Сефанъяһ 3 - Изге ЯҙмаЙәрүсәлимгә ҡайғы 1 Фетнәсел, боҙоҡ, залим ҡалаға ҡайғы! 2 Ул әйткәндәргә ҡолаҡ һалманы, Һабаҡ алманы, өмөтөн Раббыға бағламаны, Аллаһына һыйынманы. 3 Башлыҡтары – ырылдаған арыҫлан, Хөкөмсөләре төнгө бүреме ни, Таң атыуға һис бер нәмә ҡалдырмаҫтар. 4 Пәйғәмбәрҙәре – тәкәббер, алдаҡсы әҙәм, Ҡаһиндары изге урынды нәжесләй, Ҡанунды аяҡ аҫтына һалып тапай. 5 Әммә һаман ҡала эсендәге Раббы ғәҙел, Ул яуызлыҡ ҡылмай; Һәр иртә һайын Үҙ хөкөмөн сығара, Һәр бер таңда – һис тә кисектермәй! Әммә залимдар оялыу белмәй. 6 «Мин ҡәүемдәрҙе ҡырып ташланым, – ти Раббы. – Ҡәлғәләрен ҡолаттым, Урамдары буп-буш ҡалды, Улар аша үтеп йөрөүсе юҡ. Ҡалалары харабала ята, Әҙәми зат унда ҡалмаған. 7 Инде һин, Йәрүсәлим, Минән ҡурҡырһың, Ниһайәт үҙеңә һабаҡ алырһың, тип уйлағайным. Шул сағында йәшәгән урының имен булыр, Минең язаларым урап үтер ине. Әммә һеҙ бары яуызлыҡ ҡына эшләнегеҙ». 8 «Шуға күрә килеүемде көтөгөҙ, – ти Раббы. – Ул көндө һеҙгә ҡаршы шәһәҙәт ҡылырмын. Минең ҡарарым шулай: Ярһыуымды, уттай асыуымды Өҫтәренә ҡойоп түгер өсөн, Бар ҡәүемдәрҙе, батшалыҡтарҙы йыям, Көнсөллөк утым бөтөн ер йөҙөн ялмап йотор». Раббы дәһшәтенән ҡотолоу 9 «Шунан Раббыны исеме менән саҡырһындар, Бергәләшеп Уға хеҙмәт итһендәр өсөн, Мин халыҡтарҙың ауыҙын пак ҡылырмын. 10 Мин ҡыуып таратҡан, Миңә ғибәҙәт ҡылған халҡым Куштың йылғалары аръяғынан Миңә ҡорбандар килтерер. 11 Ул көн һин, эй Йәрүсәлим, Миңә ҡаршы ҡылған гонаһтарың менән Үҙ-үҙеңде улай хурламаҫһың, Сөнки Мин һинең араңдан Затлылығы менән маҡтанғанды Алып ташлармын, Инде һин Минең изге тауымда Эреләнеп маһаймаҫһың. 12 Араңда бары тыңлаусан, күндәмдәр ҡалыр, Улар Раббы исеменә өмөт бағлар. 13 Исраилдың тере ҡалғандары Ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫ, ялған һөйләмәҫ, Ауыҙҙарында мәкерле һүҙ булмаҫ. Яланда утлап йөрөгән ҡуйҙар һымаҡ Тамаҡтары туйғас, ятып ял итерҙәр, Уларҙы һис кем ҡурҡытмаҫ». Һөйөнөс йыры 14 Йырла, эй Сион-ҡыҙ, Ҡыуан Исраил! Бар күңелдән ҡыуан, Күңел ас, эй Йәрүсәлим-ҡыҙ! 15 Раббы һиңә сығарған хөкөмөн кире алды, Дошманыңды ҡыуып таратты. Раббы, Исраил батшаһы, һинең менән, Хәҙер яуызлыҡтан ҡурҡма инде. 16 Шул көндө Йәрүсәлимгә: «Ҡурҡма, Сион! Ҡулдарың хәлһеҙләнмәһен!» – тип әйтерҙәр. 17 Һинең менән Аллаң Раббы, Һиңә ҡотолоу алып киләсәк көслө яугир! Ул һинең өсөн шатланыр һәм тантана итер, Һине мөхәббәте менән яңыртыр, Шатлыҡ йыры менән күңел асыр, 18 Гүйә байрам көнөндәге һымаҡ. «Афәттәреңде һепереп түгәм, – ти Раббы. – Хурлыҡ кисермәҫһең бүтән. 19 Бына шундай ваҡыт килер: Мин һине иҙгәндәрҙе язалармын, Аҡһаҡтарҙы ҡотҡарырмын, Ҡыуып таратылғандарҙы йыйырмын; Ҡайҙа кәмһетелгәндәр, шул ерҙә Уларға маҡтау һәм шөһрәт ҡаҙандырырмын. 20 Шул ваҡытта бөтәгеҙҙе лә туплармын, Шул дәүерҙә һеҙҙе кире ҡайтарырмын, Ерҙәге бөтә халыҡтар араһында Һеҙгә маҡтау, дан ҡаҙандырырмын, Элекке именлекте бирермен, Быны үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ», – Раббы шулай тип белдерә. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia