Нахум 2 - Изге ЯҙмаНиневенең тар-мар ителеүе 1 Эй Ниневе, һиңә ҡаршы емереүсе күтәрелә, Нығытмаларыңды нығыт, юлдарыңды һаҡла, Билеңде быу, бар булған көсөңдө тупла. 2 Сөнки Раббы Яҡуп нәҫеленең бөйөклөгөн, Исраилдың әүәлге бөйөклөгөн кире ҡайтарыр, Дошмандары уларҙы тапап, Йөҙөм баҡсаларын харап итһәләр ҙә. 3 Яугирҙәрҙең ҡалҡандары ҡыҙыл, Һуғышсылар бурҙат ҡыҙылдан кейенгән; Алыш алдынан яу арбалары Ут-ялҡын һымаҡ ялтырай, Баш осонда һөңгөләр сафы сайҡала. 4 Яу арбалары ғәрәсәт һымаҡ уҙа, Майҙандарҙан унда-бында елә; Улар ялҡын һымаҡ балҡый, Йәшен ише ялт-йолт килә. 5 Дошман үҙенең ғәскәр башлыҡтарын саҡыра, Улар абына-һөрөнә ашыға; Ҡала диуарҙарына йүгерәләр – Унда инде ҡамау манаралары ҡоролған. 6 Йылға ҡапҡалары асыла, Батша һарайы ҡурҡыуҙан ҡалтырана. 7 Шулай итеп, алдан хәл ителгән: Ҡала халҡы һөргөнгә оҙатыласаҡ; Уның ҡол ҡыҙҙары, күкрәк төйөп, Күгәрсендәр һымаҡ ыңғыраша. 8 Ҡаса Ниневе халҡы Йырылған быуанан һыу киткәндәй. «Туҡта, туҡта!» – тип аҡырһалар ҙа, Һис кем артына боролмай. 9 Көмөшөн ал, алтын урла! Хазинаның иҫәбе-һаны юҡ, Зиннәтле әйберҙәр бихисап. 10 Емерелде, ергә тигеҙләнде, Бушлыҡҡа әйләнде Ниневе. Йөрәк ҡалтырай, тубыҡ дерелдәй, Бөтөн тән ғазаптан тетрәнә, Йөҙҙәр ҡурҡыуҙан ағарына. 11 Арыҫлан ояһы ҡайҙа хәҙер, Йәш арыҫландар ашана торған урын? Арыҫлан менән инә арыҫлан боҫҡан, Көтөйҙәрен һис кем борсомаған ер ҡайҙа? 12 Балалары өсөн арыҫлан һунар сапты, Инә арыҫлан өсөн табышын боғаҙланы; Мәмерйәһен аулаған йәнлектәр менән, Ояһын ҡорбандары менән тултырҙы. 13 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, һиңә ҡаршы сығам, Яу арбаларыңды яндырам – төтөнгә әйләнерҙәр; Һинең йәш арыҫландарыңды ҡылыс тураҡлар, Ерҙә йыртҡыслығыңа сик ҡуям, Илселәреңдең тауышы тынып ҡалыр!» |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia