Руҫ китабы 3 - Изге ЯҙмаБоғаздың Рутты хәстәрләүе 1 Бер көндө ҡәйнәһе Ноғоми Рутҡа: – Ҡыҙым, һиңә йәшәр өсөн именерәк һәм яҡшыраҡ урын табырға теләйем. 2 Теге ваҡыт һин уның ураҡсылары менән баҫыуында булған Боғаз, беҙҙең туғаныбыҙ, бөгөн кискеһен ырҙын табағында арпа елгәртәсәк. 3 Һин йыуынып таҙарын, матур итеп кейен, еҫле май һөрт тә ырҙын табағына бар. Ләкин Боғаз ашап-эсеп алмайынса, күҙенә салынма. 4 Уның ҡайҙа йоҡларға ятҡанын ҡарап тор ҙа, өҫ ябыуын һирпеп асып, уның аяҡ осона барып ят – артабан нимә эшләргә икәнен ул үҙе өйрәтер, – тине. 5 – Бөтәһен дә һин әйткәнсә эшләрмен, – тине Рут. 6 Ул, ырҙын табағына барып, бөтәһен дә ҡәйнәһе әйткәнсә эшләне. 7 Боғаз ашап-эсеп алғандан һуң, кәйефләнеп, иген эҫкерте төбөнә йоҡларға ятты. Рут, йәшерен генә уның эргәһенә килеп, Боғаздың өҫ ябыуын һирпеп асты ла уның аяҡ осона ятты. 8 Төн уртаһында ир һиҫкәнеп уянып китте лә аяҡ осонда бер ҡатындың ятҡанын абайланы. 9 – Һин кем? – тип һораны ул. – Мин ҡолоң Рут булам. Мине үҙ ҡанатың аҫтына алһаңсы. Һин беҙҙең ғаиләбеҙҙең йолоусыһы бит, – тине Рут. 10 – Һиңә, ҡыҙым, Раббының рәхмәте төшһөн. Был юлы һин элеккенән дә дөрөҫөрәк эшләнең – ярлымы, баймы, йәш егеттәр артынан йүгермәнең. 11 Ҡурҡма, ҡыҙым, нимә һораһаң, шуның бөтәһен дә эшләрмен. Ҡалабыҙҙың бар халҡы белә: һин хөрмәткә лайыҡлы ҡатынһың. 12 Дөрөҫ әйтәһең, мин һеҙҙең ғаиләгеҙҙең йолоусыһымын, шуға ла ярҙам итергә тейешмен, ләкин һинең миңә ҡарағанда ла яҡыныраҡ туғаның бар. 13 Бөгөн бында ҡуна ҡал да, иртәгә, әгәр ҙә ул үҙ бурысын үтәһә, яҡшы, әйҙә шулай итһен. Әгәр ҙә уның ярҙам иткеһе килмәһә, тере Раббы шаһит: һине мин үҙем алырмын. Йоҡла, таң атмай әле, – тине Боғаз. 14 Рут таңға тиклем уның аяҡ осонда йоҡланы ла, кеше күргеләгәнсе, иртүк торҙо. Боғаз: «Ырҙын табағына ҡатын-ҡыҙ килгәнен бер кем дә белмәһен ине», – тип уйлап 15 Рутҡа: – Ҡана, шәлеңде бир. Йәйеп тотоп тор, – тине. Рут шәлен тотоп торҙо, ә Боғаз унда алты үлсәм арпа һалып күтәртте лә, үҙе ҡалаға ҡайтып китте. 16 Рут ҡәйнәһе янына ҡайтты. Ноғоми унан: – Хәлдәр нисек, ҡыҙым? – тип һораны. Рут Боғаздың уның өсөн нимәләр эшләгәнен ҡәйнәһенә һөйләп бирҙе. 17 Шунан: – Ул бына ошо алты үлсәм арпаны миңә: «Ҡәйнәң янына буш ҡул менән ҡайтма», тип бирҙе, – тине. 18 Ҡәйнәһе: – Ҡыҙым, сабыр ғына көт, оҙаҡламай эштең ни менән бөтөрөн белерһең. Сөнки ул әйткән һүҙен көнөндә тамамламайынса тыныслана торған кеше түгел, – тине. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia