Руҫ китабы 4 - Изге ЯҙмаБоғаздың Рутҡа өйләнеүе 1 Боғаз иһә ҡала ҡапҡаһы төбөнә барып ултырҙы. Ҡараһа, бая әйткән яҡын туғаны килә ята. Боғаз уға: – Бында килеп ултыр әле, – тип өндәште. Тегеһе ултырҙы. 2 Боғаз ҡаланың аҡһаҡалдарынан ун кеше саҡырып килтерҙе лә уларға: – Ошонда ултырығыҙ, – тине. Улар ҙа ултырышты. 3 Шунан Боғаз, туғанына ҡарап, һүҙ башланы: – Моав иленән ҡайтҡан Ноғоми ҡәрҙәшебеҙ Әлимәләхтең ер бүлемен һата. 4 Һиңә шуны хәбәр итергә булдым. Ошонда йыйылған кешеләр, ил аҡһаҡалдары алдында һин ошо баҫыуҙы һатып алырға ризаһыңмы? Алыр булһаң – ал, алмаҫ булһаң – әйт, мин беләйем. Туғанлыҡ хоҡуғы иң тәүҙә һиндә бит, мин – һинән һуң, – тине. – Һатып алам, – тип яуапланы теге кеше. 5 – Ноғомиҙың баҫыуын алған осраҡта, һин уның киленен, Моавтан килгән тол ҡатын Рутты ла алырға тейеш булаһың, сөнки биләмә уның мәрхүм иренең ғаиләһендә ҡалырға тейеш, – тине Боғаз. 6 Боғаздың туғаны иһә былай тип яуап ҡайтарҙы: – Ул баҫыу өсөн йолом түләп, үҙ мөлкәтемә зыян килтерер хәлем юҡ. Шулай булғас, һатып алыу хоҡуғы һиңә күсһен, мин йолом түләй алмайым, – тине. 7 Элек Исраил ерендә йолом түләү, алмашыу һымаҡ эштәрҙә килешеүҙең тамамланғанын белдерер өсөн, ике яҡтың береһе аяҡ кейемен сисеп икенсеһенә биргән, һәм исраилдар килешеүҙе шулай раҫлаған. 8 Шунда теге туған кеше Боғазға: – Һин үҙең һатып ал, – тине лә аяҡ кейемен сисеп бирҙе. 9 Боғаз аҡһаҡалдарға һәм йыйылған халыҡҡа: – Һеҙ хәҙер барығыҙ ҙа Әлимәләхтең һәм Килйон менән Махлондың өлөшөн Ноғомиҙан һатып алыуыма шаһитһығыҙ. 10 Шулай уҡ мин Махлондың тол ҡатынын, Моав ҡыҙы Рутты ла, үҙемә ҡатынлыҡҡа алам, сөнки мәрхүмдең вариҫтары уның биләмәһен мираҫ итеп алырға, туғандарының нәҫеле менән бергә уның да нәҫеле дауам итергә, уның да исеме тыуған ерендә ошо ҡапҡа төбөндә яңғырарға тейеш. Бөгөн һеҙ быға шаһитһығыҙ! – тине. 11 Ҡапҡа янында торған кешеләр һәм аҡһаҡалдар быны раҫланы: – Беҙ шаһитбыҙ! Раббы һинең өйөңә ингән ҡатынды Исраил йортон ҡорған Рәхилә менән Лиә һымаҡ итһен! Әфраҫала ҡеүәтле бул, Бейт-Ләхәмдә исемең дан ҡаҙанһын! 12 Раббы һинең йортоңдо ошо йәш ҡатындан бирәсәк тоҡом аша Тамар Йәһүҙәгә табып биргән Пәрәстең йорто һымаҡ итһен! – тип теләк теләнеләр. Дауыттың нәҫеле 13 Шулай итеп, Боғаз Рутҡа өйләнде. Улар ҡушылғандан һуң, Раббының рәхмәте менән Рут ауырға ҡалды һәм малай тапты. 14 Ҡатындар Ноғомиға: – Һине нәҫелдән яҙҙырмаған Раббы мөбәрәк булһын! Был баланың исеме Исраилда дан ҡаҙанһын! – тинеләр. – 15 Ул тормошоңдо яңыртыр, ҡартлығыңда үҙеңә терәк булыр! Уны бит һиңә ете улдан да артыҡ булған, һине яратҡан киленең табып бирҙе! 16 Ноғоми сабыйҙы алып күкрәгенә ҡыҫты һәм ҡулынан төшөрмәй ҡараны. 17 Күрше ҡатындар балаға исем ҡушып: – Ноғомиҙың улы тыуҙы, – тинеләр. Уны Ғовед тип атанылар. Ғовед – Ишайҙың, Ишай – Дауыттың атаһы. Дауыт батшаның шәжәрәһе 18 Бына Пәрәс нәҫеленең шәжәрәһе: Пәрәстән – Хесрон, 19 Хесрондан – Рам, Рамдан – Ғамминадав, 20 Ғамминадавтан – Нахшон, Нахшондан – Салма, 21 Салманан – Боғаз, Боғаздан – Ғовед, 22 Ғоведтан Ишай тыуҙы, ә Ишайҙың улы иһә – Дауыт. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia