Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Нөхәмияһ 9 - Изге Яҙма


Исраил халҡының гонаһтары өсөн тәүбәгә килеүе

1 Шул уҡ айҙың егерме дүртенсе көнөндә бөтә Исраил халҡы тағы йыйылды: улар ураҙа тота ине, ҡыл туҡымаға уранып, баштарына саң-тупраҡ һипкәйне.

2 Исраил тоҡомо бөтә сит халыҡтарҙан айырылды. Улар аяғүрә тороп үҙҙәре ҡылған гонаһтарын, ата-бабаларының яҙыҡ эштәрен таныны.

3 Улар көндөң дүрттән бер өлөшөндә баҫып торған килеш Аллалары Раббының ҡанун китабын уҡыны, унан Аллалары Раббыға сәждә ҡылып, гонаһтарын таныны.

4 Йешуағ, Бани, Ҡадмиил, Шеванъяһ, Бунни, Шеревъяһ, Бани, Кенани левиҙәр өсөн яһалған бейек урынға менеп баҫтылар ҙа Аллалары Раббыға ҡысҡырып ялбарҙылар.

5 Левиҙәрҙән Йешуағ, Ҡадмиил, Бани, Хашавнеяһ, Шеревъяһ, Һодияһ, Шеванъяһ, Пеҫахъяһ: – Аяҡҡа баҫығыҙ ҙа мәңгелектән мәңгелеккә булған Аллабыҙ Раббыны данлағыҙ! – тинеләр. – Эй Раббы, Һинең мөҡәддәс исемең маҡтаулы, һәр төрлө маҡтау-данлауҙарҙан өҫтөн!

6 Һин – берҙән-бер Раббы. Һин күкте, күктәрҙең асманын, бөтә күк ғәскәрен, ер йөҙөн һәм ундағы бар нәмәләрҙе, диңгеҙҙәрҙе һәм ундағы бар нәмәләрҙе яраттың һәм барыһына ла йәшәү бирәһең. Күктәрҙең Һин хасил иткән бөтә ғәскәре Һиңә сәждә ҡыла.

7 Һин – Раббым Аллам, Һин Ибрамды Үҙең һайлап алып, халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан алып киттең, уға Ибраһим тип исем бирҙең,

8 уның йөрәге Һиңә ҡарата тоғро икәнен күреп, ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, йевусиҙәр, гиргашиҙәр ерен уның тоҡомона бирер өсөн Ибраһим менән килешеү төҙөнөң. Һин Үҙ һүҙеңдә торҙоң, сөнки Һин ғәҙелһең.

9 Һин ата-бабаларыбыҙҙың Мысырҙағы ауыр хәлен дә күрҙең, уларҙың Ҡамышлы диңгеҙ ярындағы аһ-зарҙарын да ишеттең,

10 фирғәүенгә, уның ҡолдарына һәм илендәге бөтә халыҡҡа хикмәттәреңде үә мөғжизәләреңде күрһәттең. Сөнки мысырҙарҙың беҙҙең ата-бабаларыбыҙ менән тәкәббер ҡыланғанын Һин белдең. Шул ваҡытта ҡаҙанған исемең бөгөнгәсә данлы.

11 Һин исраилдар алдында диңгеҙҙе уртаға ярҙың да улар шул урында хасил булған ҡоро ерҙән киттеләр, ә арттарынан ҡыуа килгәндәрҙе Һин, тәрән һыуҙарға ырғытылған таш кеүек итеп, диңгеҙ төпкөлөндә ҡалдырҙың.

12 Көндөҙ болот бағанаһы эсендә улар алдынан юл күрһәтеп барҙың, ә төндә ут бағанаһы эсендә барыр юлдарын яҡтырттың.

13 Һин Синай тауына төштөң, улар менән күктән тороп һөйләштең, ғәҙел күрһәтмәләр, дөрөҫ ҡанундар, һәйбәт ҡағиҙәләр һәм бойороҡтар бирҙең.

14 Һин уларға изге шәмбе көнөн белдерҙең, ҡолоң Муса аша бойороҡтар, ҡағиҙәләр һәм ҡанун бирҙең.

15 Асыҡҡанда Һин уларға күктән икмәк төшөрҙөң, сарсаған саҡтарында таштан һыу сығарҙың, ҡулыңды күтәреп, уларға бирергә Үҙең ант иткән ерҙе барып биләргә ҡуштың.

16 Әммә улар, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, тәкәбберлек күрһәтте, тиҫкәрелектәренә барып, Һинең бойороҡтарыңды үтәмәне.

17 Улар Һине тыңларға теләмәне, Һин улар өсөн эшләгән мөғжизәләрҙе онотто, тиҫкәрелектәренә барып, ҡоллоҡҡа кире ҡайтыр өсөн үҙҙәренә юлбашсы һайлап ҡуйҙы. Әммә Һин – ғәфү итеүсе Алла, мәрхәмәтле, рәхимле, сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтлеһең. Һин уларҙы ташламаның.

18 Улар үҙҙәренә башмаҡ һыны ҡойоп, беҙҙе Мысырҙан сығарған аллабыҙ бына ошо тип, сикһеҙ хурлаһалар ҙа,

19 Һин уларға сикһеҙ мәрхәмәт күрһәттең – уларҙы сүллектә ҡалдырманың. Улар барған юлда көндөҙ баштары өҫтөнән болот бағанаһы китмәне, ә төндә барыр юлдарын ут бағанаһы яҡтыртты.

20 Уларға өгөт-нәсихәт өсөн Һин игелекле рухыңды бирҙең, Үҙең биргән майҙәне ауыҙҙарынан тартып алманың, һыуһындарын ҡандырырға һыу бирҙең.

21 Ҡырҡ йыл буйына туҡландырҙың һин уларҙы сүллектә; һис бер мохтажлыҡ кисермәне улар – кейемдәре туҙманы, аяҡтары шешенмәне.

22 Һин уларға батшалыҡтарҙы һәм халыҡтарҙы бирҙең, уларҙы сик итеп тәғәйенләнең. Улар Хешбон батшаһы Сихон еренә, Башан батшаһы Ғоғ еренә хужа булды.

23 Уларҙың тоҡомон күктәге йондоҙҙар һанынса арттырҙың. Уларҙың ата-бабаларына барып хужа булырға бойорған ергә алып килдең.

24 Уларҙың тоҡомдары килеп, шул ергә хужа булды. Һин был ер кешеләрен, ҡәнғәниҙәрҙе, уларға буйһондорҙоң; батшаларын, шул ерҙәге халыҡтарҙы уларҙың ҡулына биреп, ни теләһәләр, шуны ҡылырға ихтыяр ҡуйҙың.

25 Улар нығытылған ҡалаларҙы һәм уңдырышлы ерҙәрҙе баҫып алды, һәр төрлө байлыҡ менән тулған йорттарға, ташта уйып яһалған һыу соҡорҙарына, йөҙөм һәм зәйтүн ағасы баҡсаларына, бик күп емеш ағастарына хужа булды. Улар ашап-эсте, туйҙы, һимерҙе һәм Һинең сикһеҙ рәхмәт-мәрхәмәтеңдән ләззәтләнде.

26 Әммә тора-бара улар буйһонмай башланы, Һиңә ҡаршы фетнә күтәрҙе, ҡануныңды һанға һуҡманы, Һиңә кире ҡайтырға өгөтләгән пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙе, Һине сикһеҙ хурланы.

27 Шунан Һин уларҙы дошмандар ҡулына бирҙең, иҙелеүгә дусар булды улар. Әммә үҙҙәренә ауыр мәлдә Һиңә ялбарғас, күктән тороп Һин уларҙы ишеттең, икһеҙ-сикһеҙ мәрхәмәтеңде күрһәтеп, ҡотҡарыусылар ебәрҙең, улар халыҡты дошмандарынан ҡотҡарҙы.

28 Ләкин, тынысланып, рәхәткә сыҡҡас, улар Һиңә ҡарата яңынан золом ҡыла башланы, Һин уларҙы тағы дошмандары ҡулына ташланың. Дошмандары уларға хакимлыҡ итте. Һиңә ялбарғас, күктәрҙән уларҙы ишеттең, сикһеҙ мәрхәмәтеңде күрһәтеп, күп тапҡырҙар ҡотҡарҙың.

29 Һин уларҙы элекке кеүек ҡануның буйынса йәшәргә өгөтләнең, әммә улар, тәкәбберләнеп, бойороҡтарыңа иғтибар итмәне. Һинең ҡарар-хөкөмдәреңде үтәгән һәр кем йәшәү тапһа ла, уларға ҡаршы гонаһ ҡылдылар, тиҫкәреләнделәр, ҡарыштылар, буйһонорға теләмәнеләр.

30 Һин күп йылдар буйына уларға түҙҙең. Пәйғәмбәрҙәрең ярҙамында Үҙеңдең рухың менән уларҙы өгөтләнең, әммә улар тыңламаны. Һин уларҙы сит халыҡтар ҡулына бирҙең.

31 Әммә Үҙеңдең сикһеҙ шәфҡәтең арҡаһында Һин уларҙы ахырынаса ҡырып бөтөрмәнең, ташламаның, сөнки Һин мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһың.

32 Аллабыҙ – бөйөк, ҡөҙрәтле, дәһшәтле, килешеүгә тоғро һәм мөхәббәтле Алла! Ашшур батшалары хакимлыҡ иткән дәүерҙәрҙән алып ошо көнгә тиклем беҙ – батшаларыбыҙ, түрәләребеҙ, ҡаһиндарыбыҙ, пәйғәмбәрҙәребеҙ, ата-бабаларыбыҙ һәм Һинең барлыҡ халҡың – дусар булған ғазаптарыбыҙ Һиңә әле лә аҙ булып тойолмаһын ине.

33 Беҙҙең менән нимә генә булһа ла, Һин ғәҙел эш иттең, сөнки Һин тоғроһоң, ә беҙ яуызлыҡ ҡылдыҡ.

34 Батшаларыбыҙ, түрәләребеҙ, ҡаһиндарыбыҙ, ата-бабаларыбыҙ Һинең ҡануныңды үтәмәне, биргән бойороҡтарыңды, күрһәтмәләреңде һанға һуҡманы.

35 Хатта үҙҙәренең батшалығында Һин биргән бөйөк ниғмәттәр эсендә, иркен һәм уңдырышлы ерҙә лә улар Һиңә хеҙмәт итмәне, золом ҡылыуҙан кире ҡайтманы.

36 Бына хәҙер инде беҙ ҡолдарбыҙ; емештәре менән ризыҡланһындар, муллығынан файҙаланһындар, тип Һин ата-бабаларыбыҙға биргән ерҙә беҙ ҡол булып йәшәйбеҙ.

37 Был ер үҙенең мул уңышын гонаһтарыбыҙ өсөн Һин беҙҙе баш һалырға дусар иткән батшаларға бирә. Беҙҙең менән дә, мал-тыуарыбыҙ менән дә улар ни теләһә, шуны эшләй, бик тә ҡыҫырыҡланып йәшәйбеҙ беҙ.


Халыҡтың килешеү төҙөүе

38 Бына шуға күрә беҙ яҙма рәүештә ныҡлы килешеү төҙөйбөҙ һәм ҡултамға итеп башлыҡтарыбыҙ, левиҙәребеҙ һәм ҡаһиндарыбыҙ уға мөһөр баҫа.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan