Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Римдарға 9 - Изге Яҙма


Алла һәм Уның халҡы

1 Мәсих исеменән һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, һөйләгәндәрем ялған түгел, быны Изге Рух аша выжданым раҫлай:

2 йөрәгем халҡым өсөн оло ҡайғы менән тулы һәм һыҙланыуҙан туҡтамай.

3 Әгәр ҙә был үҙ халҡыма, ҡан-ҡәрҙәштәремә ярҙам итә алһа, Мәсихтән айырылып, ҡәһәрләнгән килеш ҡалырға риза булыр инем.

4 Улар – исраилдар, Алла уларҙы Үҙ балалары итте, уларға Үҙенең шөһрәтен күрһәтте, улар менән килешеүҙәр төҙөнө, ҡанун, ғибәҙәт ҡылыу тәртибен өйрәтте, вәғәҙәләр бирҙе.

5 Улар – беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – кеше булараҡ сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.

6 Әммә, Алла һүҙе ғәмәлгә ашмай ҡалды, тип әйтеп булмай, сөнки Исраил нәҫеленән булғандарҙың бөтөнөһө лә ысын Исраил кешеһе түгел.

7 Ибраһим нәҫеленән булғандарҙың һәммәһе лә уның ысын балалары түгел. «Һинең тоҡомоң Исхаҡтан тараласаҡ», – тигән бит Алла.

8 Йәғни тәбиғи рәүештә тыуған балалар Алла балалары тигән һүҙ түгел, Алла вәғәҙәһе буйынса тыуған балалар Уның балалары һанала.

9 Вәғәҙә һүҙе былай: «Бер йылдан ошо ваҡытта әйләнеп килермен, ул мәлдә Сараның улы тыуған булыр».

10 Ул ғына ла түгел, Рабиға ла атабыҙ Исхаҡтан игеҙәк ир балаларға ауырлы булған.

11-12 Балалар тыумаҫ элек һәм бер ниндәй яҡшылыҡ та, яманлыҡ та ҡылырға өлгөрмәгән саҡтарында уҡ Алла Рабиғаға: «Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итер», – тип белдергән. Ул бының менән Үҙенең һайлап алыу ниәте уларҙың эштәренә түгел, ә Саҡырыусыға бәйле икәнлеген күрһәткән.

13 Был турала Изге Яҙмала: «Мин Яҡупты яраттым, Ғаязды иһә күрә алманым», – тип әйтелгән.

14 Ни тиергә һуң? Алла ғәҙел түгелме ни? Юҡ, әлбиттә!

15 Мусаға Ул: «Кемгә теләһәм, шуға ҡарата рәхимлемен, кемгә теләһәм, шуға шәфҡәт күрһәтермен», – тигән.

16 Тимәк, бөтә нәмә кешенең теләгенә йәки тырышлығына түгел, ә шәфҡәт күрһәтеүсе Аллаға бәйле.

17 Изге Яҙмала Алла фирғәүенгә былай тигән: «Ҡөҙрәтем һинең аша күрһәтелһен һәм исемем бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын өсөн, Мин һине юғарыға күтәрҙем».

18 Шулай итеп, Алла Үҙе теләгән кешегә шәфҡәт күрһәтә һәм теләгән кешеләрен тиҫкәре, Үҙ тауышына ҡарата һаңғырау итә.


Алланың асыуы һәм шәфҡәте

19 Берәйегеҙ минән: «Шулай булғас, ниңә беҙҙе ғәйепләй һуң? Уның ихтыярына берәйһе ҡаршы килә аламы ни?» – тип һорар.

20 Эй әҙәм балаһы, Алла менән бәхәсләшергә кем һуң һин? Көршәк үҙен яһаусыға: «Ниңә һин мине былай итеп яһаның?» – тип әйтерме?

21 Көршәксенең бер үк балсыҡтан бер һауытты – затлы, ә икенсеһен ябай итеп яһарға хоҡуғы юҡмы ни?

22-23 Алла ла шулай уҡ эшләне түгелме һуң? Бәлки, Ул Үҙенең асыуын һәм ҡөҙрәтен күрһәтергә теләп, һәләкәткә дусар ителгән «нәфрәт көршәктәренә» ҡарата ҙур сабырлыҡ күрһәткәндер? Быны Ул Үҙ даны хаҡына алдан уҡ Үҙе әҙерләгән «шәфҡәт көршәктәренә» Үҙ данының байлығын асыу өсөн эшләне.

24 Әлеге «шәфҡәт көршәктәре» – беҙ, Алла беҙҙе йәһүдтәрҙән генә түгел, йәһүд булмағандарҙан да саҡырҙы.

25 Һошеяғ китабында Алла былай тип әйткән: «Минең халҡым булмағанды – Үҙ халҡым, һөйөклө булмағанды һөйөклөм тип атармын.

26 „Һеҙ Минең халҡым түгел“, – тип әйтелгән урында улар тере Алланың балалары тип аталырҙар».

27 Ишағыяһ пәйғәмбәр иһә Исраил тураһында былай тип белдерә: «Исраилдарҙың һаны диңгеҙ ҡомо кеүек күп булһа ла, уларҙың аҙҙары ғына ҡотолор.

28 Сөнки Раббы, ер йөҙөндә хөкөмөн тәүәккәл һәм тиҙ арала тамамлар».

29 Ишағыяһ алдан уҡ әйткәнсә: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы беҙгә нәҫел ҡалдырмаған булһа, беҙ Содом кеүек булыр, Ғамораға оҡшап ҡалыр инек».

30 Ни тип әйтергә һуң? Аҡланыуға ынтылмаған бүтән халыҡтар аҡланыу алды. Был аҡланыу инаныу аша килде.

31 Ә исраилдар ҡанун үтәү аша аҡланыу табырға тырышты, тик маҡсатына өлгәшә алманы.

32 Ни өсөн? Сөнки аҡланыуҙы инаныу нигеҙендә түгел, ә ҡанун нигеҙендә эҙләп, абындырыр ташҡа һөрөндөләр.

33 Изге Яҙмала был таш тураһында былай тип әйтелгән: «Бына, Сионда кешеләрҙе абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая ҡуям. Әммә Уға ышанған һис кем оятҡа ҡалмаҫ».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan