Миха 2 - Изге ЯҙмаЯрҙамһыҙҙарға яуызлыҡ ҡылыусыларҙың яҙмышы 1 Түшәктә ятҡан килеш яманлыҡ уйлап, Яуызлыҡ ниәтләгәндәрҙең башына ҡайғы! Таң һыҙылыу менән залимлыҡтарын ҡылырҙар, Сөнки уларҙың быға көстәре етә. 2 Кеше баҫыуына күҙе төшһә – баҫып ала, Өй теләһә, хужаһын да, Ғаиләһен дә аяп тормай – тартып ала, Кешене мираҫ еренән мәхрүм итә. 3 Шуның өсөн Раббы былай ти: «Был нәҫелгә бәлә әҙерләйем, Яурынығыҙҙан һелкеп төшөрә алмаҫһығыҙ. Залим заман килер өҫтөгөҙгә – Башығыҙҙы текә тотоп йөрөмәҫһегеҙ. 4 Ул көндө һеҙҙе ғибрәт итеп һөйләрҙәр, Хәсрәтле йыр һүҙҙәрен ҡабатлап үсекләрҙәр: „Таланылар беҙҙе, таланылар! Минең халҡымдың өлөшөн һаталар! Ҡайғы беҙгә! Еребеҙ тартып алына! Баҫыуҙарыбыҙҙы беҙҙе әсиргә алғандарға өләшәләр“. 5 Шулай икән, Раббы йыйынында Биләмәңдең сиген үлсәргә лә кешең булмаҫ. 6 Кешеләр әйтә: „Беҙгә аҡыл өйрәтмә! Бындай хәлдәр тураһында һөйләмә. Беҙ хурлыҡҡа ҡалмайбыҙ“, – тиҙәр. 7 Эй Яҡуп нәҫеле, һеҙгә әйтелмәнеме ни? Раббының сабырлығы бөткәнме? Шулай эшләй аламы Ул? Дөрөҫ юлда йөрөгәндәргә Минең һүҙҙәрем яғымлы түгелме ни? 8 Ләкин һуңғы ваҡыттарҙа Минең халҡым Үҙемә дошман булды: Дошманлашыу уйында ла булмаған, Тыныс ҡына йөрөп ятҡан кешеләрҙең Кейемдәрен талап алаһығыҙ. 9 Халҡымдың ҡатын-ҡыҙҙарын Йәмле өйҙәренән сығарып ебәрәһегеҙ, Балаларынан Минең хәйер-фатихамды Мәңгелеккә тартып алаһығыҙ. 10 Тороғоҙ ҙа ҡуҙғалығыҙ бынан, Был илдә һеҙгә тынғылыҡ булмаясаҡ. Был ер, нәжесләнгән өсөн, Аяуһыҙ рәүештә емереләсәк. 11 Берәй елғыуар алдаҡсы килеп: „Бында шарап менән хәмер мул булыр“, – тип әйтһә, Был халыҡ уны пәйғәмбәрем, тип ҡабул итер». Исраилдың иҫән ҡалғандырын йыйып алырға вәғәҙә 12 «Эй Яҡуп нәҫеле, Мин һеҙҙе мотлаҡ бергә туплайым, Исраилдың иҫән ҡалғандарын йыйып алам. Аҙбарҙағы һарыҡ, көтөүлектәге мал һымаҡ Илегеҙ кешеләр менән тулыр. 13 Шул саҡ ҡаршылыҡтарҙы емереүсе Үҙенең халҡы алдынан барыр. Улар, ҡапҡаларҙы бәреп асып, азатлыҡҡа сығыр, Батшалары Алла Үҙе алдан атлар, Раббы юл башлаусы булыр». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia