Римдарға 3 - Изге ЯҙмаАлланың тоғролоғо 1 Шулай итеп, йәһүд булыуҙың өҫтөнлөгө бармы һәм сөннәтле булыуҙың файҙаһы нимәлә? 2 Бөтә яҡлап та өҫтөнлөгө ҙур. Иң элек Алла һүҙе уларға ышанып тапшырылған. 3 Ҡайһы берәүҙәр Аллаға тоғролоҡ һаҡламаһа, ул ваҡытта ни булыр? Тоғро булмауҙары Алланың тоғролоғон юҡҡа сығарырмы? 4 Әлбиттә, юҡ. Һәр кеше алдаҡсы булһа ла, Алла Үҙ һүҙенә тоғро. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Ғәйепләү һүҙҙәрең хаҡлы, хөкөмләшкәндә Һин еңерһең». 5 Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтөп әйтәм.) 6 Әлбиттә, юҡ. Юҡһа Алла донъяны нисек хөкөм итә алыр ине? 7 Ә минең ялғанлауым арҡаһында Алланың хаҡлығы, асығыраҡ күренеп, Уның данын арттыра икән, ни өсөн һуң әле мин гонаһлы тип хөкөм ителәм? 8 Улай булғас, яҡшылыҡ килһен өсөн яманлыҡ ҡылырға тейеш булып сығабыҙмы? Ҡайһы бер яман һүҙле кешеләр беҙҙе нәҡ шулай әйтә тип тә һөйләй. Ундайҙар үҙҙәренә тәғәйен хөкөмдө алырҙар. Тәҡүә кеше юҡ 9 Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтәһенең дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде. 10 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Тәҡүә бер кеше лә юҡ, бер генә лә. 11 Аңлы бер кем дә юҡ, Алланы эҙләмәй һис кем дә. 12 Барыһы ла юлдан яҙған, берҙәй боҙолған; яҡшылыҡ ҡылған әҙәм юҡ, исмаһам, берәү ҡалмаған. 13 Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер, телдәре менән алдайҙар, йылан ағыуы – ауыҙҙарында. 14 Ауыҙҙары тулы ләғнәт һәм рәнйеш. 15 Аяҡтары ҡан ҡойошҡа ашыға, 16 улар булып үткән ерҙә емереклек менән ҡайғы ҡала, 17 тыныслыҡҡа юлды белмәйҙәр. 18 Алланан ҡурҡыу юҡ уларҙың булмышында». 19 Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен яҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай, һәм бөтә донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала. 20 Ҡанун талаптарын үтәү менән Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит, ә ҡанун аша гонаһтың нимә икәнлеген төшөнәбеҙ. Иман аша аҡланыу 21 Әммә хәҙер Алланың кешеләрҙе ҡанундан тыш та аҡлауы асылды, быны ҡанун да, пәйғәмбәрҙәр ҙә раҫлай. 22 Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә. Кешеләр араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ. 23 Барыһы ла гонаһ ҡылып Алла шөһрәтенән мәхрүм ҡалды бит. 24 Барыһы ла Алла мәрхәмәте менән үҙҙәрен гонаһтан йолоп алған Ғайса Мәсихтә Алланың аҡлауын бүләк итеп ала. 25 Алла Ғайсаны, инанғандар гонаһтарынан Уның ҡаны аша пакланһын өсөн, ҡорбан итеп билдәләне. Шулай эшләп, элек ҡылынған гонаһтар өсөн яза бирмәйенсә, Ул Үҙенең хаҡлығын иҫбатланы. Оҙаҡ түҙемлек һаҡлап, 26 хәҙер ҙә, беҙҙең ваҡытта ла, Үҙенең хаҡлы булыуын күрһәтә: Ул Үҙе хаҡ һәм Ғайсаға инаныусыларҙы аҡлай. 27 Шулай итеп, нимәбеҙ менән маҡтана алабыҙ һуң? Бер ни менән дә. Был ниндәй ҡанун менән башҡарылды? Эш талап иткән ҡанун менәнме? Юҡ, иман ҡануны менән. 28 Беҙ кешенең ҡанун талаптарын үтәүе менән түгел, ә иман аша аҡланғанлығын таныйбыҙ. 29 Алла – йәһүдтәрҙең генә Аллаһымы? Башҡа халыҡтарҙыҡы ла түгелме ни? Әлбиттә, башҡа халыҡтарҙыҡы ла, 30 сөнки Алла – бер. Ул сөннәтлене лә, сөннәтһеҙҙе лә иман аша аҡлай. 31 Шулай итеп, беҙ иманыбыҙ менән ҡанунды юҡҡа сығарабыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, беҙ ҡанунды раҫлайбыҙ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia