Нөхәмияһ 3 - Изге ЯҙмаЙәрүсәлим диуарҙарын ҡайтанан төҙөү 1 Бына шунан һуң баш ҡаһин Әлйәшив менән башҡа ҡаһиндар эшкә тотоноп Һарыҡ ҡапҡаһын төҙөнөләр. Уны изгеләндереп, ҡапҡаһын элделәр. Улар Меа манараһына һәм Хананил манараһына тиклем булған диуарҙы изгеләндерҙеләр. 2 Улар янындағы диуарҙы Йерихо кешеләре төҙөй ине, артабан Имри улы Заккур эшләне. 3 Балыҡ ҡапҡаһын Сенаа нәҫеле төҙөнө: ҡапҡаның өрлөктәрен һалып, ҡапҡаһын яһап, йоҙаҡ һәм арҡыры бик эшләп ҡуйҙылар. 4 Уларҙан ары диуарҙы Һаҡҡостан тыуған Урияһ улы Меремоҫ йүнәтте; улар янында Мешезавилдан тыуған Бәрәхъяһ улы Мешуллам эшләне; арыраҡ Бағана улы Садоҡ эшләне. 5 Уларҙан һуң Теҡоға кешеләре йүнәтте. Әйткәндәй, уларҙың арҙаҡлы кешеләре Раббы Хакимдары өсөн ҡыл да ҡыбырҙатманы. 6 Иҫке ҡапҡаны Пасеах улы Йоядағ менән Бесодъяһ улы Мешуллам йүнәтте: улар ҡапҡаның өрлөгөн һалып, ҡапҡаһын яһап, йоҙаҡ һәм арҡыры бик эшләп ҡуйҙы. 7 Улар эргәһендә Ғивғон кешеһе Мелатъяһ менән Мероноҫ кешеһе Ядон һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығына буйһонған Ғивғон һәм Миспа халҡы эшләне. 8 Уларҙан ары Харһаяһ улы көмөшсө Ғуззиил, уның янында хушбуй оҫтаһы Хананъяһ эшләне. Улар Йәрүсәлим диуарҙарын Киң диуарға тиклем аяҡҡа баҫтырҙы. 9 Уларҙың эргәһендә Йәрүсәлимдең яртыһына идара иткән Хур улы Рефаяһ эшләне. 10 Харумаф улы Йедаяһ иһә уның янында үҙ йорто ҡаршыһында эшләне. Уның менән йәнәш Хашавнеяһ улы Хаттуш төҙәтеү эштәрен башҡарҙы. 11 Артабанғы өлөштө аяҡҡа баҫтырыу эшен Харим улы Малкияһ менән Пахаҫ-Моав улы Хашшув алып барҙы. Улар Мейестәр манараһын да төҙәтеп ҡуйҙы. 12 Уларҙан арыраҡ Йәрүсәлимдең икенсе яртыһына идара иткән Һаллохеш улы Шаллум үҙенең ҡыҙҙары менән эшләне. 13 Үҙән ҡапҡаһын Заноах кешеләре менән Ханун төҙәтте: улар ҡапҡаны төҙөп, ишектәрен ҡуйып, йоҙаҡ менән арҡыры бик эшләп ҡуйҙы, өҫтәүенә Тиреҫ ҡапҡаһына тиклем мең терһәк оҙонлоғонда диуарҙы ла йүнәтте. 14 Тиреҫ ҡапҡаһын Бейт-Һаккәрәм биҫтәһе башлығы Рехав улы Малкияһ йүнәтте: уны төҙөп, ишектәрен, йоҙаҡтарын һәм биктәрен ҡуйҙы. 15 Шишмә ҡапҡаһын Миспа биҫтәһе башлығы Кол-Хозе улы Шаллун йүнәтте: эш тамамланғас, ҡапҡаның башын ябып, ишек һәм йоҙаҡ-биктәрен ҡуйҙы. Ул шулай уҡ Батша баҡсаһы ҡаршыһындағы Шелах быуаһы буйындағы диуарҙы Дауыт ҡалаһынан төшә торған баҫҡысҡа тиклем төҙәтте. 16 Артабан Дауыт ғаиләһенең төрбәләре ҡаршыһына, ҡаҙылған быуаға һәм Батырҙар йортона тиклемге урынды Бейт-Сур биҫтәһенең яртыһы менән идара иткән Ғазбук улы Нөхәмияһ төҙәтте. 17 Унан ары Бани улы Рехум етәкселеге аҫтында левиҙәр төҙәтте. Рехум янында Ҡығила биҫтәһенең яртыһына идара иткән Хашавъяһ үҙ төбәгенең вәкиле булараҡ эшләне. 18 Уларҙың эргәһендә Ҡығила биҫтәһенең икенсе яртыһына идара иткән Хенадад улы Биннуй етәкселегендә уның ағай-энеләре эшләне. 19 Артабан ҡорал һаҡлағысҡа күтәрелгән юл ҡаршыһында, мөйөшкә тиклем, Миспа биҫтәһенең башлығы Йешуағ улы Ғезәр эшләне. 20 Унан арыраҡ – мөйөштән алып баш ҡаһин Әлйәшив йортоноң ишегенә тиклем Заббай улы Барух тырышлыҡ һалды. 21 Унан ары Әлйәшив йорто ишегенән алып шул йорт бөткән ергә тиклем Һаҡҡос улы Урияһтан тыуған Меремоҫ төҙәтте. 22 Уның эргәһендә әйләнә-тирәлә йәшәгән ҡаһиндар эшләне. 23 Улар артынан үҙ өйҙәренең ҡаршыһында Бинйәмин менән Хашшув эшләне; артабан үҙ йорто янындағы урынды Ғананияһ улы Мағасеяһтан тыуған Ғазаръяһ төҙәтте. 24 Хенадад улы Биннуй Ғазаръяһ йортонан алып мөйөшкә, боролған ергә тиклемге урынды төҙөкләндерҙе. 25 Узай улы Палал мөйөш менән Өҫкө батша һарайынан алғараҡ сығып торған, һаҡсылар ихатаһына йәнәш урынлашҡан манара ҡаршыһында эшләне. Уның артынан Парғош улы Педаяһ менән 26 Ғофел ҡалҡыулығында йәшәгән ҡорам хеҙмәтселәре көнсығышҡа табан Һыу ҡапҡаһы ҡаршыһын һәм алғараҡ сығып торған манараға тиклем тергеҙҙе. 27 Унан да арыраҡ – алғараҡ сығып торған ҙур манара ҡаршыһынан Ғофел диуарына тиклем Теҡоға кешеләре эшләне. 28 Диуарҙың Ат ҡапҡаһынан арыраҡ өлөшөн ҡаһиндар йүнәтте, уларҙың һәр береһе үҙ йортоноң ҡаршыһында эшләне. 29 Ҡаһиндарҙан һуң Иммер улы Садоҡ үҙ йортоноң ҡаршыһындағы диуарҙы төҙәтте. Уның артынан Көнсығыш ҡапҡаһы ҡарауылсыһы Шеханъяһ улы Шемағъяһ эшләне. 30 Унан арыраҡ диуарҙы Шәләмъяһ улы Хананъяһ менән Салафтың алтынсы улы Ханун төҙәтте. Уларҙың йәнәшәһендә Бәрәхъяһ улы Мешуллам үҙ торлағына ҡаршы урынды рәткә килтереп ҡуйҙы. 31 Диуарҙың артабанғы өлөшөн – Алла йорто хеҙмәтселәре һәм сауҙагәрҙәр бинаһына (ул бина Тикшереү ҡапҡаһы ҡаршыһында) һәм өҫкө бүлмәһе булған диуар мөйөшөнә тиклем – көмөшсө Малкияһ төҙөкләндерҙе. 32 Ә мөйөштәге юғары бүлмәнән башлап Һарыҡ ҡапҡаһына тиклемге урынды көмөшсөләр менән сауҙагәрҙәр йүнәтте. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia