Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Нөхәмияһ 11 - Изге Яҙма


Йәрүсәлимдә төйәкләнеүселәр
( 1 Йыл 9:1-17 )

1 Халыҡтың башлыҡтары Йәрүсәлимдә төйәкләнде. Бүтәндәр йәрәбә һалды: уларҙың ундан бер өлөшө изге ҡала Йәрүсәлимдә ҡаласаҡ, ә ҡалған туғыҙ өлөшө башҡа ҡалаларҙа йәшәйәсәк ине.

2 Халыҡ үҙ теләге менән Йәрүсәлимдә йәшәргә ризалыҡ биргән бөтә кешеләргә фатиха ҡылды.

3-4 Шулай итеп, исраилдарҙың бер өлөшө, ҡаһиндар, левиҙәр, ҡорам хеҙмәтселәре һәм Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫелдәре Йәһүҙә ҡалаларында, үҙ биләмәләрендә, ә Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуынан ҡайһы берәүҙәр Йәрүсәлимдә төпләнеп ҡалды. Йәрүсәлимдә йәшәгән өлкә башлыҡтары түбәндәгеләр: Йәһүҙә ырыуынан: Ғаҫаяһ, ул – Ғуззияһ улы, Ғуззияһ – Зәкәрьяһ, Зәкәрьяһ – Амаръяһ, Амаръяһ – Шефатъяһ, Шефатъяһ – Маһалалил, Маһалалил – Пәрәс нәҫеленән ине.

5 Шела нәҫеленән Мағасеяһ, ул – Барух улы, Барух – Кол-Хозе, Кол-Хозе – Хазаяһ, Хазаяһ – Ғадаяһ, Ғадаяһ – Йоярив, Йоярив – Зәкәрьяһ, Зәкәрьяһ – Шела нәҫеленән ине.

6 Пәрәс нәҫеленән Йәрүсәлимдә төпләнгәндәр дүрт йөҙ алтмыш һигеҙ кеше, улар ҡаһарман яугирҙәр ине.

7 Бинйәмин ырыуынан: Саллу, ул – Мешуллам, Мешуллам – Йоғыд, Йоғыд – Педаяһ, Педаяһ – Ҡолаяһ, Ҡолаяһ – Мағасеяһ, Мағасеяһ – Иҫиил, Иҫиил – Йешағъяһ улы ине.

8 Унан һуң Габбай, Саллай – туғыҙ йөҙ егерме һигеҙ кеше.

9 Зихри улы Йоил улар өҫтөнән етәксе ине, ә Йәһүҙә, Һассенуа улы, ҡалала башлыҡтың ярҙамсыһы булды.

10 Ҡаһиндарҙан: Йоярив улы Йедағъяһ, Яхин,

11 Алла йортоноң мөдире Сераяһ, ул – Хилҡияһ улы, Хилҡияһ – Мешуллам, Мешуллам – Садоҡ, Садоҡ – Мерайоҫ, Мерайоҫ – Ахитув улы ине.

12 Алла йортонда хеҙмәт итеүсе ағай-энеләрен индереп иҫәпләгәндә улар һигеҙ йөҙ егерме ике кеше ине. Шулай ук Ғадаяһ, ул – Йерохам улы, Йерохам – Пелалъяһ, Пелалъяһ – Амси, Амси – Зәкәрьяһ, Зәкәрьяһ – Пашхур, Пашхур – Малкияһ улы ине.

13 Нәҫел башлыҡтары булған ағай-энеләрен индереп иҫәпләгәндә, улар ике йөҙ ҡырҡ ике кеше ине. Шулай уҡ Ғамашсай. Ул – Ғазарил улы, Ғазарил – Ахзай, Ахзай – Мешиллемоҫ, Мешиллемоҫ – Иммер улы ине.

14 Ҡаһарман яугир булған туғандарын индереп иҫәпләгәндә улар йөҙ егерме һигеҙ кеше ине. Һаггедолим улы Завдиил уларҙың башлығы ине.

15 Левиҙәрҙән: Шемағъяһ Хашшув улы, Хашшув – Ғазриҡам, Ғазриҡам – Хашавъяһ, Хашавъяһ Бунни улы ине.

16 Левиҙәрҙең башлыҡтарынан Шаббеҫай менән Йозавад Алла йортонда тыштағы эштәргә етәкселек итте;

17 доға ҡылғанда башлап шөкөрана мәҙхиәләрен, маҡтауҙарҙы башҡарыусы Маттанъяһ Миха улы; Миха – Завди, Завди – Асаф улы ине. Уның ҡәрҙәштәренән Бакбукъяһ ярҙамсыһы булды. Шулай уҡ Ғавда Шаммуағ улы; Шаммуағ – Галал улы, Галал – Йедуҫун улы ине.

18 Изге ҡалала бөтәһе ике йөҙ һикһән дүрт леви йәшәне.

19 Ҡорамдың ҡапҡа һаҡсылары: Ғаҡҡув менән Талмон һәм уларҙың ҡапҡа һаҡлаусы ағай-энеләре бөтәһе йөҙ етмеш ике кеше ине.

20 Исраилдың ҡалған халҡы, ҡаһиндар, левиҙәр Йәһүҙәнең бөтә ҡалаларында ла һәр береһе үҙ биләмәһендә йәшәне.

21 Ҡорам хеҙмәтселәре Ғофелдә йәшәне, уларҙың башлығы Сиха менән Гишпа ине.

22 Йәрүсәлимдә левиҙәрҙең башлығы Ғуззи булды, ул – Бани улы, Бани – Хашавъяһ, Хашавъяһ – Маттанъяһ, Маттанъяһ Миха улы ине. Ғуззи Алла йортондағы йырсылар нәҫеленән – Асаф нәҫеленән ине.

23 Йырсыларҙың көндәлек вазифалары батша бойороғо менән раҫланғайны һәм уларға көн һайын билдәле күләмдә аҙыҡ-түлек бирелә ине.

24 Йәһүҙәнән тыуған Зерах нәҫеленән булған Мешезавил улы Пеҫахъяһ Фарсы батшаһының Исраил халҡына ҡағылышлы эштәре буйынса вәкиле ине.


Йәрүсәлимдән ситтә йәшәгән йәһүд халҡы

25 Ауылдарға һәм баҫыуҙарға килгәндә: Йәһүҙә нәҫеленең ҡайһы берәүҙәре Ҡыръяҫ-Арбағ, Дивон, Йеҡавсеил ҡалаларында һәм улар тирәһендәге ауылдарҙа төпләнде.

26 Йешуағта, Моладала, Бейт-Пәләттә,

27 Хасар-Шуғалда, Беер-Шәвәғтә һәм уларҙың эргә-тирәләрендә,

28 Сиҡлағта, Мехонала һәм уларҙың эргә-тирәләрендә,

29 Ғейн-Риммонда, Сорғала, Ярмуҫта,

30 Заноахта, Ғадулламда һәм уларҙың ауылдарында, Лахишта һәм уның тирәһендә, Ғазыҡала һәм эргә-тирәләрендә йәшәне. Улар Беер-Шәвәғтән Һинном үҙәненә тиклем таралғайны.

31 Бинйәмин ырыуы Гевағтан алып Михмаста, Ғаййала, Бейт-Илдә һәм уларҙың эргә-тирәләрендә,

32 Ғанаҫоҫта, Новта, Ғананияһта,

33 Хасорҙа, Рамала, Гиттаимда,

34 Хадидта, Севоғимда, Неваллатта,

35 Лодта, Онола, Балта оҫталары үҙәнендә йәшәне.

36 Йәһүҙәләге левиҙәрҙең төркөмдәре Бинйәмин биләмәләрендә төйәкләнде.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan