Сығыу 13 - Изге ЯҙмаБеренсе булып тыуған ир баланы һәм иркәк малды Аллаға бағышлау тураһында 1 Раббы Мусаға былай тине: 2 – Исраилдарҙан тыуған беренсе ир баланың һәммәһе лә Миңә бағышланһын. Инә ҡарынының тәүге иркәк емешен – кешеләрҙекен дә, мал-тыуарҙыҡын да – Миңә арна. Улар Минеке. 3 – Мысырҙан – ҡоллоҡ йортонан ҡотолған ошо көндө иҫегеҙҙә тотоғоҙ, – тине Муса халыҡҡа. – Сөнки был көндө Раббы Үҙенең ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ул ерҙән алып сыҡты. Ул көндө әсе ҡамырҙан бешерелгән икмәк ашамағыҙ. 4 Бөгөн авив айында Мысырҙан сығаһығыҙ. 5 Раббы һеҙҙе ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр иленә, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткән һөт һәм бал ағып ятҡан ергә, алып килгәс, авив айында бына ошо йоланы үтәгеҙ: 6 ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ, етенсе көнөнә Раббы хөрмәтенә байрам яһағыҙ. 7 Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Арағыҙҙа һәм илегеҙҙең бер генә ерендә лә әсе икмәк һәм әсетке булмаһын. 8 Ул көндө һәр кем улына: «Мысырҙан киткән сағымда Раббының минең өсөн эшләгәндәрен хәтеремдә яңыртыр өсөн үтәйем мин был йоланы», – тип аңлатыр. 9 Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын – Раббы ҡануны телеңдән төшмәһен. Сөнки Раббы һине ҡөҙрәтле ҡулы менән Мысырҙан алып сыҡты. 10 Был күрһәтмәне йылдың-йылы, тәғәйен ваҡытта үтә. 11 Раббы һиңә һәм ата-бабаларыңа ант иткәнсә, ҡәнғәниҙәр еренә алып килеп, уны һиңә биргәс, 12 Уға баш ир балаңды бағышларға тейеш булаһың. Мал-тыуарыңдың тәүге түле лә, әгәр ҙә ул иркәк булһа, Раббыныҡы булһын. 13 Ишәктең тәүге быҙауы өсөн йоломға һарыҡ бәрәсе бир, йолом биргең килмәй икән – муйынын ҡайырып һындыр. Һинең беренсе тыуған ир балаң да йолоп алынырға тейеш. 14 Киләсәктә улың һинән: «Был нимәне аңлата?» – тип һораһа, былай тип яуап бир: «Раббы беҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан ҡөҙрәтле ҡулы менән алып сыҡты. 15 Фирғәүен ҡарышып беҙҙе ебәрмәгән саҡта, Раббы Мысырҙағы кешеләрҙең беренсе булып тыуған улдарын, мал-тыуарҙың тәүге иркәк түлен үлтерҙе. Шуға күрә мин мал-тыуарҙың тәүге түле булған иркәк малды Раббыға ҡорбан итәм, бөтә баш ир балалар өсөн йолом түләйем». 16 Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын, сөнки Раббы ҡөҙрәтле ҡулы менән беҙҙе Мысырҙан сығарҙы. Мысыр ғәскәренән ҡотолоу. Ҡамышлы диңгеҙ 17 Фирғәүен Исраил халҡын ебәргәс, Алла, ҡыҫҡа булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы пелештиҙәр ере аша үткән юлдан алып китмәне. Сөнки Ул: «Һуғышырға кәрәклеген күрһә, халыҡ, кире уйлап, Мысырға боролор», – тине. 18 Шуға ла уларҙы урау юлдан, сүл буйлап, Ҡамышлы диңгеҙ тарафына әйҙәне. Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡанда һуғышҡа әҙер булып барҙы. 19 Муса үҙе менән Йософтоң һөйәктәрен дә алғайны, сөнки Йософ Исраил халҡын: «Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер. Шул саҡта бынан үҙегеҙ менән минең һөйәктәремде лә алып китегеҙ», – тип ант иттергәйне. 20 Исраилдар, Суккоҫтан юлға сығып, сүл ситендәге Эҫамда туплам булып урынлашты. 21 Раббы көндөҙ юл күрһәтер өсөн болот бағанаһы эсендә, төндә иһә юл яҡтыртыр өсөн ут бағанаһы эсендә уларҙың алдынан барҙы. Шунлыҡтан улар көндөҙ ҙә, төндә лә туҡтамай атланы. 22 Көндөҙ болот бағанаһы, төнөн ут бағанаһы Исраил халҡын ташламаны. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia