Сығыу 2 - Изге ЯҙмаМусаның тыуыуы 1 Шул мәлдә Леви нәҫеленән бер кеше үҙ ырыуынан кәләш алды. 2 Ҡатыны, ауырға ҡалып, ир бала тапты һәм, малайҙың бик күркәм икәнен күреп, өс ай буйы йәшереп тотто. 3 Артабан йәшерерлеге ҡалмағас, ҡамыштан үрелгән кәрзин алып, уның тишек-тошоғон ыҫмала менән һыланы ла, сабыйҙы шунда һалып, йылға буйындағы ҡамыш араһында ҡалдырҙы. 4 Баланың апаһы йыраҡтан ғына, нимә булыр икән, тип күҙәтеп торҙо. 5 Бына фирғәүен ҡыҙы йылғаға һыу инергә төштө. Хеҙмәтсе ҡыҙҙары яр буйында ҡалды. Фирғәүен ҡыҙы ҡамыш араһында кәрзин күреп ҡалды ла ҡолиәһенә уны алып килергә ҡушты. 6 Асып ҡараһа, бала ята. Сабый буҫығып илай. Фирғәүен ҡыҙы баланы йәлләне. – Ғиври балаһы был, – тине ул. 7 Малайҙың апаһы фирғәүен ҡыҙынан: – Барып берәй ғиври ҡатынын саҡырайыммы? – тип һораны. – Һинең өсөн баланы имеҙер. 8 – Саҡыр, – тине фирғәүен ҡыҙы. Ҡыҙыҡай баланың әсәһен барып алып килде. 9 Фирғәүен ҡыҙы уға: – Бынау баланы ал да миңә имеҙеп үҫтереп бир. Хаҡын түләрмен, – тине. Ҡатын сабыйҙы алды ла ҡарап үҫтерҙе. 10 Бала ҙурайғас, уны фирғәүен ҡыҙына алып килеп бирҙе. Уны фирғәүен ҡыҙы улы һымаҡ күрҙе, Муса тип исем ҡушты. – Мин уны һыуҙан тартып сығарҙым, – тине. Мусаның Мидйәнгә ҡасыуы 11 Байтаҡ йылдар үтте. Муса үҫеп егет булды. Ул бер ваҡыт ҡан-ҡәрҙәштәре янына килде, уларҙың ауыр эштән интегеүҙәрен күрҙе. Ҡараһа, бер мысыр кешеһе ғивриҙе туҡмап ята. 12 Муса ян-яғына ҡарап алды ла, бер кем дә күренмәгәс, теге мысырҙы үлтереп, мәйетен ҡомға күмде. 13 Иртәгәһенә Муса әлеге урынға ҡабат килде – ике ғивриҙең талашҡанын күрҙе. – Ниңә ҡәрҙәшеңә һуғаһың? – тип һораны Муса йәберләүсенән. 14 – Кем һине беҙҙең өҫтән түрә һәм хөкөмдар итеп ҡуйҙы? Әллә мине лә, теге мысыр кешеһен үлтергән шикелле, үлтерергә итәһеңме? – тине теге. Муса ҡурҡыуға ҡалды: «Минең нимә эшләгәнем билдәле булғандыр, ахыры», – тип уйланы. 15 Был хәлде ишеткәс, фирғәүен Мусаны үлтертмәк булды. Ләкин Муса мидйәндәр иленә ҡасып китте. Бында килеп етеп, бер ҡоҙоҡ янына ултырҙы. 16 Мидйән ҡаһинының ете ҡыҙы бар ине. Бына улар ҡоҙоҡтан һыу килеп алды ла тағараҡтарға тултырҙы – аталарының һарыҡ-кәзәләрен эсермәксе булды. 17 Әммә шул саҡ көтөүселәр килеп уларҙы ҡыуып ебәрҙе. Муса, ултырған еренән тороп, ҡыҙҙарҙы яҡлашты, уларҙың малын эсерҙе. 18 Ҡыҙҙар өйҙәренә ҡайтып кергәс, аталары Реғуил: – Ниңә бөгөн улай тиҙ ҡайттығыҙ? – тип һораны. 19 – Ниндәйҙер бер мысыр кешеһе беҙҙе көтөүселәрҙән яҡлашты, хатта, һыу алып, беҙҙең малдарҙы эсерҙе, – тине ҡыҙҙары. 20 – Ҡайҙа һуң ул? – тип һораны аталары. – Ниңә ҡалдырып киттегеҙ? Барығыҙ, ашарға саҡырығыҙ. 21 Муса был кешелә ҡалырға булды. Тегеһе Мусаға ҡыҙы Сиппораны кәләш итеп бирҙе. 22 Сиппора ауырға ҡалып бер ул тапты. Муса улына Гершом тип исем ҡушты, «Мин сит ерҙә килмешәк булдым», – тине. 23 Йылдар үтте. Мысыр батшаһы вафат булды. Исраил халҡы ауыр эштән иңрәне, ярҙам һорап ялбарҙы – һәм уларҙың һыҡтауы Аллаға барып етте. 24 Алла уларҙың ялбарыуын ишетте, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән булған килешеүен иҫенә төшөрҙө. 25 Алла Исраил халҡына баҡты – уларҙың хәлдәрен аңланы. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia