лә, вағына ла – ҡағыла был: быҙауҙың йәки бәрәстең тәүгеһе ете көн инәһе менән булһын да һигеҙенсе көнөнә Миңә бирегеҙ. 31 Һеҙ – Минең Үҙемә һайлап алған халҡым, шуға күрә йыртҡыс талаған хайуан итен ашамағыҙ, эттәргә ташлағыҙ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia