Нөхәмияһ 7 - Изге Яҙма1 Диуар төҙөлөп бөтөп, ҡапҡаларҙы ҡуйғандан һуң, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар һәм левиҙәр тәғәйенләнде. 2 Йәрүсәлим менән идара итергә туғаным Ханани менән Йәрүсәлим ҡәлғәһе башлығы Хананъяһты ҡуйҙым. Сөнки Хананъяһ күптәргә ҡарағанда тоғро һәм Алланан ҡурҡҡан кеше ине. 3 Мин уларға: – Йәрүсәлим ҡапҡаларын ҡояш ҡыҙҙыра башламайынса асмағыҙ. Ҡапҡа һаҡсылары ҡарауылда торған саҡтарында ҡапҡаларҙы ябып бикләһендәр. Һаҡсылар итеп Йәрүсәлимдә йәшәгән кешеләрҙе ҡуйығыҙ, ҡайһы берәүҙәре билдәләнгән урында, икенселәр үҙ йорттары ҡаршыһында торһон, – тинем. Һөргөндән ҡайтҡандарҙың исемлеге ( Ғөз 2:1-70 ) 4 Йәрүсәлим иркен һәм ҙур ҡала, әммә кешеләре аҙ ине. Йорттарҙың күбеһе аяҡҡа баҫтырылмағайны әле. 5 Аллам күңелемә дәрәжәле кешеләрҙе, түрәләрҙе һәм бөтә ябай халыҡты туплап, нәҫелдәр буйынса иҫәп алыу ихтыярын һалды. Мин әсирлектән иң тәүҙә ҡайтҡан кешеләрҙең нәҫел исемлеген табып алдым. Унда былай тип яҙылғайны: 6 Бына өлкәнең Бабил батшаһы Навуходоносор Бабилға алып киткән һәм әле һөргөн әсирлегенән Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәгә, һәр береһе үҙ ҡалаһына әйләнеп ҡайтҡан кешеләре. 7 Уларҙы Зеруббавел, Йешуағ, Нөхәмияһ, Ғазаръяһ, Рағамъяһ, Нахамани, Мордехай, Билшан, Миспәрәҫ, Бигуай, Нехум һәм Бағана алып килде. Бына ул исраилдарҙың исемлеге: 8 Парғош нәҫеленән – ике мең йөҙ етмеш ике кеше; 9 Шефатъяһ нәҫеленән – өс йөҙ етмеш ике кеше; 10 Арах нәҫеленән – алты йөҙ илле ике кеше; 11 Пахаҫ-Моав нәҫеленән Йешуағ менән Йоав тармағы – ике мең һигеҙ йөҙ ун һигеҙ кеше; 12 Ғелам нәҫеленән – бер мең ике йөҙ илле дүрт кеше; 13 Затту нәҫеленән – һигеҙ йөҙ ҡырҡ биш кеше; 14 Заккай нәҫеленән – ете йөҙ алтмыш кеше; 15 Биннуй нәҫеленән – алты йөҙ ҡырҡ һигеҙ кеше; 16 Бевай нәҫеленән – алты йөҙ егерме һигеҙ кеше; 17 Ғазгад нәҫеленән – ике мең өс йөҙ егерме ике кеше; 18 Адониҡам нәҫеленән – алты йөҙ алтмыш ете кеше; 19 Бигуай нәҫеленән – ике мең алтмыш ете кеше; 20 Ғадин нәҫеленән – алты йөҙ илле биш кеше; 21 Атер нәҫеле Хизкияһ тармағынан – туҡһан һигеҙ кеше; 22 Хашум нәҫеленән – өс йөҙ егерме һигеҙ кеше; 23 Бесай нәҫеленән – өс йөҙ егерме дүрт кеше; 24 Хариф нәҫеленән – бер йөҙ ун ике кеше; 25 сығышы менән Ғивғондан булғандар нәҫеленән – туҡһан биш кеше. 26 Сығышы менән Бейт-Ләхәм һәм Нетофанан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ һикһән һигеҙ кеше; 27 сығышы менән Ғанаҫоҫтан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме һигеҙ кеше; 28 сығышы менән Бейт-Ғазмауыҫтан булғандар нәҫеленән – ҡырҡ ике кеше; 29 сығышы менән Ҡыръяҫ-Еғарим, Кефира һәм Беероҫтан булғандар нәҫеленән – ете йөҙ ҡырҡ өс кеше; 30 сығышы менән Рама һәм Гевағтан булғандар нәҫеленән – алты йөҙ егерме бер кеше; 31 сығышы менән Михмастан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме ике кеше; 32 сығышы менән Бейт-Ил һәм Ғайҙан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме өс кеше; 33 сығышы менән Икенсе Невонан булғандар нәҫеленән – илле ике кеше; 34 сығышы менән башҡа Ғеламдан булғандар нәҫеленән – бер мең ике йөҙ илле дүрт кеше; 35 Харим нәҫеленән – өс йөҙ егерме кеше; 36 сығышы менән Йерихонан булғандар нәҫеленән – өс йөҙ ҡырҡ биш кеше; 37 сығышы менән Лод, Хадид һәм Ононан булғандар нәҫеленән – ете йөҙ егерме бер кеше; 38 Сенаа нәҫеленән – өс мең туғыҙ йөҙ утыҙ кеше. 39 Ҡаһиндар: Йешуағ нәҫеле Йедағъяһ тармағынан – туғыҙ йөҙ етмеш өс кеше; 40 Иммер нәҫеленән – бер мең илле ике кеше; 41 Пашхур нәҫеленән – бер мең ике йөҙ ҡырҡ ете кеше; 42 Харим нәҫеленән – бер мең ун ете кеше. 43 Левиҙәр: Йешуағ нәҫеленән (Һодауъяһ нәҫеленән Ҡадмиил тармағы) – етмеш дүрт кеше. 44 Ҡорам йырсылары: Асаф нәҫеленән – бер йөҙ ҡырҡ һигеҙ кеше. 45 Ҡапҡа һаҡсылары: Шаллум, Атер, Талмон, Ғаҡҡув, Хатита һәм Шовай нәҫелдәренән бер йөҙ утыҙ һигеҙ кеше. 46 Ҡорам хеҙмәтселәре: Сиха нәҫеле, Хасуфа нәҫеле, Таббағоҫ нәҫеле, 47 Ҡирос нәҫеле, Сиға нәҫеле, Падон нәҫеле, 48 Левана нәҫеле, Хагава нәҫеле, Шалмай нәҫеле, 49 Ханан нәҫеле, Гиддел нәҫеле, Гахар нәҫеле, 50 Реаяһ нәҫеле, Ресин нәҫеле, Неҡода нәҫеле; 51 Газзам нәҫеле, Ғузза нәҫеле, Пасеах нәҫеле, 52 Бесай нәҫеле, Меғуним нәҫеле, Нефушесим нәҫеле, 53 Бакбук нәҫеле, Хаҡуфа нәҫеле, Хархур нәҫеле, 54 Баслиҫ нәҫеле, Мехида нәҫеле, Харша нәҫеле, 55 Барҡос нәҫеле, Сисера нәҫеле, Темах нәҫеле, 56 Нәсиах нәҫеле, Хатифа нәҫеле. 57 Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫелдәре: Сотай нәҫеле, Софәрәҫ нәҫеле, Перида нәҫеле, 58 Яғла нәҫеле, Дарҡон нәҫеле, Гиддел нәҫеле, 59 Шефатъяһ нәҫеле, Хаттил нәҫеле, Похәрәҫ-Һассеваим нәҫеле, Амон нәҫеле. 60 Ҡорам хеҙмәтселәре менән Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫел-нәсәптәренән – барлығы өс йөҙ туҡһан ике кеше. 61 Сығышы буйынса Тел-Мелах, Тел-Харша, Керув, Аддон һәм Иммерҙән булған, әммә нәҫелдәре Исраилдан башланғанын иҫбатлай алмаған кешеләр: 62 Делаяһ, Товияһ, Неҡода нәҫелдәренән – алты йөҙ ҡырҡ ике кеше. 63 Ҡаһиндарҙан: Ховаяһ нәҫеле, Һаҡҡос нәҫеле, Барзиллай нәҫеле. Барзиллай Ғилғәдтә йәшәгән Барзиллай ҡыҙҙарының береһенә өйләнә лә уның исеме менән йөрөй башлаған була. 64 Улар үҙҙәренең нәҫел исемлектәрен эҙләп ҡараны, әммә таба алмағанлыҡтан, ҡаһинлыҡтан төшөп ҡалдылар. 65 Өлкә башлығы уларға: «Урим һәм туммим менән эш иткән ҡаһин килеп хәл иткәнгә тиклем һеҙ Аллаға килтерелгән изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙан ашай алмайһығыҙ», – тине. 66 Йәмғиәттә бөтәһе ҡырҡ ике мең өс йөҙ алтмыш кеше иҫәпләнде. 67 Был иҫәпкә уларҙың ете мең өс йөҙ утыҙ ете кешенән торған ир һәм ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтселәре, ике йөҙ ҡырҡ биш ир һәм ҡатын-ҡыҙ йырсы инмәй. 68 Уларҙың ете йөҙ утыҙ алты аты, ике йөҙ ҡырҡ биш ҡасыры, 69 дүрт йөҙ утыҙ биш дөйәһе, алты мең ете йөҙ егерме ишәге бар ине. 70 Ҡайһы бер нәҫел башлыҡтары төҙөлөш эштәренә үҙ өлөшөн индерҙе. Өлкә башлығы бер мең драхма алтын, илле сеүәтә, ҡаһиндарға биш йөҙ утыҙ кейем бирҙе. 71 Нәҫел башлыҡтарының ҡайһы берҙәре төҙөлөш эштәре өсөн тәғәйенләнгән хазина һаҡлағысҡа егерме мең драхма алтын, ике мең ике йөҙ мина көмөш бирҙе. 72 Ҡалған халыҡ егерме мең драхма алтын, ике мең мина көмөш, алтмыш ете ҡаһин кейеме бирҙе. 73 Шулай итеп, бөтә исраилдар – ҡаһиндар, левиҙәр, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар, ҡорам хеҙмәтселәре, ябай халыҡ үҙ ҡалаларында йәшәй башланы. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia