Нөхәмияһ 4 - Изге ЯҙмаДиуарҙы төҙөкләндереүгә ҡаршы тороусылар 1 Диуарҙы төҙөүебеҙҙе ишеткәс, Санбаллаттың бик ныҡ асыуы килде, йәне көйөп, йәһүдтәрҙе мыҫҡыл итте. 2 Үҙенең ағай-энеләре менән Самарияның ғәскәре алдында: – Ни эшләйҙәр был меҫкен йәһүдтәр? Диуарҙы тулыһынса аяҡҡа баҫтырмаҡсылармы? Ҡорбандарын килтерә башларҙармы? Бер көн эсендә тамамламаҡсылармы? Тупраҡ өйөмө араһындағы янып ҡарайған таштарға йән индерерҙәрме? – тине. 3 Ә уның эргәһендә торған Ғаммон кешеһе Товияһ: – Төҙөһөндәр, әйҙә, таш диуарҙары төлкө һикереп менһә лә емерелеп төшөргә тора, – тине. 4 Мин шунда Раббыға доға ҡылдым: – Эй Аллабыҙ, ишетһәңсе, беҙҙе ни тиклем түбәнһетәләр. Уларҙың мәсхәрәләрен үҙ баштарына төшөр ҙә сит ерҙәрҙә әсирлек хурлығына дусар итһәнә! 5 Уларҙың ғәйебен ғәфү итмә, гонаһтарын иҫеңдән сығарма – төҙөүселәрҙе ҡайһылай мәсхәрә итте улар! 6 Әммә беҙ диуар төҙөүҙе дауам иттек һәм ул яртыһына тиклем күтәрелде. Халыҡ күтәренке күңел менән эшләне. 7 Санбаллат менән Товияһтың һәм ғәрәп, Ғаммон, Ашдод кешеләренең Йәрүсәлим диуарының аяҡҡа баҫтырылыуын, емерек урындарының бөтәштерелеүен ишеткәс, һарыуҙары ҡайнаны. 8 Бергәләшеп Йәрүсәлимгә һуғыш менән барырға һәм унда бола ойошторорға мәкер ҡорҙолар. 9 Беҙ Аллабыҙға доға ҡылдыҡ һәм уларҙан һаҡланыу өсөн көндөҙ ҙә, төндә лә ҡарауыл ҡуйҙыҡ. 10 Ул арала Йәһүҙә халҡы: – Ҡый түгеүселәрҙең хәле бөттө, ә сүп-сарҙың иге-сиге юҡ. Шуға күрә был диуарҙы төҙөп бөтә алмабыҙ, – тип зарланды. 11 Ә дошмандарыбыҙ үҙ-ара: – Ҡапыл урталарына бәреп инһәк, улар беҙҙе күреп тә, белеп тә өлгөрмәҫтәр, үлтереп бөтөрәбеҙ ҙә эштәрен туҡтатабыҙ, – тип һөйләштеләр. 12 Улар янында йәшәгән йәһүдтәр килеп: «Беҙҙең янға килегеҙ, юҡһа һеҙгә һөжүм итергә уйлайҙар», – тип әллә нисәмә тапҡыр киҫәткәс, 13 мин диуарҙың иң тәпәш урындарының артына, асыҡ урынға ҡылыс-һөңгөләр, уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралландырып, һәр ғаилә кешеләренән һаҡ ҡуйҙым. 14 Бөтәһен дә ҡарап сыҡҡандан һуң, тороп, дәрәжәле кешеләргә, башлыҡтарға, ҡалған халыҡҡа: – Ҡурҡмағыҙ уларҙан, бөйөк үә дәһшәтле Хакимыбыҙ Раббыны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ! Ағай-энеләрегеҙ, улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ, ҡатындарығыҙ һәм йорттарығыҙ өсөн көрәшәһегеҙ, – тинем. 15 Дошмандар беҙгә ҡаршы ҡорған ниәттәренең мәғлүм булғанын һәм Алла уларҙың мәкерле уйын боҙғанын аңлағас, барыбыҙ ҙа диуарға кире килеп, һәр беребеҙ үҙ эшенә тотондо. 16-17 Шул көндән башлап кешеләремдең ҡап яртыһы эш менән мәшғүл булды, ҡалған яртыһы ҡулдарында һөңгө һәм ҡалҡан, уҡ-һаҙаҡ тотоп, һарайта кейеп һаҡта торҙо; башлыҡтар диуарҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнашҡан бөтә йәһүдтәргә таяныс булды. Йөк ташыусылар ҙа ҡораллы ине; бер ҡулдары менән эш башҡарҙылар, икенсе ҡулдары менән һөңгө тоттолар. 18 Һәр төҙөүсенең билендә ҡылыс булды, улар ошо хәлдә эшләне. Борғосо минең эргәмдә торҙо. 19 Дәрәжәле кешеләргә, башлыҡтарға һәм ҡалған халыҡҡа мин әйтеп ҡуйҙым: – Эш күп һәм киң майҙанға һуҙылған, ә беҙ бөтә диуар буйынса таралып, бер-беребеҙҙән айырылғанбыҙ. 20 Шуға күрә, борғо тауышын ишетеү менән, беҙҙең эргәгә йыйылығыҙ. Аллабыҙ беҙҙең өсөн һуғышасаҡ. 21 Беҙ шулай эшләнек; халыҡтың яртыһы таң һарыһынан йондоҙҙар ҡалҡҡансы ҡулында һөңгө тотто. 22 Бынан тыш мин халыҡҡа: – Һәр кем үҙ кешеләре менән төнгөлөккә Йәрүсәлимдә ҡалһын, – тинем. – Улар төнөн һаҡта, ә көндөҙ эштә булһын. 23 Үҙем дә, ағай-энеләрем дә, хеҙмәтселәрем менән мине оҙатып йөрөгән һаҡсыларым да – һис беребеҙ өҫтөбөҙҙәге кейемебеҙҙе сисмәнек. Һыу ташығанда ла ҡулыбыҙҙа ҡорал ине. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia