Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Миха 7 - Изге Яҙма


Миханың зары

1 Ҡайғы миңә! Йәйге уңыш йыйып алынғас, Йөҙөм ҡыуағында бер тәлгәш емеш таба алмаған, Иртә өлгөргән инжирҙән бер бөртөк тә Ауыҙ итә алмаған кешеләй булдым.

2 Илдә Аллаға тоғролар ҡалманы, Намыҫлы кешеләр бөткән. Һәммәһе ҡан түгер өсөн боҫҡонда торор, Туған туғанына тоҙаҡ ҡорор.

3 Яманлыҡҡа ҡулдары ҡайһылай оҫта: Етәкселәр бүләк талап итә, Хөкөмсөләр ришүәт ала, Хакимдар теләгәнен таптыра. Бөтәһе лә хәйлә менән эш итә.

4 Уларҙың иң яҡшыһы – дегәнәк кеүек, Иң ғәҙеле – сәнскәк ҡыуаҡ. Ләкин бына күҙәтселәр иҫкәрткән көн – Яза көнө килеп етте, Ҡаушау солғап алыр уларҙы.

5 Дуҫыңа ышанма, Яҡыныңа таянма, Ҡуйыныңда ятҡанға ла Эс сереңде аслан асма.

6 Сөнки улы атаһын хурлай, Ҡыҙ әсәһенә, килен ҡәйнәһенә баш күтәрә, Кешенең дошмандары – үҙ өйөндәгеләр.

7 Ә мин Раббыға өмөт бағлайым, Ҡотҡарыусы Аллама күҙ төбәйем, Ишетәсәк мине Аллам.


Ҡотолоу юлы

8 Хәлемә ҡыуанма, эй дошманым! Мин йығылһам да, торормон, Ҡараңғылыҡта ҡалһам да, Раббым миңә яҡтылыҡ булыр.

9 Минең дәғүәмде хәл итеп, Ғәйебемде аҡлағансы, Раббының асыуына түҙермен, Сөнки мин Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдым. Ә һуңынан мине яҡтыға сығарыр, Шунда ғәҙеллеген күрермен.

10 Быға ҡарап: «Аллаң Раббы ҡайҙа һинең?» – Тигән дошманым хурланыр, Шунда үҙ күҙем менән күрермен уның Урам батҡағы ише аяҡ аҫтында тапалғанын.

11 Эй Йәрүсәлим, Диуарҙарың ҡайтанан төҙөлөр, Сиктәрең тағы ла киңәйер көн килә.

12 Ул көн һинең халҡың Ашшурҙан Мысырға тиклем, Мысырҙан Евфратҡа ҡәҙәр, Диңгеҙҙән – диңгеҙгәсә, Тауҙарҙан тауҙарғаса Йәйрәп ятҡан ерҙәрҙән һиңә ҡайтыр.

13 Әммә унда йәшәгәндәр арҡаһында, Уларҙың ғәмәлдәренә күрә Был ерҙәр бушлыҡҡа әйләнер.


Раббы халҡы өсөн доға

14 Йә Раббы, ҡулыңдағы таяғың менән Үҙ халҡыңды – өлөшөң булған көтөүеңде – көт. Тирә-яҡта уңдырышлы ерҙәр булһа ла, Улар урман шырлығында яңғыҙ көн күрә. Инде улар элекке дәүерҙәрҙәге һымаҡ Башан менән Ғилғәдтә утлап йөрөһөн.

15 Беҙҙе Мысырҙан сығарған көндәрҙәге кеүек Халҡың өсөн мөғжизәләреңде ҡыл.

16 Ҡәүемдәр быны күрер ҙә Ҡеүәттәре юҡлыҡҡа оялыр; Устары менән ауыҙҙарын ҡапларҙар, Ҡолаҡтарын томаларҙар.

17 Йылан һымаҡ, һөйрәлеүселәр һымаҡ туҙан яларҙар, Ҡалтыранып, үҙ өңдәренән килеп сығырҙар, Эй Аллабыҙ Раббы, улар Һинән ҡурҡып, Дәһшәт эсендә Һинең яғыңа боролорҙар.

18 Һинең һымаҡ гонаһтарҙы ярлыҡаған, Үҙ халҡының иҫән ҡалғандарының ғәйебен ғәфү ҡылған, Мәңгелеккә асыуын тотмаған, Тоғро һөйөүенән ләззәт алғанБашҡа алла бармы?

19 Ғәйре беҙгә йәнә миһырбанлы булырһың, Ғәйептәрҙе беҙҙең юйып ташларһың, Гонаһтарҙы диңгеҙ упҡынына ырғытырһың.

20 Яҡупҡа, зинһар, тоғро була күр, Ибраһимға гелән яҡшылыҡ ҡыл. Әүәл Һин бит беҙҙең ата-бабаларға Тап шулай тип ант иткәнһең.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan