Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Сығыу 15 - Изге Яҙма


Ҡотҡарылыу йыры

1 Шул саҡ Муса һәм Исраил халҡы Раббыға ошо данлау йырын йырланы: «Раббыға дан йырлайым: Ул бөйөк еңеү ҡаҙанды! Аты менән һыбайлыны диңгеҙгә бырғаны.

2 Раббы минең көс-ҡеүәтем, ҡотолоу әмәлем, сарам! Ул – Аллам, мин дан йырлайым Уға, Ата-бабамдың Аллаһы, ҙурлайым Уны!

3 Раббы – яугир! Исеме Уның – Раббы!

4 Фирғәүендең һуғыш арбаларын, Ғәскәрен диңгеҙгә ырғытты! Аҫыл яугирҙәрен Ҡамышлы диңгеҙгә батырҙы.

5 Упҡын уларҙың һәммәһен йотто; Тәрәнлеккә таш һымаҡ киттеләр!

6 Йә Раббы! Һинең уң ҡулың көсө менән дан ҡаҙанды. Йә Раббы! Һинең уң ҡулың дошмандарҙың юлын киҫте.

7 Бөйөк шөһрәтең менән Үҙеңә ҡаршыларҙы тар-мар иттең; Асыу утың уларҙы һалам һымаҡ көйрәтте.

8 Тын өрөүеңдән һыу үрә торҙо, Тулҡындары диуар булып ҡалҡты, Диңгеҙ тәрәнлеге ҡатып ҡалды.

9 „Ҡыуып етәм, – тип уйланы дошман, – Теләгәнемде табышҡа алам! Ҡынымдағы ҡылысымды һурып, Һәммәһенең башына етәм, ҡырам!“

10 Һулышыңды өрҙөң – диңгеҙ уларҙы ҡапланы: Ҡурғаш һымаҡ, тәрән һыуҙарҙа баттылар.

11 Йә Раббы, илаһтар араһында Һинең кеүек кем бар? Мөҡәддәслегендә олпат, данында дәһшәтле, Мөғжизәләр тыуҙырыусы Һинең һымаҡ кем бар?

12 Уң ҡулыңды күтәреүгә – ер дошманды йотто.

13 Үҙең ҡотҡарған халыҡҡа тоғро мөхәббәтең менән юл күрһәттең, Мөҡәддәс торлағыңа Ҡөҙрәтең менән алып барҙың.

14 Башҡа ҡәүемдәр ишетеп быны ҡан ҡалтырай! Пелешеҫ халҡын ҡурҡыу биләп алды,

15 Эдом башлыҡтары өрктө-боҫто, Моавтың юлбашсылары ҡалтырашты, Ҡәнғәниҙәрҙең ҡото ботҡа төштө.

16 Ҡалтыранһындар, ҡоттары осһон, Һинең халҡың үтеп киткәнсе, йә Раббы, Үҙеңә алған халҡың уҙғансы, Ҡөҙрәтеңдән Һинең улар таштай ҡатһын.

17 Халҡыңды килтереп ултыртырһың биләмәң булған тауыңа, Төйәкләнер өсөн Үҙеңә тип һайлаған урынға, Эй бөйөк Хакимым, Үҙ ҡулың менән торғоҙған Изге торлағыңа.

18 Раббы мәңге, даими батшалыҡ итер».

19 Фирғәүен аттары, яу арбалары һәм һыбайлылары менән диңгеҙгә инеүе булды, Раббы диңгеҙ һыуҙарын уларҙың өҫтөнә ишеп төшөрҙө. Исраил халҡы иһә диңгеҙ уртаһындағы ҡоро ерҙән атлап сыҡты.

20 Һарундың ҡыҙ туғаны пәйғәмбәр Мирйәм ҡулына дөңгөр алды, ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар уға эйәреп дөңгөр ҡаға, бейей башланылар.

21 Мирйәм улар алдында ошо йырын һуҙҙы: «Раббыға дан йырлайым: Ул бөйөк еңеү ҡаҙанды! Һыбайлыны аты менән диңгеҙгә бырғаны».


Әсе һыу

22 Муса Исраил халҡын Ҡамышлы диңгеҙҙән Шур сүленә алып китте. Өс көн буйы сүл буйлап атланылар, әммә эсергә тамсы ла һыу тапманылар.

23 Мараға килеп еткәс тә эсә алманылар – һыу ауыҙға алғыһыҙ әсе ине. Шуның өсөн дә был ер Мара, йәғни әсе тип атала.

24 Кешеләр: «Беҙ нимә эсәйек?» – тип Мусаға дәғүә белдерә башланы.

25 Муса Раббыға ялбарҙы. Раббы уға бер ағас ботағы күрһәтте. Муса шуны һыуға ташлауы булды – һыу тәмләнде. Шунда Раббы халыҡҡа ҡағиҙә һәм ҡанун бирҙе, уны һынауға дусар итте.

26 Раббы былай тине: – Әгәр һин, Исраил халҡы, Мин, Аллаң Раббы, әйткәндәрҙе тыңлаһаң, Мин хуп күргәнде генә эшләһәң, бойороҡтарыма ҡолаҡ һалһаң, ҡағиҙәләремде үтәһәң, бер ҡасан да һиңә Мысыр халҡына ебәргән ише ауырыу-сирҙәр күндермәм, сөнки Мин – Раббы, һиңә шифа биреүсе.

27 Артабан Элимға киттеләр. Унда ун ике шишмә менән етмеш хөрмә ағасы бар ине. Шунда, шишмәләр эргәһендә, туплам булып урынлаштылар.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan