Сығыу 18 - Изге ЯҙмаИтроның Мусаға кәңәше 1 Мусаның ҡайныһы Мидйән ҡаһины Итро Алланың Муса һәм уның халҡы Исраил өсөн ҡылғандарын, Раббының Исраил халҡын Мысырҙан сығарғанын ишетте. 2-3 Ҡайныһы Итро Мусаның ҡатыны Сиппораны ике улы менән бергә кире алып килде. Муса быға тиклем ҡатынын атай йортона ҡайтарып торғайны. Муса «мин ят ерҙә килмешәк булдым» тип тәүге улын Гершом тип атағайны. 4 «Атам Аллаһы ярҙамға килеп, мине фирғәүен ҡылысынан ҡотҡарҙы» тип икенсеһенә Әлиғәзәр тигән исем бирҙе. 5 Итро Мусаның ҡатыны һәм улдары менән бергә сүлдә Алла тауы ҡаршыһына туҡтаған Муса янына тупламға килде. 6 Ул: – Мин, ҡайның Итро, ҡатының һәм ике улың менән һинең яныңа килдем, – тип хәбәр итергә ҡушып, Мусаға кешеләр ебәрҙе. 7 Муса ҡайныһын ҡаршы алырға сыҡты, алдында эйелеп, уны үпте. Улар, бер-береһенән хәл-әхүәл һорашып, сатырға инде. 8 Муса Раббының Исраил хаҡына фирғәүен һәм мысырҙар менән ни ҡылғанын бәйән итте, сүллек аша юлдың ни тиклем ауыр булғанын, Раббының уларҙы ни рәүешле ҡотҡарғанын һөйләне. 9 Итро Раббының Исраил халҡына эшләгән яҡшылыҡтары, уларҙы мысырҙар ҡулынан аралағаны тураһында ишетеп ҡыуанды. 10 – Һеҙҙе мысырҙарҙың һәм фирғәүендең ҡулынан ҡотҡарған Раббы мөбәрәк булһын! – тине Итро. – Халыҡты мысырҙарҙың иҙеүенән Ул азат иткән! 11 Хәҙер инде мин беләм: Раббы барлыҡ илаһтарҙан өҫтөнөрәк, Ул быларҙы мысырҙар Исраил халҡы менән тәкәббер ҡыланғанға эшләне. 12 Мусаның ҡайныһы Итро Раббыға тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. Һарун менән Исраил аҡһаҡалдары килде – улар Мусаның ҡайныһы менән бергә Алла хозурында ризыҡланды. 13 Иртәгәһенә Муса халыҡтың дәғүәләрен хәл итергә ултырҙы. Халыҡ иртәнән кискә тиклем Муса янында аяғөҫтө баҫып торҙо. 14 Ҡайныһы, Мусаның халыҡ менән ни рәүешле эшләгәнен күреп, һорай ҡуйҙы: – Ни өсөн һин халыҡ менән шулай мөғәмәлә итәһең? Ни өсөн һин бер үҙең хөкөм итәһең, ә бөтә халыҡ эргәңдә иртәнән кискә тиклем баҫып тора? 15 – Улар миңә Алла ихтыярын ишетергә килә, – тине Муса ҡайныһына. – 16 Бер-бер эште хәл итергә кәрәк булһа, миңә киләләр. Мин улар менән һөйләшеп, ҡарар сығарам, Алланың ҡағиҙә һәм ҡанундарын еткерәм. 17 – Дөрөҫ эшләмәйһең, – тине ҡайныһы Мусаға, – 18 үҙең дә йонсойһоң, халҡыңды ла ыҙалатаһың. Был һинең яңғыҙыңдың ғына ҡулынан килә торған эш түгел. 19 Инде һүҙемә ҡолаҡ һал, һиңә бер кәңәш бирәм. Алла һинең менән булһын! Халыҡ өсөн Алла алдында аралашсы бул, хәлдәрҙе Аллаға еткерә бар. 20 Уларға Алланың ҡағиҙә һәм ҡанундарын өйрәт, бараһы юлдарын күрһәт, ҡылаһы эш-ғәмәлдәрен күндер. 21 Ә һин халыҡ араһынан һәләтле, Алланан ҡурҡҡан, дөрөҫлөккә хилафлыҡ ҡылмай торған, һатылмаҫ кешеләрҙе һайлап ал да башлыҡ итеп ҡуй: ҡайһыһын – мең башы, ҡайһыһын – йөҙ башы, ҡайһыһын – илле башы, ҡайһыһын ун башы ит. 22 Кешеләр араһындағы низағтарҙы улар хөкөм итер, мөһим эштәрҙе генә һиңә тапшырыр, ваҡ-төйәктәрен үҙҙәре хәл итер. Өҫтөңдән йөк төшөр, йөктө улар һинең менән бергә күтәрешер. 23 Шулай эшләһәң, Алла ла шулай бойорһа, үҙең дә хәл алырһың, халыҡ та үҙ өйөнә тынысланып ҡайтыр. 24 Муса ҡайныһының әйткәндәрен тыңланы, бөтәһен дә уныңса эшләне: 25 Исраил халҡы араһынан һәләтле кешеләрҙе һайлап алып, уларҙы мең баштары, йөҙ баштары, илле баштары, ун баштары итеп ҡуйҙы. 26 Халыҡ араһындағы низағтарҙы улар хөкөм итте, ауыр эштәрҙе Мусаға еткерә барҙы, ваҡ-төйәктәрен үҙҙәре хәл итте. 27 Һуңыраҡ Муса ҡайныһын юлға оҙатты, тегеһе үҙ еренә ҡайтып китте. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia