Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Миха 6 - Изге Яҙма


Раббының Үҙ халҡын хөкөмгә саҡырыуы

1 Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ: Тороғоҙ, дәғүәгеҙҙе тауҙар алдында белдерегеҙ, Ҡалҡыулыҡтар ишетһен тауышығыҙҙы.

2 Тауҙар һәм ерҙең ҡаҡшамаҫ нигеҙҙәре, Ишетегеҙ Раббының дәғүәһен. Раббы Үҙ халҡын хөкөмгә саҡыра, Исраил менән дәғүәләшә.

3 «Эй халҡым, һиңә ҡаршы Мин ни эшләнем? Һине Мин нисек йонсоттом, яуап ҡайтар, – ти Раббы. –

4 Һине Мысырҙан сығарҙым, Ҡоллоҡ йортонан йолоп алдым, Муса менән Һарунды, Мирйәмде Һинең алдыңдан ебәрҙем.

5 Халҡым Минең, иҫеңә төшөр, Моав батшаһы Балаҡтың ниәттәрен, Беғор улы Билғамдың яуаптарын, Шиттимдән Гилгалғаса булғандарҙы Хәтергә ал, шунда аңларһың Раббының һиңә күпме яҡшылыҡ күрһәткәнен».


Раббы кешенән нимә теләй?

6 Раббы алдына нимә менән баҫырмын, Юғарыларҙан Юғарыға нисек сәждә ҡылырмын? Тотош яндырыу ҡорбандары, Бер йәшлек башмаҡ килтерепме?

7 Меңләрләгән һарыҡ тәкәләрен, Ташҡын һымаҡ аҡҡан зәйтүн майын хуш күрерме Раббы? Енәйәтем өсөн – баш баламды килтерәйемме? Гонаһым өсөн – йөрәк ярып сыҡҡан сабыйымды?

8 Эй кеше, нимә яҡшы икәнен Раббы һиңә белдерҙе: Раббы һинән талап иткән нәмә – Ғәҙеллек ҡыл, мөхәббәтле булыуҙан ләззәт ал, Алла хозурында күндәм йәшә.

9 Раббынан ҡурҡыу иһә – аҡыл билдәһе. Тыңлағыҙ! Раббы ҡалаға һөрән һала: «Эй ҡалаға йыйылған йәмғиәт, ишет! Ҡалала йәшәүселәр, ҡолаҡ һалығыҙ!

10 Ямандарҙың өйөндәге хәрәм мал-байлыҡҡа, Ҡәһәр төшкөр ялған үлсәүҙәргә түҙеп тораммы ни?

11 Боҙоҡ бизмән, ялған герҙәр менән эш итеүсене аҡлай буламмы?

12 Был ҡаланың байҙары кеше талай, Ябай халыҡ алдаҡ һөйләй, ауыҙҙары мәкер сәсә.

13 Эй ҡала, шуға күрә һине тар-мар итермен, Гонаһтарың өсөн буш ҡалырһың.

14 Ҡорһаҡ тултырып ашарһың, туймаҫһың, Ҡарының гелән ас ҡалыр; Байлыҡ йыйырһың, һаҡлай алмаҫһың, Ҡалғанына ҡылыс йүнәлтермен.

15 Сәсерһең, ләкин урмаҫһың, Зәйтүн һығырһың, май һөртөнмәҫһең; Йөҙөм иҙерһең, шарабын эсә алмаҫһың.

16 Ғомри батшаның ҡағиҙәләрен үтәп, Ахав йортоноң йолаларын тоттоғоҙ; Улар кәңәшенә тоғроһоғоҙ. Шуға күрә һине бушлыҡҡа әйләндерәм, Ҡала халҡын хурлыҡҡа ҡалдырам, Ҡәүемдәр өсөн мәсхәрә булырһығыҙ».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan