Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Нөхәмияһ 2 - Изге Яҙма


Нөхәмияһтың Йәрүсәлимгә юлланыуы

1 Артахшаста батша хакимлығының егерменсе йылында, нисан айында булды был хәл. Батшаға шарап алып килделәр. Мин уны батшаға бирҙем. Быға тиклем минең бер ваҡытта ла уға бойоҡ сырай менән күренгәнем юҡ ине.

2 Батша миңә: – Йөҙөң ниңә ҡайғылы күренә? Ауырығанға оҡшамағанһың. Сир-сырхауың булмаһа, ҡайғың йөрәгеңдәлер ахыры, – тине. Мин ҡурҡып киттем дә батшаға:

3 – Батша мәңге йәшәһен! Йөҙөм ниңә ҡайғылы булмаһын инде минең? Ата-бабаларым ерләнгән ҡала ташландыҡ хәлдә ята, ҡала ҡапҡалары яндырылған! – тинем.

4 Батша: – Һин минән нимә теләйһең һуң? – тип һораны. Мин, Күк Аллаһына доға ҡылып,

5 батшаға: – Батшам күңеленә хуш килеп, мин ҡолоңдо үҙеңдең илтифатыңа лайыҡ итһәң, мине Йәһүҙәгә, ата-бабаларымдың ҡәберҙәре ятҡан ҡалаға ебәрһәң ине. Мин уны төҙөкләндерер инем, – тип яуап ҡайтарҙым.

6 Батшабикә лә батша янында ултыра ине. Батша минән: – Сәфәрең күпмегә һуҙылыр? Ҡасан әйләнеп ҡайтырһың? – тип һораны. Ваҡытын әйткәс, батша миңә китергә рөхсәт бирҙе.

7 Шунан: – Батшам күңеленә хуш килеп, Йәһүҙәгә мине имен-аман үткәреп ебәрһендәр өсөн батшалығыңдың Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлыҡтарына бер хат бирһәң ине.

8 Тағы батша урмандары өсөн яуаплы кеше Асафҡа хат яҙҙырып, Алла йорто эргәһендәге ҡәлғә ҡапҡалары, ҡала диуары һәм үҙемә йәшәп торорлоҡ йорт һалыу өсөн өрлөклөк ағас бирергә бойорһаң ине, – тип һораным. Батша һораған нәмәләрҙең барыһын да бирҙе, сөнки Алламдың игелекле ҡулы минең өҫтөмдә ине.

9 Мин Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлыҡтарына барып, батшаның хаттарын бирҙем. Батша миңә эйәртеп ғәскәр баштарын һәм һыбайлы яугирҙәр ҙә ебәргәйне.

10 Хорон кешеһе Санбаллат менән ғаммондар түрәһе Товияһ, Исраил халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып йөрөгән кеше килгәнен ишеткәс, йәндәре көйҙө.

11 Шунан һуң мин Йәрүсәлимгә килдем. Унда өс көн торғандан һуң,

12 эргәмдәге бер нисә кеше менән төндә юлға сыҡтым. Йәрүсәлим өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында Алламдың йөрәгемә һалған фекерҙәрен бер кемгә лә әйтмәнем. Мин менгән ишәктән башҡа үҙебеҙ менән бер ниндәй ҙә мал алманыҡ.

13 Төндә мин Үҙән ҡапҡаһы аша Аждаһа шишмәһе эргәһенән Тиреҫ ҡапҡаһы янына килдем. Йәрүсәлимдең емерек диуарҙарын, уның яндырылған ҡапҡаларын ҡарап сыҡтым.

14 Шунан Шишмә ҡапҡаһына һәм Батша быуаһына килдем. Әммә унда һыбай сығырлыҡ урын булмағанлыҡтан,

15 үҙәндән китеп, күтәрелдем дә төн ҡараңғылығында диуарҙарҙы ҡарап йөрөнөм һәм Үҙән ҡапҡаһы аша кире ҡалаға әйләнеп ҡайттым.

16 Бындағы түрәләр минең ҡайҙа барғанымды ла, ни эшләгәнемде лә белмәне: йәһүдтәргә лә, ҡаһиндарға ла, дәрәжәле кешеләргә лә, түрәләргә лә, был эште башҡарырға тейешле кешеләргә лә бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтмәгәйнем.

17 Ниһайәт, мин уларға: – Ниндәй бөлгөнлөктә йәшәгәнебеҙҙе күрәһегеҙҙер, – тинем. – Йәрүсәлим емерелгән, ҡапҡалары яндырылған. Әйҙәгеҙ, Йәрүсәлимдең диуарҙарын төҙөйөк тә башҡа былай хурланып йәшәмәйек.

18 Шунда мин Алланың игелекле ҡулы өҫтөмдә булғанын, шулай уҡ батшаның миңә әйткән һүҙҙәрен һөйләнем. Улар миңә: – Әйҙәгеҙ, төҙөйөк, – тинеләр ҙә был изге эшкә тотонорға ныҡлы ҡарар ҡылдылар.

19 Быны ишеткәс, Хорон кешеһе Санбаллат, ғаммондар түрәһе Товияһ һәм ғәрәп Гешем беҙҙән мыҫҡыллы көлөп: – Нимә эшләргә уйлайһығыҙ? Әллә батшаға ҡаршы баш күтәрергә йөрөйһөгөҙмө? – тинеләр.

20 Уларға яуап итеп, мин: – Күк Аллаһы Үҙе беҙгә уңыш ҡаҙандырасаҡ. Ә беҙ, уның ҡолдары, һис шикһеҙ, төҙөлөшкә тотонасаҡбыҙ. Һеҙҙең иһә Йәрүсәлимдә өлөшөгөҙ ҙә, хаҡығыҙ ҙа юҡ, бында исемегеҙ ҙә иҫкә алынмаясаҡ, – тинем.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan