Матфей 9 - Изге ЯҙмаФалиж һуҡҡан кешене һауыҡтырыу ( Мрк 2:3-12 ; Лк 5:18-26 ) 1 Ғайса, кәмәгә ултырып, күл аша сыҡты ла, Үҙе йәшәгән ҡалаға килде. 2 Бына бер нисә кеше фалиж һуҡҡан берәүҙе, ятҡан түшәге менән күтәреп, Уға килтерҙе. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Ныҡ бул, улым! Һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине. 3 Шунда ҡайһы бер ҡанун белгестәре эстән генә: «Был Кеше көфөр һүҙ һөйләй!» – тип уйланы. 4 Уларҙың нимә уйлағанын белгән Ғайса: – Ниңә һеҙ шулай насар уйлайһығыҙ? – тип һораны. 5 – Нимә тип әйтеү еңелерәк: «Гонаһтарың ғәфү ителде», – типме, әллә «Тор ҙа атлап кит», – типме? 6 Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы ярлыҡарға хакимлығы бар. – Шунан Ул фалиж һуҡҡан кешегә өндәште: – Тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт! 7 Теге торҙо ла ҡайтып китте. 8 Быны күргән халыҡ ҡурҡыуға ҡалды һәм кешеләргә ошондай вәкәләт биргән Алланы данланы. Ғайсаның Маҫҫайосты саҡырыуы ( Мрк 2:14-17 ; Лк 5:27-32 ) 9 Бынан китеп барған Ғайса, һалым йыйыу урынында ултырған берәүҙе күреп ҡалды. Был кешенең исеме Маҫҫайос ине. Ғайса уға: – Миңә эйәр, – тине. Маҫҫайос торҙо ла Уның артынан эйәрҙе. 10 Ғайса уның өйөнә ашҡа килгәс, күп кенә һалым йыйыусылар, башҡа гонаһлылар йыйылып, Ғайса һәм Уның шәкерттәре менән бер табында ултырҙылар. 11 Быны күргән фарисейҙар шәкерттәрҙән: – Ни өсөн һеҙҙең Остазығыҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап ултыра? – тип һораны. 12 Ғайса, быны ишетеп, уларға: – Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. 13 Барығыҙ, «Мин ҡорбан түгел, мәрхәмәт теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырышығыҙ. Мин бит тәҡүә кешеләрҙе түгел, гонаһлыларҙы саҡырырға килдем, – тине. Ураҙа хаҡында һорау ( Мрк 2:18-22 ; Лк 5:33-39 ) 14 Шунан һуң Яхъяның шәкерттәре килеп Ғайсанан: – Ни өсөн беҙ һәм фарисейҙар ураҙаны йыш тотабыҙ, ә Һинең шәкерттәрең ураҙа тотмай? – тип һораны. 15 Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: – Кейәү яндарында булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ҡайғырамы ни? Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, һәм шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ. 16 Бер кем дә иҫке кейемгә яңы туҡыманан ямау һалмай, сөнки ул ямаулыҡ, ултырып, кейемде йыртып ебәрер ҙә, тишек тағы ла нығыраҡ ҙурайыр. 17 Шуның һымаҡ, яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмайҙар. Юғиһә, иҫке турһыҡ йыртылыр ҙа, шарап ағып бөтөр, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар. Шул ваҡытта шарап та, турһыҡ та һаҡланып ҡалыр. Үлгән ҡыҙ һәм ауырыу ҡатын ( Мрк 5:22-43 ; Лк 8:41-56 ) 18 Ғайса шулай һөйләп торғанда, Уның янына урындағы башлыҡтарҙың береһе килде. Ул Ғайсаның алдына килеп тубыҡланды: – Әле генә ҡыҙым үлеп ҡалды. Ә Һин, янына барып, өҫтөнә ҡулдарыңды ҡуйһаң, ул терелеп китер. 19 Ғайса торҙо ла шәкерттәре менән бергә был кешенең артынан китте. 20 Шул мәлдә ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән интеккән бер ҡатын, Ғайсаның артынан килеп, Уның кейеменең салғыйына ҡағылды. 21 Ул эстән генә: «Кейеменә бер ҡағылһам, һауығырмын», – тип уйлағайны. 22 Ғайса артына боролдо. Ҡатынды күреп: – Ҡыйыу бул, ҡыҙым! Ышаныуың һине һауыҡтырҙы, – тине. Ҡатын шунда уҡ сәләмәтләнде. 23 Башлыҡтың өйөнә ингәс, Ғайса матәм көйө уйнаусыларҙы һәм ығы-зығы килгән халыҡ төркөмөн күрҙе. 24 – Бынан сығығыҙ! – тине Ул. – Ҡыҙыҡай үлмәгән, ул йоҡлай ғына. Унан көлөргә тотондолар. 25 Кешеләр өйҙән сығарылғас, Ғайса бүлмәгә инеп ҡыҙҙың ҡулынан тотҡайны, ҡыҙ урынынан торҙо. 26 Был хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралды. Ғайсаның йәнә күптәрҙе һауыҡтырыуы 27 Бынан киткән саҡта Ғайсаның артынан: – Дауыт Улы, беҙҙе йәллә инде! – тип ҡысҡырып, ике һуҡыр эйәрҙе. 28 Ғайса өйгә ингәс, һуҡырҙар Уның янына килде. – Һеҙҙе һауыҡтыра аласағыма ышанаһығыҙмы? – тип һораны Ғайса. – Эйе, Әфәндем! – тип яуап бирҙе тегеләр. 29 Ғайса уларҙың күҙҙәренә ҡағылды ла: – Ышаныуығыҙға күрә булһын, – тине. 30 Шунда уларҙың күҙҙәре асылды. Ғайса уларҙы: – Ҡарағыҙ уны, был хаҡта һис кем белмәһен, – тип ҡаты киҫәтеп ҡуйҙы. 31 Улар иһә сығыу менән Ғайса тураһында бар тирә-яҡта һөйләп йөрөй башланы. 32 Улар киткәндән һуң Ғайса янына ен эйәләшкән телһеҙ кешене алып килделәр. 33 Ғайса енде ҡыуып сығарғас, был кешенең теле асылды. Халыҡ быға хайран ҡалып: – Исраилда бындай хәлдең бер ҡасан да булғаны юҡ ине, – тине. 34 Ләкин фарисейҙар: – Ул ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тип һөйләнә башланы. 35 Ғайса, бөтә ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп, Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне, кешеләрҙе һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырҙы. 36 Ғайса, күмәк халыҡты күреп, уларҙы бик йәлләне, сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж ине. 37 Шул саҡ Ғайса шәкерттәренә: – Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ. 38 Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең уңышын урып алырға эшселәр ебәрһен, – тине. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia