Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Римдарға 11 - Изге Яҙма


Алланың Исраилға ҡарата мәрхәмәте

1 Шуға ла мин, Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡҡанмы ни, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Мин үҙем дә Исраил кешеһе. Ибраһим нәҫеленән, Бинйәмин тоҡомонанмын.

2 Алла Үҙ халҡын ташламаны, Ул уларҙы алдан уҡ һайлап алды. Һеҙ Изге Яҙмала Ильяс тураһында нимә тиелгәнен белмәйһегеҙме ни? Ул, Исраил халҡына зарланып, Аллаға:

3 «Йә Раббым! Пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙеләр, ҡорбан усаҡтарыңды емерҙеләр, мин бер үҙем ҡалдым, инде минең дә йәнемде ҡыймаҡ булалар», – тигән.

4 Уға Алла нимә тип яуап бирә һуң? «Мин табыныр өсөн Бәғел алдына теҙләнмәгән ете мең кешене Үҙем өсөн һаҡлап алып ҡалдым».

5 Алла Үҙенең мәрхәмәте буйынса һайлап алған кешеләр әле лә бар, әммә улар күп түгел.

6 Әммә Алланың һайлауы Үҙенең мәрхәмәте буйынса икән, тимәк, кешеләрҙең эштәренә ҡарап түгел; юғиһә, мәрхәмәт ысын мәрхәмәт булмаҫ ине.

7 Ни тиергә һуң? Исраил халҡы теләгәненә ирешмәне. Бары тик һайланғандар был маҡсатҡа иреште, ҡалғандарының йөрәктәре таш булды.

8 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла бөгөнгә тиклем уларҙың рухын йоҡлатты, күҙҙәре булһа ла, күрмәй, ҡолаҡтары булһа ла, ишетмәй торған итте».

9 Дауыт та былай ти: «Уларҙың табыны үҙҙәре өсөн йәтмәгә лә, тоҙаҡҡа ла, абындырыусы нәмәгә лә әйләнһен һәм яза булһын.

10 Уларҙың күҙҙәре күрмәҫ өсөн томаланһын, арҡалары ғүмерлеккә бөкрө булып ҡалһын».

11 Шулай итеп, һеҙҙән, Исраил халҡы абынған саҡта бөтөнләйгә йығылдымы әллә, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Тик уларҙың абыныуҙары арҡаһында бүтән халыҡтарға ҡотолоу килде, был иһә Исраил халҡында көнсөллөк уятты.

12 Әгәр уларҙың абыныуҙары – донъяға, ә юғалтыуҙары бүтән халыҡтарға байлыҡ килтерә икән, Исраил халҡының Мәсихте ҡабул иткән өлөшө тейешле һанға еткәндән һуң, байлыҡ ни тиклемгә күберәк артыр!


Йәһүд булмағандарҙың ҡотолоуы

13 Йәһүд булмағандар, һеҙгә әйтәм: мин, йәһүд булмағандар араһындағы илсе булараҡ, үҙ хеҙмәтемде ихтирам итәм.

14 Ошоноң менән милләттәштәремдең көнсөллөгөн уятып, ҡайһы берҙәрен ҡотҡара алмаммы икән?

15 Әгәр уларҙың кире ҡағылыуы донъяны Алла менән дуҫлашыуға килтерә икән, Алла тарафынан ҡабул ителеүҙәре нисек булыр һуң? Был бит үлеләр өсөн терелеү!

16 Аллаға бүләк ителгән беренсе икмәк изге булһа, шул ҡамырҙан бешерелгән башҡа икмәктәр ҙә изге; ағастың тамыры изге булһа, ботаҡтары ла изге.

17 Әгәр зәйтүн ағасы ботаҡтарының ҡайһы берҙәре һындырылһа, һәм һин, ҡырағай зәйтүн ағасының ботағы, улар урынына ялғанып, зәйтүн тамырының һуты менән туйынаһың икән, ул саҡта

18 һындырылған ботаҡтар алдында маһайма. Маһайһаң, иҫеңдә тот: һин тамырҙы түгел, ә тамыр һине тотоп тора.

19 Бәлки, һин: «Ҡайһы бер ботаҡтар мине ялғап ҡуйыу өсөн һындырылды бит», – тип әйтерһең.

20 Дөрөҫ, улар ышанмауҙары арҡаһында һындырылды, ә һин ышанғанға ялғанып тораһың: танауыңды күтәрмә, киреһенсә, һаҡ бул.

21 Әгәр Алла тәбиғи ботаҡтарҙы аямаған икән, һине лә аямаҫ.

22 Шулай итеп, Алланың изгелеге лә, ҡырыҫлығы ла күҙ алдыңда. Ул иман юлынан тайпылғандарға ҡарата ҡырыҫ, ә һиңә, әгәр Алла изгелегенә өмөт бағлауыңды дауам итһәң, изгелекле булыр. Киреһенсә икән, һин дә ҡырҡып ташланырһың.

23 Әммә юлдан тайпылғандар, ышанмауҙарын дауам итмәһәләр, кире ялғанырҙар. Уларҙы кире ялғарға Алланың ҡеүәте етә.

24 Әгәр һин, ҡырағай зәйтүн ағасынан ҡырҡылып, баҡсала үҫкән зәйтүн ағасына тәбиғи булмағанса ялғанғанһың икән, ул саҡта һындырылған тәбиғи ботаҡтар үҙ ағасына яңынан тағы ла еңелерәк ялғаныр.


Алланың бөтә халыҡтарға мәрхәмәтле булыуы

25 Имандаштар, һеҙ эреләнеп китмәһен өсөн, был серҙең һеҙҙән йәшерен ҡалыуын теләмәйем. Йәһүд булмағандарҙың Алланы ҡабул иткән өлөшө тейешле һанға еткәнгә тиклем Исраилдың бер өлөшө тиҫкәреләнеүен дауам итер.

26 Шул рәүешле бөтөн Исраил ҡотҡарылыр, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Сиондан Ҡотҡарыусы килер, Яҡуп тоҡомонан иманһыҙлыҡты алыр.

27 Мин уларҙың гонаһтарын алып ташлармын – улар менән төҙөгән килешеүем бына шул булыр».

28 Һөйөнөслө Хәбәргә килгәндә, улар – һеҙҙең хаҡҡа Алланың дошмандары, әммә Алланың һайлауына килгәндә, улар ата-бабалары хаҡына Алланың һөйөклөләре булып ҡала,

29 сөнки Алланың бүләктәре лә, саҡырыуы ла кире алынмай.

30 Ҡасандыр һеҙ Аллаға буйһонмай инегеҙ, ә хәҙер, Исраил халҡының буйһонмауы арҡаһында, шәфҡәт алдығыҙ.

31 Шуның һымаҡ хәҙер улар ҙа һеҙгә күрһәтелгән шәфҡәт өсөн Аллаға буйһонмайҙар, был иһә уларға ла шәфҡәт күрһәтелһен өсөн эшләнә,

32 сөнки Алла, барыһына ла шәфҡәт күрһәтер өсөн, һәммәһен дә буйһонмауҙың тотҡоно итте.


Аллаға дан һүҙҙәре

33 Алланың байлығы сикһеҙ, хикмәте һәм ғилеме төпһөҙ! Уның хөкөмдәре аҡыл етмәҫлек, юлдары аңламаҫлыҡ!

34 Раббының ни уйлағанына кем төшөнгән? Уға кем кәңәшсе булған?

35 Йәки берәйһе Аллаға нимәлер биреп, Ул ҡайтарырға бурыслы булып ҡалған?

36 Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгелек дан! Амин.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan