Сығыу 19 - Изге ЯҙмаАлланың Синай тауында исраилдарға күренеүе 1 Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡандың өсөнсө айында – яңы ай тыуған көндө – Синай сүленә килеп етте. 2 Рефидимдан ҡуҙғалып китеп, Синай сүленә килеп туҡтаған Исраил халҡы тау ҡаршыһында туплам булып урынлашты. 3 Муса тауға Алла хозурына күтәрелде. Раббы уға тауҙан былай тип өндәште: – Әйт Яҡуп нәҫеленә, Исраил халҡына белдер: 4 «Мысыр халҡына нимәләр ҡылғанымды, һеҙҙе бөркөт ҡанаттарында ултыртҡандай яныма алып килгәнемде һеҙ үҙегеҙ күрҙегеҙ. 5 Инде әйткәнемде иғтибар менән тыңлап, Минең менән килешеүҙе үтәр булһағыҙ, барса халыҡ араһынан Минең Үҙ халҡым булырһығыҙ. Бөтә ер йөҙө Минеке; 6 һеҙ иһә Миңә хеҙмәт иткән ҡаһиндар батшалығы, мөҡәддәс халыҡ булырһығыҙ». Ошо һүҙҙәремде Исраил халҡына еткер. 7 Муса, тауҙан төшөп, халыҡтың аҡһаҡалдарын саҡырып алды ла уларға Раббы ҡушҡандарҙың һәммәһен дә һөйләп бирҙе. 8 Бөтөн халыҡ бер булып, былай тип яуапланы: – Беҙ Раббы әйткәндең барыһын да үтәрбеҙ. Муса халыҡтың яуабын Раббыға еткерҙе. 9 Раббы Мусаға: – Һинең менән һөйләшкәнемде халыҡ ишетһен, артабан һиңә ышанысы юғалмаһын өсөн, Мин һиңә ҡуйы болот эсендә килермен, – тине. Муса халыҡтың яуабын Раббыға еткергәс, 10 Раббы Мусаға: – Бар, халыҡ янына ҡайтып әйт, – тине. – Бөгөн-иртәгә уларҙы изгеләндер. Өҫ кейемдәрен йыуһындар, 11 иртәнән һуңға әҙерләнһендәр. Сөнки иртәнән һуң бөтә халыҡтың күҙ алдында Раббы Синай тауына төшәсәк. 12 Кешеләр өсөн, тауҙы уратып, сик һыҙығы һыҙ. Әйт, тауға менеүҙән һаҡланһындар, хатта уның итәгенә лә яҡын килмәһендәр. Тауға ҡағылған һәр кем үлтерелер. 13 Тауға ҡағылған затҡа иһә ҡул менән тотонмағыҙ, уны таш бәреп йә уҡтан атып үлтерегеҙ. Тауға ҡағылған йән эйәһе – хайуанмы ул, кешеме – тере ҡалырға тейеш түгел. Оҙон-оҙаҡ итеп ҡысҡыртҡан мөгөҙ борғо тауышын ишеткәс кенә улар тауға күтәрелә алыр. 14 Муса тауҙан төштө лә халыҡты изгеләндерҙе. Кешеләр өҫ кейемдәрен йыуҙы. 15 Муса халыҡҡа былай тине: – Иртәнән һуңға әҙерләнегеҙ, ҡатындарығыҙ менән яҡынлыҡтан тыйылығыҙ. 16 Өсөнсө көндө иртә таңдан күк күкрәп, йәшен йәшнәне, тау өҫтөн ҡуйы болот ҡаплап алды, мөгөҙ борғоноң ҡеүәтле тауышы яңғыраны. Тупламдағы бөтә халыҡ ҡурҡып ҡалтыранды. 17 Муса халыҡты Алла менән күрешер өсөн тупламдан алып сыҡты. Улар тау итәгенә барып туҡтаны. 18 Синай тауын тотош төтөн ҡаплағайны, сөнки Раббы уның өҫтөнә ут эсендә төштө. Тауҙан мейестән сыҡҡан һымаҡ төтөн бөркөлә, тау бик ныҡ һелкенә ине. 19 Мөгөҙ борғоноң тауышы көсәйгәндән-көсәйә барҙы. Шул саҡ Муса Аллаға мөрәжәғәт итте һәм Алла уға күк күкрәтеп яуап бирҙе. 20 Раббы Синай тауының түбәһенә төштө лә Мусаны Үҙенә, тау башына, саҡырҙы. Муса тауға артылды. 21 Раббы Мусаға: – Бар, төш тә халыҡты иҫкәрт: Раббыны күрергә ашҡынып сикте үтмәһендәр, юҡһа уларҙың күптәре харап булыр. 22 Раббыға яҡынлашырға йыйынған ҡаһиндар ҙа үҙҙәрен изгеләндерһен; юҡһа Раббы уларҙы юҡ итер. 23 – Халыҡ Синай тауына менергә баҙнат итмәҫ, – тине Муса Раббыға. – Һин бит тауҙы уратып һыҙыҡ һыҙырға һәм шул ерҙе изге тип иҫәпләргә ҡуштың. 24 Раббы Мусаға: – Бар, төш тә бында Һарун менән бергә мен. Ә ҡаһиндар менән халыҡ бында, Раббы янына, менергә уҡталмаһын, юҡһа Раббы уларҙы юҡ итер, – тине. 25 Муса халыҡ янына төштө лә уларға барыһын да һөйләп бирҙе. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia