Миха 1 - Изге Яҙма1 Йәһүҙә батшалары Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ хакимлыҡ иткән осорҙарҙа Морешеҫ кешеһе Михаға Самария һәм Йәрүсәлим хаҡында күренмеш менән Раббы һүҙе булды. Раббының Исраил һәм Йәһүҙә менән хөкөмләшеүе 2 Бөтә халыҡтар, тыңлағыҙ, Ер йөҙө һәм унда йәшәгәндәр, ҡолаҡ һалығыҙ! Раббы Хаким Үҙенең изге ҡорамынан Һеҙгә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыласаҡ. 3 Бына, Раббы урынынан сығыр, Тау баштарына баҫып, аҫҡа төшөр. 4 Утта ирегән балауыҙмы ни, Аяҡ аҫтарында тауҙар ирер; Түбәләрҙән аҡҡан һыуҙармы ни, Үҙәнлектәр икегә йырылыр. 5 Былар барыһы ла Яҡуптың енәйәте, Исраил халҡының гонаһы арҡаһында. Яҡуп нәҫеленең фетнәһе өсөн кем яуаплы? Самария түгелме ни? Йәһүҙәләге табыныу ҡалҡыулыҡтары өсөн Кем яуап бирер? Йәрүсәлим түгелме ни? 6 «Шуға күрә Мин Самарияны харабаға – Йөҙөм ағастары үҫтерә торған урынға әйләндерәм. Ҡала таштарын үҙәнгә быраҡтырам, Нигеҙенә тиклем емерәм, – ти Раббы. – 7 Һын-боттары ватып ырғытылыр, Зина ҡылып алған бүләктәре яндырылыр, Бөтә боттарын юҡҡа сығарам! Фәхешлеге өсөн йыйған бүләктәре Фәхишәләргә түләргә тотонолор!» 8 Шуға күрә мин илап һыҡтармын, Ялан аяҡ, ялан өҫ йөрөрмөн. Ҡайғым ҡаты – сүл бүреһеләй олойом, Төнгө ябалаҡтай ухылдайым. 9 Сөнки Самарияның яралары уңалмаҫ, Уның сире Йәһүҙәгә лә килде, Халҡым йәшәгән Йәрүсәлимдең Ҡапҡаларынаса барып етте. 10 Быны Ғаҫта белдермәгеҙ, Унда һыҡтамағыҙ, һыҡтамағыҙ. Бейт-Леғафрала ҡайғынан туҙанға ятып аунағыҙ. 11 Эй Шафир халҡы, Шыр яланғас, мәсхәрәлә килеш китерһегеҙ. Саананда йәшәгәндәр ҡалаларынан сыға алмаҫ, Бейт-Әсәлдең халҡы ҡайғырып йәш түгер: Һеҙгә ярҙам күрһәтеүсе булмаҫ. 12 Мароҫ халҡы өмөтләнеп яҡшылыҡ көткәйне, Әммә Раббынан Йәрүсәлим ҡапҡаларына афәт килде. 13 Эй Лахишта йәшәгәндәр, Аттарығыҙҙы яу арбаларына егегеҙ. Сион-ҡыҙҙың гонаһының башы һеҙ булдығыҙ, Сөнки Исраилдың енәйәттәренә һеҙ ғәйепле. 14 Шуның өсөн Морешеҫ-Ғаҫҡа бирнә бирерһегеҙ; Ахзив ҡалаһы Исраил батшаларын алдаясаҡ. 15 Эй Марешала йәшәгәндәр, Раббы һеҙгә илбаҫарҙар алып килә. Исраилдың затлы кешеләре Ғадуллам мәмерйәһенә һыйынасаҡ. 16 Эй Йәһүҙә, ғәзиз балаларыңа ҡайғырып, сәсеңде ҡыр, Башың ҡарағош башылай ялтас ҡалһын, Сөнки балаларың һинән һөргөн китәсәк! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia