Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Римдарға 4 - Изге Яҙма


Ибраһим өлгөһө

1 Халҡыбыҙҙың тәүатаһы Ибраһим тураһында нимә әйтә алабыҙ? Ул нимәгә өлгәште?

2 Әгәр Ибраһим үҙенең эштәре өсөн аҡланған булһа, ул саҡта маҡтана алыр ине; әммә Алла алдында түгел.

3 Изге Яҙмала нимә тип әйтелгән? «Ибраһим Аллаға ышанды һәм Алла быны тәҡүәлек тип ҡабул итте».

4 Эшләгән кешегә түләнгән хаҡ – бүләк түгел, ә тейешле хеҙмәт хаҡы.

5 Әгәр ҙә кеше үҙенең эштәренә түгел, ә аллаһыҙҙарҙы аҡлаған Аллаға ышана икән, Алла уның ышанысын тәҡүәлеккә һанар.

6 Шулай уҡ эш-ғәмәлдәренә ҡарамайынса Алла тәҡүә тип һанаған кешенең бәхетле булыуы тураһында Дауыт былай ти:

7 «Яуыз эштәре ярлыҡанған, гонаһтары юйылған кешеләр бәхетле.

8 Раббы кемдең гонаһын иҫәпкә алмаған, шул бәхетле».

9 Шулай итеп, бәхетле булыу сөннәтлеләргә генә ҡағыламы, әллә сөннәт үтмәгәндәргә ләме? Беҙ: «Ибраһим үҙенең иманы менән тәҡүә ҡабул ителде», – тинек.

10 Ҡасан ҡабул ителде? Сөннәтле булғасмы, әллә уға тиклемме? Сөннәтләнгәнгә тиклем, ә һуңынан түгел.

11 Уның сөннәткә ултыртылыуы сөннәтһеҙ саҡта уҡ иман менән тәҡүәлеккә һаналыуҙы раҫлаған билдә булды. Шуға ла ул сөннәтһеҙ килеш иман итеп тәҡүә һаналған бөтә кешеләрҙең рухи атаһы булды.

12 Ибраһим – шулай уҡ сөннәтлеләрҙең дә атаһы, йәғни был йоланы үтәгән генә түгел, ә Ибраһимдың сөннәтләнгәнгә тиклем тотҡан иманы юлынан барыусыларҙың да атаһы.


Алла вәғәҙәһе һәм иман

13 Алланың Ибраһимға һәм уның тоҡомона донъяны бирергә вәғәҙә итеүе Ибраһим ҡанун талаптарын үтәгән өсөн түгел, ә Алла уны иманы арҡаһында тәҡүә тип һанаған өсөн бирелде.

14 Әгәр ҙә ҡанун талабын үтәгәндәр Алланың вәғәҙә иткәнен алһа, ул саҡта иман мәғәнәһен юғалтыр, вәғәҙә үҙе лә юҡҡа сығыр ине.

15 Ҡанун үҙе менән Алланың асыуын алып килә. Әммә ҡанун булмаған ерҙә ҡанунды боҙоу ҙа булмай.

16-17 Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәтле бүләк булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә: ҡанундың үтәлеүенә өмөт бағлаусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иманлы булғандар өсөн дә ышаныслы. Изге Яҙмала: «Һине күп халыҡтарҙың атаһы иттем», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим – барыбыҙға ла ата. Ул үҙе ышанған Алла, үлеләрҙе терелткән, булмағанды бар ҡылған Алла алдында бөтәбеҙ өсөн дә ата.

18 Ибраһим өмөтө ҡалмағанда ла ышанды һәм: «Һинең нәҫелең бихисап һанлы буласаҡ», – тип әйтелгән һүҙҙәр буйынса күп халыҡтарҙың атаһы булды.

19 Уның, йөҙ йәшкә яҡынлашып, тәненең инде үлә барыуын, Сараның да бала табыу өсөн үтә ҡарт булыуын аңлаһа ла, иманы кәмемәне.

20 Алла биргән вәғәҙәгә ул шикләнмәне, киреһенсә, иманында ныҡ булып, Алланы данланы.

21 Алланың биргән вәғәҙәһен ғәмәлгә ашыра алырына ныҡ ышанды.

22 Бына ни өсөн Ибраһим «тәҡүә булып ҡабул ителде».

23 «Тәҡүә булып ҡабул ителде» тигән һүҙ уға ҡарата ғына түгел,

24 беҙҙең өсөн дә яҙылған. Раббыбыҙ Ғайсаны үленән терелткән Аллаға ышанған беҙҙе лә Алла тәҡүә тип һанар.

25 Ғайса иһә беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлемгә дусар ителде һәм аҡланыуыбыҙ өсөн үленән терелтелде.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan