Сығыу 10 - Изге ЯҙмаСаранча 1 Раббы Мусаға былай тине: – Фирғәүен янына бар. Мин уны һәм уның хеҙмәтселәрен тиҫкәреләндерҙем. Быны Мин улар араһында хикмәттәремде күрһәтер өсөн, 2 һәм һин һуңынан үҙеңдең балаларыңа, ейәндәреңә Минең мысырҙарға ҡарата ҡаты мөғәмәләм, күрһәткән хикмәттәрем хаҡында һөйләй алһын өсөн эшләнем. Һеҙ Минең Раббы булыуымды белерһегеҙ. 3 Муса менән Һарун, фирғәүен янына килеп былай тине: – Ғивриҙәр Аллаһы Раббы: «Һин Миңә буйһоноуҙан тағы күпме баш тартмаҡсы булаһың? Халҡымды ебәр, Миңә ғибәҙәт ҡылһындар. 4 Әгәр халҡыма китергә рөхсәт итмәһәң, иртәгә биләмәңә саранча күндерәм. 5 Ер бите күренмәҫ булыр, боҙҙан һуң имен ҡалған үлән-фәләнде, яланда үҫкән бөтә ағас-ҡыуаҡты ашап-кимереп бөтөрөр ул. 6 Һарайыңа, хеҙмәтселәреңдең өйҙәренә, барлыҡ Мысыр кешеләренең йорт-еренә килеп тулыр; быға тиклем ошо ерҙә ғүмер һөргән ата-бабаларыңдың бындай хәлде күргәне булмаған», – тип әйтә. Шунан Муса боролдо ла фирғәүен янынан сығып китте. 7 Шул саҡ хеҙмәтселәре фирғәүенгә: – Был әҙәмдән тағы күпме ыҙа сигергә? – тинеләр. – Ебәр һин уларҙы, әйҙә, үҙ Аллалары Раббыға ғибәҙәт ҡылһындар. Мысырҙың һәләкәт сигендә икәнен күрмәйһеңме ни? 8 Муса менән Һарунды фирғәүен ҡабат үҙ янына саҡыртып: – Барығыҙ, Аллағыҙ Раббыға ғибәҙәтегеҙҙе ҡылығыҙ, тик кемдәр барғанын әйтегеҙ, – тине. 9 – Барыбыҙ ҙа барабыҙ: йәштәрҙе лә, ҡарттарҙы ла, уландарҙы, ҡыҙ-ҡырҡынды, кәзә-һарыҡты, үгеҙ-һыйырҙы ла ҡалдырмайбыҙ, сөнки Раббы хөрмәтенә байрам итергә тейешбеҙ, – тип яуапланы Муса. 10 – Шулай итеп, мин һеҙгә ҡатындарығыҙ һәм бала-сағағыҙ менән китергә рөхсәт итергә тейешменме? Әйҙә Раббы һеҙгә ярҙам булһын! – тине фирғәүен. – Ниәтегеҙҙең яҡшынан түгел икәне күренеп тора. 11 Улай булмай! Ирҙәр генә китегеҙ ҙә Раббыға ғибәҙәт ҡылығыҙ. Һеҙ бит шуны теләй инегеҙ. Шунан Муса менән Һарунды фирғәүен эргәһенән ҡыуып сығарҙылар. 12 Раббы Мусаға былай тине: – Ҡулыңды Мысыр ере өҫтөнә һуҙ, әйҙә, саранча тубы ябырылып, боҙҙан имен ҡалған бар үләнде ашап бөтһөн. 13 Муса таяғын Мысыр ере өҫтөнә күтәрҙе. Раббы был ергә көнсығыш елен ебәрҙе. Ел көнө буйы, төнө буйы иҫте лә таңға табан саранча тубын алып килде. 14 Тотош Мысыр ерен саранча баҫты, энә төртөр урын ҡалманы: быға тиклем дә, бынан һуң да шул хәтле саранчаның булғаны булманы һәм булмаҫ та. 15 Ер бите ҡап-ҡараға әйләнде, саранча боҙ-борсаҡтан имен ҡалған бар үләнде, бар ағас емешен һыпырып ашап бөттө, ағаста япраҡ, бөтә Мысыр ерендә үлән әҫәре ҡалманы. 16 Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырта һалып алды ла былай тине: – Аллағыҙ Раббы алдында ла, һеҙҙең алда ла гонаһ ҡылдым. 17 Зинһар, мине был юлы ла ярлыҡағыҙ: Аллағыҙ Раббыға ялбарығыҙ, минән был афәтте алһын. 18 Муса, фирғәүен янынан сығып, Раббыға ялбарҙы. 19 Раббы ҡаршы яҡтан, көнбайыштан бик көслө ел ебәрҙе, саранчаны ҡубарып алып китеп, Ҡамышлы диңгеҙгә батырҙы: бөтә Мысыр ерендә бер саранча ла ҡалманы. 20 Ләкин Раббы фирғәүендең йөрәген туң итте, шуға күрә ул һаман ҡарышты – Исраил халҡына китергә рөхсәт бирмәне. Дөм ҡараңғылыҡ 21 Раббы Мусаға: – Ҡулыңды күккә күтәр, – тине. – Шул саҡ бөтә Мысыр ерен ҡараңғылыҡ ҡаплар, күҙгә төртһәң, күренмәҫлек булыр. 22 Муса ҡулын күккә күтәрҙе – өс көнгә тотош Мысыр еренә ҡуйы ҡараңғылыҡ ятты. 23 Кеше бер-береһен күрмәҫ, өс көн буйы өйҙәренән сыҡмаҫ булды. Исраилдар йәшәгән ерҙә иһә яп-яҡты ине. 24 Фирғәүен Мусаны саҡырып алды ла былай тине: – Барығыҙ, Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ. Әйҙә, бала-сағағыҙ үҙегеҙ менән барһын, бары тик малығыҙ – эреһе лә, вағы ла – бында ҡалһын. 25 Муса иһә: – Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтереү, тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим итеү өсөн һин беҙҙе көтөү менән ебәрергә тейешһең, – тип яуапланы. – 26 Бер тояҡ та ҡалмаҫ, беҙҙең менән бөтә көтөү барыр: Аллабыҙ Раббыға ғибәҙәт ҡылыу өсөн ҡорбан малын тейешле урынға барып еткәс кенә һайлап алабыҙ. Унда барып етмәйенсә, Раббыға ниндәй ҡорбан кәрәген белеп булмай. 27 Ләкин Раббы фирғәүендең күңелен ҡатырҙы. Шуға күрә фирғәүен исраилдарға китергә рөхсәт итмәҫкә булды. 28 Фирғәүен Мусаға былай тине: – Кит бынан, ҡабат күҙемә күренеп йөрөмә: килеп күренһәң – үлерһең. 29 – Әйткәнеңсә булыр, башҡаса күҙеңә күренмәм, – тип яуап ҡайтарҙы Муса. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia