Римдарға 13 - Изге ЯҙмаХакимлыҡ тураһында 1 Һәр кем хакимлыҡ иткән етәкселәргә буйһонһон, сөнки Алла урынлаштырған хакимлыҡтан башҡа хакимлыҡ юҡ. Ғәмәлдәге хакимлыҡтар Алла тарафынан урынлаштырылған. 2 Шуға күрә хакимлыҡҡа ҡаршы килеүсе Алла урынлаштырған тәртипкә ҡаршы килә. Ундайҙар иһә үҙҙәрен хөкөмгә дусар итә. 3 Етәкселәр яҡшылыҡ ҡылыусылар өсөн түгел, яманлыҡ ҡылыусылар өсөн ҡурҡыныс. Хакимлыҡтан ҡурҡмаҫҡа теләһәң, яҡшылыҡ эшлә, һәм маҡтау алырһың. 4 Хакимлыҡ итеүсе һинең мәнфәғәтең өсөн Аллаға хеҙмәт итә. Әгәр яуызлыҡ ҡылаһың икән – унан ҡурҡ, юҡҡа ғына ҡылыс тағып йөрөмәй бит. Ул, Алла хеҙмәтсеһе булараҡ, яуызлыҡ ҡылыусыларҙы Алланың асыуына дусар итеп яза бирә. 5 Шуға күрә хакимлыҡ итеүселәргә яза алыуҙан ҡурҡып ҡына түгел, ә выжданың ҡушыуы буйынса буйһонорға кәрәк. 6 Шуның өсөн һеҙ һалым түләйһегеҙ ҙә инде, сөнки улар үҙҙәрен үҙ вазифаларына бағышлап, Аллаға хеҙмәт итә. 7 Шулай булғас, һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: кемгә һалым түләргә тейешһегеҙ – һалым, кемгә яһаҡ – яһаҡ түләгеҙ, ҡурҡырға тейеш булғандан ҡурҡығыҙ, хөрмәткә лайыҡлыларҙы хөрмәт итегеҙ. Бер-берегеҙгә булған бурыстарығыҙ 8 Бер-берегеҙгә булған мөхәббәттән башҡа бер кемгә лә бер нәмә менән дә бурыслы булмағыҙ, сөнки яҡынын яратҡан кеше ҡанун талаптарын үтәгән була. 9 «Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, башҡаныҡын көҫәмә» һәм башҡа төрлө бойороҡтар, бер һүҙ менән әйткәндә, «яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» тигәнде аңлата. 10 Мөхәббәт бүтән кешегә яуызлыҡ килтермәй, тимәк, мөхәббәт ҡанун талаптарын үтәү булып тора. 11 Ошоларҙы үтәгеҙ, сөнки ниндәй заманда йәшәүегеҙҙе беләһегеҙ, беҙгә йоҡонан уяныу сәғәте килеп тә етте. Ҡотолоу мәле хәҙер беҙ иманға килгән ваҡытҡа ҡарағанда яҡыныраҡ. 12 Төн үтеп бара, көн тыуа. Әйҙәгеҙ, ҡараңғылыҡ эштәренән ситләшеп, яҡтылыҡ ҡоралдарын алайыҡ. 13 Ҡоторонҡо мәжлес һәм эскелек, фәхешлек һәм аҙғынлыҡ, ыҙғыш-талаш һәм көнсөллөккә бирелмәйенсә, үҙебеҙҙе көн яҡтылығындағы кеүек әҙәпле тотайыҡ. 14 Тормошоғоҙға Раббы Ғайса Мәсих идара итһен. Гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең аҙғын теләктәрен ҡәнәғәтләндереү тураһында уйлауҙан туҡтағыҙ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia