Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Сығыу 12 - Изге Яҙма


Ҡотҡарылыу байрамы

1 Мысыр ерендә Раббы Муса менән Һарунға былай тине:

2 – Был ай һеҙҙең өсөн йылдың тәүге айы, йыл башы булһын.

3 Бөтә Исраил йәмғиәтенә әйтегеҙ, ошо айҙың унынсы көнөндә һәр ғаиләнең башлығы үҙ өйөндәге кешеләр өсөн бер бәрәс алһын.

4 Ғаилә бер бәрәсте ашап бөтөрлөк түгел икән, йән башына ҡарап, кемдең күпме ашауын иҫәпләп, яҡын күршеһе менән уртаҡлашып алһын.

5 Был иркәк мал кәмселекһеҙ, бер йәшлек һарыҡ йәки кәзә бәрәсе булырға тейеш.

6 Уны ошо айҙың ун дүртенсе көнөнә тиклем тотоғоҙ ҙа, эңер төшөүгә, Исраил йәмғиәтенән булған һәммәһе уларҙы һуйырға

7 һәм бәрәстең ҡанын ите ашалаһы өй ишегенең ике яңағына, ҡашағаһына һөртөргә тейеш.

8 Итте шул уҡ төндө утта ҡурып, сөсө икмәк, әскелтем үләндәр ҡушып ашаһындар.

9 Был итте сей көйө йә һыуҙа бешереп түгел, башы-тояҡтары һәм эске ағзалары менән бергә утта ҡурып ашағыҙ.

10 Итте иртәнгә тиклем ҡалдырмағыҙ. Артып ҡалһа, утҡа һалып яндырығыҙ.

11 Уны ошолай ашағыҙ: билегеҙ быуылған, аяғығыҙға кейелгән булһын. Таяғығыҙ ҡулығыҙҙа көйө, юлға әҙер булып, ашығып-ҡабаланып ашағыҙ уны. Был – Раббы хөрмәтенә үткәрелә торған Ҡотҡарылыу байрамының ҡорбаны.

12 Мин ошо төндө Мысыр ерен иңләйем, беренсе булып тыуған һәр ир-атты һәм беренсе булып тыуған иркәк малды үлтерәм. Мысырҙарҙың бөтә илаһтарына яза бирәм. Мин – Раббы.

13 Өйөгөҙҙөң ишегенә һөртөлгән ҡан Минең өсөн билдә булыр: шул ҡанды күреп, һеҙҙе ситләтеп үтермен. Мысырҙарҙы язалаған сағымда һеҙгә бер ниндәй ҙә зыян теймәҫ.

14 Был көн һеҙҙең өсөн иҫтәлекле көн булһын: уны быуындан-быуынға Раббының байрамы итеп билдәләгеҙ. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә.


Сөсө икмәк байрамы

15 Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Тәүге көндән үк өйөгөҙҙән әсетке китһен. Ошо ете көн эсендә әсе икмәктән ауыҙ иткән һәр кем Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр.

16 Беренсе һәм етенсе көндә изге йыйын үткәрелһен. Был ике көндә һис кем бер нәмә лә эшләмәһен, бары тик үҙенә ризыҡ ҡына әҙерләргә мөмкин.

17 Сөсө икмәк байрамы үткәрегеҙ. Нәҡ ошо көн барсағыҙҙы, ғәскәр ише теҙеп, Мысырҙан сығарҙым. Был көн быуындан-быуынға байрам ителһен. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә.

18 Тәүге айҙың ун дүртенсе кисенән башлап егерме беренсе кисенә тиклем сөсө икмәк ашағыҙ.

19 Ете көн буйы өйөгөҙҙә әсетке булмаһын, был көндәрҙә әсе икмәк ашаған зат, кем генә булһа ла – килмешәкме ул, әллә ерле кешеме – Исраил йәмғиәтенән ҡыуылыр.

20 Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, әсеткеле икмәк түгел, ә сөсө икмәк кенә ашарға тейешһегеҙ.


Тәүге Ҡотҡарылыу байрамы

21 Муса Исраилдың бөтә аҡһаҡалдарын саҡырып алды ла: – Барығыҙ, ғаиләләрегеҙ өсөн бәрәс һайлап алығыҙ ҙа Ҡотҡарылыу байрамы хөрмәтенә салығыҙ, – тине. –

22 Шунан бер бәйләм майағас үләнен һауытҡа ағыҙып алынған ҡанға манып, ошо ҡанды ишектең ике яңағына, ҡашағаһына һөртөгөҙ. Иртәнгә тиклем бер кем дә өйөнән сыҡмаһын.

23 Раббы мысырҙарҙы ҡазалар өсөн килгәндә ишек ҡашағаһындағы һәм яңаҡтарындағы ҡанды күргәс, урап үтер. Йән алыусыға өйөгөҙгә инергә һәм үлтерергә юл ҡуймаҫ.

24 Үҙегеҙ ҙә, нәҫелегеҙ ҙә ошо күрһәтмәне үтәргә тейеш, был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә.

25 Раббы һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ергә барып төйәкләнгәс тә ошо йоланы тотор булығыҙ.

26 Балаларығыҙ һеҙҙән: «Был һеҙҙең өсөн ниндәй йола ул?» – тип һорағанда,

27 һеҙ уларға: «Был – Ҡотҡарылыу байрамында Раббыға килтерелә торған ҡорбан. Сөнки Раббы мысырҙарҙы ҡазалаған саҡта исраилдарҙың өйҙәрен ситләтеп үтте. Раббы мысырҙарҙы үлтерҙе, беҙҙең ғаиләләрҙе ҡотҡарып ҡалды», – тип әйтегеҙ. Шул саҡ халыҡ теҙләнеп сәждә ҡылды.

28 Шунан таралыштылар ҙа, Раббы Муса менән Һарунға нисек ҡушһа, шулай эшләнеләр.

29 Төн уртаһы етеү менән, Раббы Мысыр ерендәге бөтә баш ир баланы үлтерҙе. Тәхеттә ултырған фирғәүендекен дә, зиндандағы тотҡондоҡон да ҡалдырманы; мал-тыуарҙың тәүге түлен дә ҡазаланы.

30 Ул төндә фирғәүен дә, хеҙмәтселәре лә, бөтә Мысыр халҡы ла уянды. Тотош Мысыр ерендә көслө иңрәү торҙо: бында үлем инмәгән бер генә өй ҙә ҡалмағайны.


Мысырҙан китеү

31 Шул уҡ төндө фирғәүен Муса менән Һарунды саҡыртып алды ла уларға: – Барығыҙ, халҡым араһынан китегеҙ! Үҙегеҙ ҙә, бөтә Исраил халҡы ла китһен, әйткәнегеҙсә, Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ.

32 Үҙегеҙ һорағанса, мал-тыуарығыҙҙы – эреһен дә, вағын да – алығыҙ ҙа китегеҙ. Ә миңә фатиха ҡылығыҙ.

33 Мысырҙар исраилдарҙы тиҙерәк сығып китергә ашыҡтырҙы; юғиһә һәммәбеҙ ҙә харап булабыҙ, тип ҡурҡты.

34 Әсетке һалып өлгөрмәгән ҡамырын күтәреп алды Исраил халҡы – икмәк күнәктәрен кейемгә төрөп, иңбаштарына ултыртты.

35 Исраил халҡы Муса ҡушҡанса эшләне – мысырҙарҙан алтын-көмөш әйберҙәр, кейем-һалым һорап алды.

36 Раббы мысырҙарҙа Исраил халҡына ҡарата миһырбан уятты – улар исраилдар нимә һораһа, шуны бирҙе. Исраил халҡы мысырҙарҙы талап китте.

37 Исраил халҡы Рағмесес ҡалаһынан Суккоҫҡа табан юлланды. Ҡатын-ҡыҙҙар менән бала-сағаны иҫәпләмәгәндә, Мысырҙан алты йөҙ меңләп йәйәүле ир-ат,

38 улар менән бергә бик күп сит халыҡ, көтөү-көтөү кәзә-һарыҡ, һыйыр малы сыҡты.

39 Уларға Мысырҙан алып сыҡҡан ҡамырҙан сөсө икмәк генә бешерергә тура килде, сөнки ҡамыр әсеткеһеҙ ине. Улар бит илдән ҡыуылып сыҡты, ҡабаланып, юлда ашарға ризыҡ әҙерләп тә өлгөрмәне.

40 Исраил халҡы Мысырҙа дүрт йөҙ утыҙ йыл ғүмер итте.

41 Тап дүрт йөҙ утыҙ йыл тулған көндө Раббының бөтә ғәскәре Мысыр еренән сыҡты.

42 Ул төндө Раббы, исраилдарҙы Мысырҙан сығарыр өсөн, уяу булды. Исраил халҡы быуындан-быуынға йыл һайын ошо төндө Раббыға бағышлап уяу булһын.


Ҡотҡарылыу байрамы тураһында ҡағиҙә

43 Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Бына Ҡотҡарылыу байрамы тураһында ҡағиҙә: бер генә сит кеше лә Ҡотҡарылыу байрамы ризығын ашарға тейеш түгел.

44 Әммә һатып алынған ҡол, сөннәтләнгәндән һуң, уны ашай ала.

45 Ә килмешәк тә, ялланып эшләүсе лә уны ашамаһын.

46 Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбанын бер өй эсендә генә ашағыҙ, ул иттән бер киҫәкте лә тышҡа сығармағыҙ һәм бәрәстең һөйәктәрен һындырмағыҙ.

47 Был йоланы бөтә Исраил йәмғиәте үтәргә тейеш.

48 Арағыҙҙа төйәкләнгән килмешәк Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнашырға теләһә, ғаиләһендәге һәр бер ир-ат сөннәтләнһен. Шунан һуң ғына ул ерле исраилдар кеүек һаналыр. Сөннәте булмаған бер кем дә ул итте ашамаһын.

49 Үҙ кешегеҙгә лә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәккә лә ҡанун бер.

50 Исраил халҡы, Раббы Муса менән Һарунға нисек ҡушһа, шулай эшләне.

51 Тап ошо көндө Раббы Исраил халҡын, ғәскәр ише сафҡа теҙеп, Мысырҙан алып сыҡты.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan